

Ул яҙған һәр бер шиғри юл, һәр әйткән һүҙе – аҡылдың үҙе. Шуныһы ла ҡыуаныслы: быйыл ғына түгел, ғөмүмән һуңғы йылдарҙа республикала уның шәхесенә, һүҙенә ҡарата иғтибар, ихтирам арта, ижады, тормош юлы өйрәнелә. Әлбиттә, олуғ шәхесебеҙ хаҡында, ижады тураһында ҡат-ҡат китаптар яҙылған, хеҙмәттәр бағышланған. Шуға беҙ әле уның биографияһын һөйләп үтеүҙе лә, шиғырҙарына анализ яһауҙы ла маҡсат итеп ҡуйманыҡ. Бергәләп бары тик тағы бер ҡабат уның таныш, әммә мең ҡабат доғалай ҡабатлар шиғри юлдарына бағайыҡ әле!
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.
Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.
Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.
***
Үтә, тип, көндәр, ҡайғырма –
Яратҡан хаҡтың көнө күп.
Мал бөтмәй, башҡа баҡ ҡунһа,
Күркәмләнәбеҙ, төрләнеп;
Мал бөтөп, баҡ ҡунмаһа,
Хур булып, әрһеҙләнеп,
Китәрһең йүнһеҙләнеп.
Халҡың ҡәҙер әйләһә,
Тулышырһың көрәйеп,
Йортоңа аҙғын юлыҡһа,
Аҙыр башың керләнеп.