Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
10 Июнь 2021, 12:55

ҮТКӘНДӘРҘЕ КИЛӘСӘККӘ БӘЙЛӘП…

Ауыл буйлап һыбайлылар елә - Таҫтамалды бәйләп таяҡҡа, Бала саҡтан һабантуйҙар күреп, Яйлап ҡына баҫтыҡ аяҡҡа.


Йәйрәп ята иген баҫыуҙары,
Иртә таңдан гөрләп эш бара;
Һөрә, сәсә, ура игенселәр
Бөтә эште улар башҡара.

Таң һарыһы торған игенсе бит
Ҡояш батҡас ҡайта өйөнә…
Өҫтәлдәрҙә ул үҫтергән икмәк,
Тамаҡ туйғас һәр кем һөйөнә.

Ер йөҙөндә ошонан да бөйөк
Ниндәй һөнәр тиеп баш ватма!
Игенсене данлап һәр ҡайҙа ла
Сәләм бирә алтын башаҡтар.

Һабан турғайы ла тынып ҡалған
Йөрәгемде һалып уйҙарға…
Үткәндәрҙе киләсәккә бәйләп,
Китеп барам һабантуйҙарға.
Римма ҒӘЛИМОВА
Читайте нас