Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
8 Июнь 2021, 15:00

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә. Наилә Мортазина.

Ике ай тирәһе ҡайтмаған Гөлсинә теүәкәлләп юлға сыҡты. Аҡсаһы ла, аҙыҡ түлеге лә бөттө. Әсәйен дә, туғандарын да үлеп һағынды. Төндәрен иптәштәренә ишеттермәй генә балауыҙ ҙа һығып алғыланы. Алыҫ райондан шул ул. Автобусҡа ла эләгәүе лә үҙе бер бәлә. Аҙаҡҡы дәрес миһырбанлы уҡытыусыһыныҡы булһа бигерәк һәйбәт. Сөнки автобус аҙаҡҡы дәрес башланған ваҡытта ҡуҙғала. Гөлсинәнең бәхетенә аҙаҡҡы дәрестән дә ебәрҙеләр, авобусҡа ла өлгөрҙө. Һәм бына ул бәхетле йылмайып автобуста ҡайтып бара. Тик... көҙ көнө иртә ҡараңғы төшә. Ә ауылға 25 км тәпәйләргә кәрәк. Ярай ҙа Үҙәктән ауылға ҡайтырға сыҡҡан берәй машина осраһа! Етмәһә, Баймаҡ, Әбйәлил ҡыҙҙары ауылдан килгәс, бүреләрҙең күбәйеүе тураһында һөйләп ҡурҡыттылар! Шуға ла ул ҡайтырғамы, юҡмы тип оҙаҡ уйлап йөрөнө. Иптәшкә ауылдарынан берәү ҙә юҡ. Әлегә бер үҙе генә уҡып йөрөй.

Бына автобус алтынсы яртыла уны ауылға китә торған боролошта ҡалдырҙы. Эңер ваҡыты. Гөлсинәнең күҙҙәре лә насар күрә, таҡтанан күсереп яҙғанда, уҡығанда күҙлек кейә. Бисмиллаһын уҡый-уҡый Гөлсинә шәп-шәп атлап китте. Өшөттөрә лә башланы, көҙ бит, октябрҙең һуңғы көндәре. Шәп атлаһам, бирешмәҫмен тип ул тағы ла ҡыҙыуыраҡ атларға тырышты. 3 ккм тирәһе атлағандыр. Ҡапыл уның күҙенә юлдың уң яғында нимәләрҙең ҡыбырлағанын күреп ҡалды. Күҙемә күренәләрме икән тип, туҡтап күҙҙәрен ыуып ҡараны. Юҡ, нимәләрҙер был яҡҡа килә! “Бүреләр!” Гөлсинәнең башына тик шул уй ғына килде. Шулай уҡ бүреләрме икән ни?! Ул баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Алға ла, артҡа ла атлай алмай. Тәне буйлап ниндәйҙер һыуыҡ тулҡын йүгереп үтте. “Ҡайһы еремдән генә ашай башларҙар икән?” – тигән уй килде башына һәм аҡрын ғына артҡа сигенә башланы. Әсәйем минең ҡайтырға сыҡҡанды ла белмәйҙәр. Улар мине уҡып йөрөй тип уйлайҙар инде. Ни эшләргә? Гөлсинәнең ҡапыл хәле бөттө, башы әйләнде. Тотонорға, терәлергә ялан яғында бер ағасы ла юҡ бит әле. Ана ҡолайым, бына ҡолайым тип торғанда уның ҡолағына арттан машина гөрөлдәгәне ишетелде. Көс-хәл менән башын артҡа бороп ҡараны, ҡараңғылыҡты ярып машинаның уттары күренде. Гөлсинәнең эсе йылынып китте. Эргәһенә машина килеп туҡтаны һәм шофер ағай: “Әйҙә, ултыр!” – тип ҡысҡырҙы. Ләкин ул ҡатып ҡалған килеш тора бирҙе. Шофер ишеген асып төштө лә уның янына йүгереп килеп: “Ни булды, ҡыҙым?” – тип һораны. Гөлсинә ауыҙын саҡ-саҡ асып: “Бү-бүре!” – тине. Ағай уға ултырырға ярҙамлашты һәм: “Ҡайҙа бүреләр? Хәҙер беҙ уларҙы?! Ах, мылтыҡ юҡ!” – тигән булды. Машина ҡуҙғалып китте. Әҙерәк барғас, машинаның алдынан юл аша ниндәйҙер хайуандар йүгерешеп үтеп киттеләр. Шофер ағай: “Бәй, былар бит илектәр!” – тигәс, Гөлсинә йылынып китте. Ҡысҡырып илап ебәрҙе. “Илама, ҡыҙым, илама! Бәхетең, бүреләр булманы.

Инде төнгә ҡаршы ҡайтырға сыҡма!” – тип йыуатты. Гөлсинә тынысланған ине инде, ризалығын белдереп, башын ғына ҡаҡты.

Гөлсинә иҫән-һау ҡайтып етеп, әсәһе, туғандары менән осрашты. Яңы йылға тиклем етерлек аҙыҡ-түлек алып, иртәгеһенә кире ҡалаға уҡырға китте. Бер көндө рус уҡытыусыһы ҡыҙыҡлы хәл тураһында инша яҙырға ҡушты. Ул ошо хәл тураһында яҙҙы. Киләһе дәрестә уҡытыусы бөтә ҡыҙҙарға ла баһаларын әйтеп, дәфтәрен таратып бирҙе. Тик, нишләптер, Гөлсинәнең генә бирмәне. Ул аптырап ултыра ине. Уҡытыусы уны таҡта алдына саҡырҙы. Гөлсинә нимә уйларға ла белмәй, насар билдәлер инде тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына алға сыҡты. Уҡытыусы уға иншаһын ҡысҡырып уҡырға ҡушты. Гөлсинә уҡый башланы. Класта себен безелдәгән тауыш та ишетелмәй. Бына уның: “Бүре түгел, ҡыр кәзәһе булып сыҡты,” – тигән аҙаҡҡы һөйләмен уҡыуы булды, ҡыҙҙар еңел тын алдылар һәм ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр, ҡул саптылар. Иншаның аҫтында ҙур ҡыҙыл “биш” тора ине...
Читайте нас