Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
30 Апрель 2021, 04:50

Май байрамы

Күңелдәр көр, йөрәк тыныс тибә 1 Май – Хеҙмәт байрамы!

Бөтәбеҙгә дәрт-дармандар өҫтәп,
Елберҙәй бит дәүләт байрағы.
Шул байраҡты үбеп анттар иткән
Беҙгә тиклем ата-бабалар…
Аманатты һаҡлап үҫеп килә
Килер быуын – беҙҙең балалар!
Май байрамы етте, оҙаҡламай
Сәскә атыр сирен, муйылдар,
Хеҙмәт данлап Ураҡ менән Сүкеш
Һәйкәлдәргә йәнәш ҡуйылған.
Ергә күкрәп йәмле яҙҙар килә –
Бар тереклек бергә уяна.
Аҡ күгәрсен оса аяҙ күктә
Тыныслыҡтар теләп донъяға!
Читайте нас