Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
18 Декабрь 2021, 16:00

Ҡоҙа. Ғәлиә ХӨСӘЙЕНОВА.

Барыһы ла клубҡа концерт ҡарарға киткәс, өйҙә бер үҙем генә тороп ҡалдым. Шулай яңғыҙым ғына булғанда, яйлап тороп өй йыйыштырырға яратам мин. Бәләкәйҙән эшләп үҫкәнгәлер инде, иҙән йыуып, саңды һөртөп алыу бер ни түгел. Уның ҡарауы, йыйыштырып сыҡҡас, бүлмәләр яҡтырып, кәйеф күтәрелеп китә бит ул.Был юлы ла әсәйемдәрҙең сығып китеүе булды, шунда уҡ эшкә лә тотондом. Талғын ғына итеп музыка ҡуйҙым.

Ҡоҙа. Ғәлиә ХӨСӘЙЕНОВА.Ҡоҙа. Ғәлиә ХӨСӘЙЕНОВА.
Ҡоҙа. Ғәлиә ХӨСӘЙЕНОВА.

Ара-тирә үҙем дә йырлап алам. Йырларға яратам. Бәләкәй саҡта концерттарҙа ла ҡатнаша торғайным әле. Атайым менән әсәйем дә бик матур йырлай. Моғайын, уларҙан киләлер был һәләт. Атайым гармунда ла уйнай. Баянда уның һымаҡ оҫта уйнаған кешене белмәйем дә. Икәүләшеп ғүмер буйы сәхнәнән төшмәнеләр. Бөгөнгө концертта ла ҡатнашалар. Шулай күңелле итеп, парлашып йәшәһендәр генә инде, тип теләйем.
Башта мейесте аҡлап алырға булдым. Эй ҡыҙыҡ та инде, нимәгә генә тотонһам да, бала саҡты хәтерләткән берәй нәмәгә тап булам да торам. Ҡасышлы уйнағанда ошо мейес башына менеп, йәшенеп ултырабыҙ. Ана, ишек яңағында һәр беребеҙҙең буй оҙонлоғон күрһәтеп торған уйымдар ҙа шул көйө. Ә беҙ өс ҡыҙ үҫтек. Бер-беребеҙҙе шулай үлсәй инек.
Иҙән йыуа башлағас, ҙур ғына ботаҡ урынын күреп, көлкөм килде. Элек һеңлеләрем шул урынға етһә, сепрәгегеҙҙе эсенә тығып, матурлап һөртөгөҙ, тип яндарынан китмәй, ҡарап эшләттем. Шулай итмәһәң, эсендә бысрағы тора ла ҡала. Тыңлайҙар ине. Бахырҡайҙарымдың асыуы ла килгәндер инде. Эй, бала саҡ йылдары. Әллә ҡайҙарҙа тороп ҡалды. Һағынып иҫләргә генә инде хәҙер.
Эштәрҙе бөтөрөп, бер аҙ хәл алайым әле, тип ултырғайным ғына ҡолағыма һаҡ ҡына ишек шаҡыған тауыш ишетелгәндәй тойолдо. Аптырап киттем. Ауылда улай туҡылдатып тормайҙар. Кем булыр икән? Инде ҡараңғы ла төшә башлаған. Эй, Хоҙайым, ниңә генә әсәйемдәр менән бергә концерт ҡарарға китмәнем икән? Исмаһам, ишекте лә эстән бикләп ҡуймағанмын, тип баштан төрлө уй үтте. Уғаса шаҡыу йәнә ҡабатланды.
– Кем бар унда?– тип саҡ һорай алдым.
– Балам, ҡурҡма, мин алама кеше түгел улай. – Күрәһең, тауыштың бер аҙ ҡалтырабыраҡ сыҡҡанын һиҙгән был. – Әлфиә менән Ғәлинур ошонда йәшәйме? Шуны ғына белешергә тигәйнем.
– Ә һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ һуң?
– Туған тейешле кеше. Алыҫтан килдем.
Тауышы мөшкөл генә сыҡҡан һымаҡ. Йәл булып китте. Ары-бире була ҡалһа тип, ҡулыма уҡлау алдым да ишекте барып астым. Ә унда оло ғына йәштәге бабай баҫып тора.
– Әйҙәгеҙ, уҙығыҙ, – тинем. – Һеҙ дөрөҫ килгәнһегеҙ, тик әлегә атайым менән әсәйем өйҙә юҡ. Оҙаҡламай ҡайтып етерҙәр инде.
– Эй, рәхмәт төшкөрө. Балаҡайым, бигерәк йонсоғайным. Әллә күпме тапмай, аҙашып йөрөнөм. Хәҙер ни был яҡтар танырлыҡ та түгел, үҙгәреп бөткән. Попутканан төшөп ҡалдым да ҡайҙа барырға белмәй аптырандым. Элек ни ауыл осонан уҡ сабынлыҡтар башлана ине бит, хәҙер бер ни ҙә ҡалмаған. Әллә нимәләр төҙөп бөткәндәр. Тороп ҡалған бесәнлектәр ҙә сабылмай ята. Халыҡ бик мал-тыуар аҫрап бармай, ахырыһы. Беҙ йәш саҡта ҡуна ятып, алтышар-һигеҙешәр саҡрым йөрөп, эшләй инек. Үҙгәрҙе шул замандар...
Аяғын сискән арала бабай шулай әллә күпме хәбәрен һөйләп өлгөрҙө.
– Ауыл үҙгәргән, мин әйтәм. Матурланған, ҙурайған, тик шуныһы, һеҙгә килеп еткәнсе бер бәләкәй малайҙан башҡа әҙәм заты осраманы. Ҡайҙа булып бөткәндәрҙер? Шул телевизорҙан, интернет тигән нәмәләренән айырыла алмайҙарҙыр инде. Телефондарын ҡулдарына бер алһалар, донъяларын оноталар. Ҡасандыр гөрләп торған урамдар эс бошорорлоҡ буп-буш. Яңылышып, күршеләрегеҙгә инеп йөрөгәнмен. Улар өйрәтеп ебәрҙе, – тип, бабай яйлап ҡына баҫып, түргә уҙҙы. Урындыҡҡа ултырып, бер аҙ хәл алды ла, тороп, стеналағы фотоларҙы ҡарай башланы. Күптәрен таный ҙа әле ул, исемдәре менән әйтә хатта. Күҙҙәре лә һәйбәт күрә икән. Танымағандарын, кемгәлер оҡшатып, минән һорашты. Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте, бабай менән йәнәш баҫып, фоторәсемдәрҙе бергәләп ҡарарға тотондоҡ.
Бер заман бабайымдың йөҙө кинәт яҡтырып киткәндәй булды. Шунан миңә боролдо ла, хәйләкәр генә йылмайып:
– Ҡыҙым, бынауы матрос формаһындағы кешенең кем икәнен беләһеңме? – тип һорап ҡуйҙы.
– Әлбиттә, ул беҙҙең Әхмәтша бабайыбыҙ.
– Ә хәҙер әйтеп ҡара әле, һинең алдыңда кем баҫып тора тип уйлайһың?
Мин бер фотоға, бер бабайға ҡарайым. Был икәү араһында ниндәйҙер оҡшашлыҡ бар кеүек. Ысынлап та, шул уҡ ҡыйылып торған ҡаш, ғорур ҡараш, бөҙрә сәс, тик улар ағарған һәм һирәкләнгән генә.
– Әллә һеҙме ул?
– Эйе, ҡыҙым, тап үҙе, Әхмәтша бабайың.
– Атайым менән әсәйем үҙегеҙ тураһында бик күп һөйләгәне булды. Ә ниңә ҡайтҡанығыҙ юҡ һуң? Һағынмайһығыҙмы ни?
– Һағынмаған ҡайҙа инде ул. Мин бит һеҙҙән алыҫ түгел, биш-алты саҡрымда ғына ятҡан Балыҡлы ауылында тыуып үҫтем. Хәҙер генә унда бер кемем дә ҡалмаған. Туған булғас, атайыңдар менән йөрөшөп, аралашып йәшәнек. Егерме йыл самаһы элек ҡайтып киткәйнем дә... – Шунан бабай ҡапыл тынып ҡалды. Күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп, уйға батты. Ә мин сәй әҙерләргә аш бүлмәһенә йүнәлдем.
Бына ниндәй икән Әхмәтша бабай. Һикһән алты йәштәмен, ти. Ҡурҡмайынса оҙон юлға сыҡҡан бит әле. Пермдә йәшәйбеҙ, тине, ахырыһы. Кейгән кейеме ҡала кешеһенекенә оҡшаған. Ул тиклем оло йәште биреп тә булмай үҙенә. Йәш ваҡытында бик сибәр булғанлығы күренә. Кәүҙәһе лә төп-төҙ. Арыған булыуына ҡарамаҫтан, аяғында ҡайһылай ныҡ баҫып тора.
– Әллә ҡунаҡ бар инде, – тип һөйләнә-һөйләнә оҙаҡламай атайым менән әсәйем ҡайтып инде.
– Эйе, Әхмәтша бабай килде. Ашарға бешеп кенә сыҡты, әйҙәгеҙ барығыҙ ҙа өҫтәл янына. Бабай ныҡ арыған, асыҡҡандыр ҙа, тиҙерәк табынға саҡырығыҙ инде, – тип әсәйемдең ҡолағына шыбырлап өлгөрҙөм.
Көтөлмәгән ҡунаҡты күреп, улар ҙа аптырап ҡалды. Үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанманылар.
– Ниңә, исмаһам, хәбәр итмәнең, район үҙәгенән ҡаршы алған булыр инек. Үҙебеҙ барып күрмәгәс, шулай инде, – тип бер аҙ аҡланғандай итеп, атайым бабайҙы ҡосаҡлап алды.
– Уй, ағай, нисек килеп еттең? Йонсоп бөттөң инде, – тип әсәйем дә ҡунаҡ менән ике ҡуллап барып күреште.
Табын артында Әхмәтша бабай ниндәй йомош менән йөрөгәнен әйткәс, аптырауҙан барыбыҙ ҙа шаңҡып ҡалдыҡ. Бына һиңә, мә... Туҡһанға етеп килгән бабай йәшлек мөхәббәтен эҙләп килгән.
– Һеҙ аптырамағыҙ, әллә нимә уйлай күрмәгеҙ тағы. Ситтән генә булһа ла күреп китергә тигән уй менән килгәйнем дә, насип булманы. Үткәндәр иҫкә төшөп, тынғы бирмәй, ныҡ һағындыра. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә. Ҡатыным да насар кеше булманы. Йәне йәннәттә булһын. Дүрт бала үҫтерҙек. Тик бына уны барыбер онота алманым. Шул ғына, – бабай кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, дымланған күҙҙәрен һөртөп алды.
– Әллә үлгәнме? – Әсәйем күҙҙәрен ҙур асып, бабайға текәлде.
– Әстәғәфирулла, ауыҙыңдан ел алһын, тәүбә, тиң. Иҫән, Аллаға шөкөр. Ҡыҙы район үҙәгендә йәшәй. Адресын табып, өйҙәренә барҙым. Хәлде аңлатып биргәс, тыңлағыһы ла килмәне. Нимә ҡалған һиңә ҡартайған көнөңдә, тип әрләп сығарҙы. Күпме генә ғүмерем ҡалғандыр. Башҡаса әллә ҡайта алам, әллә юҡ. Исмаһам, кәртешкәһен дә күрһәтмәне. Үҙем дә ғәйепле. Һүҙемде матур ғына итеп, уратыбыраҡ башлар урынға, туп-туралай бәреп әйттем дә ҡуйҙым шул. Йәнәһе лә, миңә Рәйсәне күрергә кәрәк. Фәлән дә фәсмәтән...
Рәйсә... Һин дә ҡартайғанһыңдыр инде. Шулай ҙа сибәрлегеңде юғалтмағанһыңдыр. Матур ғына, ыҡсым ғына бер әбей булып йөрөйһөңдөр. Битеңдәге сирыштарың да үҙеңә килешеп кенә торалыр. Бигерәк һылыу инең шул.

* * *
...Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ауылдағы һалдатка ҡатындар менән бергә мәктәптә уҡып йөрөгән Рәйсә лә лесхозға эшкә йөрөй. Атаһы репрессияға эләккәнлектән, уларҙың ғаиләһенә ҡарата мөнәсәбәт икенсерәк булды. Иптәштәренән айырмалы рәүештә, ун биш йәшлек ҡыҙ, ололар менән бергә егелеп, бесәнен дә, утынын да әҙерләне, ҡарағай үҫентеләре ултыртып, аҙаҡтан уларҙың араһын утарға йөрөнө. Бигерәк тә йыуан-йыуан ағастарҙы ҡул бысҡыһы менән йығып ауҙарыу ауыр ине, бысҡы ҡыҫыла ла ҡуя, уны тартып алғансы арманһыҙ булаһың... Аҙаҡ ул ағастарҙы ботарға һәм берәр метр оҙонлоҡта бысып, әрҙәнә итеп өйөргә лә кәрәк бит әле.

Ярай әле апайҙары һәйбәт, ҡыҙҙы йәлләп, еңелерәк эш табалар. Быны Рәйсә үҙе лә аңлай. Шуға йүгереп йөрөп ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Тал сыбығындай нескә генә булһа ла, ағас ботаҡтарын бер урынға ташып яндыра, әрҙәнә өйөшә. Һыу килтереп, сәй ҡайнатырға ла өлгөрә. Үҙҙәре яҙыша белмәгәс, апайҙары армиялағы ирҙәренә хат яҙҙыра, килгәнен уҡыта. Зирәклеген әйт әле һин уның, күңел кителерлек, ауырыраҡ һүҙҙәр яҙылған урынын уҡымайынса үтеп китергә лә башы етә. Анау Шәкирә апайҙың ире бигерәк ҡаты күңелле. Теләһә нимә яҙып, гел ҡатынының күңелен төшөрә. Имеш, мин ҡайтыуға үҙеңдең дә, балаңдың да эҙе булмаһын. Әйтерһең дә, бала уныҡы түгел, бер Шәкирә апайҙыҡы ғына. Ҡайҙа барһын инде улар?


Ҡайһы ваҡытта Рәйсәгә сигеү сигергә, селтәр бәйләргә лә ҡушалар. Был эштәрҙе лә ҡыҙ рәхәтләнеп үтәй. Төрлө төҫтәге мулинелар менән күҙҙең яуын алырлыҡ итеп сигеп ҡуя. Шуға заказдар яуып ҡына тора.
Үҙенең яратҡан урыны ла бар. Шунда барып ултыра ла, донъяһын онотоп, эшкә тотона. Ана, үрҙәрәк, бәләкәй генә аҡланда, ботаҡтарын тарбаҡландырып, һомғол буйлы йәш ҡарағай үҫә. Иҫ китмәле матур урын, ә йәш тиркенән сыҡҡан хуш еҫтән баштарың әйләнерлек. Рәйсә уның төбөнә яҫы ғына түмәр килтереп ҡуйған да бөтә эшен шунда башҡара. Ғәҙәттә, ҡыҙ кеше ҡайын ағасына һоҡланыусан була, ә бына ул шул ҡарағайға мөкиббән китте. Бер үҙе бер яланда яңғыҙ ғына ултырғанғамы икән, башта ул йәл һымаҡ тойолғайны, аҙаҡ, киреһенсә, ҡарап, һоҡланып туя алманы – ағас бер ниндәй ҙә ел-дауылға бирешмәй үҫеүен дауам итә бит. Ә хәҙер ярата. Ярата, сөнки тап ошо урында ул башҡаларҙыҡын ғына түгел, ә тәүге тапҡыр үҙенә төбәп яҙылған мөхәббәт хатын уҡыны. Хәҙер был ҡупшыҡай ҡыҙҙың иң яҡын серҙәше лә. Бөтә нәмәһен уның менән уртаҡлаша.
Ул көндө лә, ғәҙәттәгесә, эшкә килеп еткәс, ҡыҙ тиҙерәк яратҡан урынына ашыҡты. Иҫәнләшеп, ҡупшыҡайҙы бер аҙ ҡосаҡлап, һөйләшеп торҙо. Инде китәйем генә тигәндә, күҙҙәренә ҡарағайҙың иң аҫҡы ботағы эргәһендә барлыҡҡа килгән бәләкәйерәк ағас ҡыуышлығына ҡыҫтырылған ҡағыҙ киҫәге салынды. Нисек элегерәк күрмәне икән? Ҡасандан бирле тора һуң ул? Оҙаҡ уйлап тормай үрелеп алды ла уҡый башланы. Бәй, уға исемләп яҙылған да баһа. “Рәйсә, һине күптән оҡшатып йөрөйөм...” Уй, берәйһе күреп ҡалмаһа ғына ярар ине. Ҡыҙ хатты тиҙ генә ҡуйынына тыҡты. Йәшерә-йәшерә саҡ уҡып бөттө, йөрәге эсенә һыймай типте. Әхмәтша яҙған бит. Уф, апайҙары һиҙеп ҡалмаһын инде, ояты ни тора. Ә үҙенә шул тиклем рәхәт. Баҫҡан урынында ут сығарған, йор һүҙле, бригадир егеткә күптәр ғашиҡ, ә ул Рәйсәне һайлаған.


Яуап хаты менән бер аҙ көттөрҙө ҡыҙ. Башта нимә яҙырға белмәй аптыраны. Унан ҡыҙ кешегә тыйнаҡлыҡ та хас бит әле, тип егеттең сабырлығын һынаны. Эштә күрешәләр ҙә бит, әммә ауыҙ күтәреп һөйләшеп тороу ҡайҙа инде. Әйтер һүҙеңде хат аша ғына еткереп була. Оҙаҡ яуап булмағас, Әхмәтша әллә нимәләр уйлап бөткәйне. Ағас ҡыуышлығын көн дә килеп ҡарап китә, ә унда бер нәмә лә булмай. Һуңынан инде матур йөкмәткеле, саф күңелдән яҙылған хаттар алышынып ҡына торҙо. Ағас ҡыуышлығы почта йәшниге ролен үтәне.
Хат менән бергә бер көндө һөйгәне иҫ китмәле матур бүләк тә һалғайны. Ҡып-ҡыҙыл ҡашлы көмөш алҡалар. Их, тағып йөрө ине лә, ярамай. Шунда уҡ һиҙеп ҡаласаҡтар. Шуға иң яҡшыһы – уларҙы йәшереп ҡуйыу. Рәйсә шулай итте лә. Ныҡ итеп күргеһе килгәндә ҡарап ала ла, аҙаҡ кире урынына һалып ҡуя.
Һөйгәненең ауыр эштә йөрөгәнен күреү генә Әхмәтшаның йөрәген әрнетте, яйын тура килтереп, беше ботаҡтарҙы ташып өйгән ваҡытта, ярҙам итешергә тырышты. Рәйсәнең бит остарын соҡорайтып, матур итеп йылмайыуын күреү өсөн дә әллә ниҙәр ҡыйратырға риза ул. Их, тиҙерәк өйләнешһәләр, бер көн йөрөтмәҫ ине ошонда.
Рәйсә лә ныҡ өйрәнде егеткә. Эше буйынса ҡайҙалыр оҙағыраҡ тотҡарланһа, йөрәге леп-леп тибергә тотона, ян-яғына ҡаранып көтә, ҡараштары менән уны эҙләй башлай. Алыҫтан күреп ҡалыу менән йөҙөндә йылмайыу сатҡылары барлыҡҡа килә. Сабира, Зәйнәп, Шәкирә апайҙары ла, Әхмәтшаның үҙен күрмәһә лә, Рәйсәгә ҡарап, бригадирҙарының яҡынлашыуын белеп тора. Йәштәрҙең бер-береһен оҡшатыуын күптән һиҙеп йөрөй улар, тик ҡыҙ баланы оялтмаҫ өсөн үҙенә генә был турала әйткәндәре юҡ.
Тамағын туйҙырып, бер аҙ хәл ингәс, бабай теремекләнеп китте. Арҡаһын терәп, яйлабыраҡ ултырҙы.
– Матур йөрөнөк беҙ Рәйсә менән. Өйләнешергә генә өлгөрмәй ҡалдыҡ. Миңә әрме хеҙмәтенә повестка килеп төштө, – тип башланы һүҙен. – Диңгеҙ флотына эләктем. Айырылышыуы бик ҡыйын булды. Үҙемдең эстә ут янһа ла, өс йыл ни, үтә лә китә, тик һин көт кенә, тип һөйгәнемде йыуатҡан булам. Үтмәй торһон, һин көткәндә бик оҙаҡ уҙа икән ул өс йыл ваҡыт.
Севастополгә эләктем. Хәл-әхүәлде белдереп, Рәйсә менән хәбәрләшеп торабыҙ. Тик ни сәбәптәндер бер заман кинәт хаттар килеүҙән туҡтаны ла ҡуйҙы. Ҡайтырға ярты йыл самаһы ғына ҡалғайны. Нимәләр генә булды икән? Көн аралаш яҙып һалам, яуап юҡ. Аҙаҡ, фото менән ебәргән хатым кире килгәс, башҡа яҙырға кәрәкмәгәнлеген аңланым. Һуңынан туғандарым аша һөйгәнемде кейәүгә биреүҙәре тураһында белдем. Атаһы төрмәлә саҡта бергә ултырған дуҫы менән иҫән-имен ҡайтһалар, туғанлашырға вәғәҙә бирешкән була. Элек ни ҡыҙ кешенән ризалығын һорап торманылар. Һөйгәнемдең яҙмышы ла шулай хәл ителә лә ҡуя.
Рәйсә лә шулай ҡайғырҙымы икән? Моғайын, уға ла ҡыйын булғандыр, эйеме? Бер ҙә күрмәгән ете-ят кешегә биреп ебәрһендәр әле. Мине барыбер иҫенә төшөрөп-төшөрөп алғандыр ул.


Бабайым, үҙенең әйткән һүҙҙәрен ҡеүәтләгәнде көткән һымағыраҡ, беҙгә текләп ҡараны. Әсәйем зирәк кеше бит инде, шунда уҡ:
– Бәй, ҡыйын булмаған ҡайҙа. Йән атып торған егетен юғалтһын, яратмаған кешеһенә биреп ебәрһендәр. Ишеү етмәһә, ауылыңдан, туғандарыңдан айырылып сығып кит, – тигәс, ҡарт башын бер яҡҡа ҡыйыш һалып, уйланыбыраҡ торҙо ла, риза булған төҫ менән һүҙен артабан дауам итте.
– Хеҙмәтемде тултырып ҡайтҡас, ауылда йәм тапманым. Әсәйемдәр күпме генә өгөтләмәһен, яндарында тороп ҡала алманым. Шулай ауылдан сығып киттем. Хәтерегеҙҙә булһа, бынан байтаҡ йылдар элек бер ҡайтҡайным, унда ла Рәйсәне күреп булманы. Башҡа районда йәшәгәс, эҙләргә ваҡыт етмәйерәк ҡалды.
– Ә ул Рәйсә апайҙы мин беләмме икән? Бәлки, ҡыҙы менән танышмындыр, – тип бабай һөйләүҙән туҡтаған арала әсәйем һүҙгә ҡушылды. Район үҙәге алыҫ түгел дә инде. Концерттар менән йөрөгәс, беҙҙе лә белмәгән кеше юҡ ул.


– Ҡыҙы дауаханала аш бешереүсе булып эшләй. Флүзә исемле, буғай.
– Бәй, мин бер Флүзәне беләмсе. Аралашып йөрөйбөҙ. Әгәр шул булһа инде. Ашханала ундай исемле башҡа кеше юҡ шикелле.
– Шулаймы? – Бабайҙың йөҙө май ҡояшылай балҡып китте. – Шулдыр, шулдыр, – тип әсәйемдең ҡулдарынан тотоп алды. Әйтерһең бөтә өмөт ошо ҡулдарҙа ғына.
– Ярай, иртәгә барып килермен. Телефоны булһа, бөгөн үк һөйләшер инек тә бит...
Анау тиклем юл үтеп килгән ағаһын әсәйем ныҡ йәлләгәндер инде. Иртәгәһенә иртә менән район үҙәгенә сығып та китте. Ул тотонһа, булдыра торған кеше инде былай.
Төш ауыуға әсәйем ҡайтып та инде. Бер үҙе түгел. Флүзә апай менән. Уны күргәс, Әхмәтша бабайҙың төҫө үҙгәреп китеп, йөҙөн ситкә борҙо. Кисәге һөйләшеүҙәре иҫенә төшкәндер, күрәһең. Үпкәһе ҙур булһа ла, белгертмәҫкә тырышты. Ни тиһәң дә ризалашып килгән бит әле.
Ҡунаҡ ҡатынды кейәүе түргә алып ингәс, Әлфиәнең ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтөп ултырған Әхмәтша бабай яҡшы һүҙҙәр ишетергә генә өмөтләнеп, мөлдөрәп һеңлеһенә ҡараны.
– Уратып-суратып торма, тураһын әйт, – тине бабай, сабырһыҙланып.
– Әйтәм, әйтәм, тыныслан. Сәй эсеп кенә алабыҙ ҙа юлға сығабыҙ.
– Нисек?
– Шулай, ҡыҙы менән һөйләштек. Ризалашты. Тик һин бер ниндәй ҙә Әхмәтша түгел, ә Флүзәнең ире яғынан туған тейешле кешеһе. Рәйсә әбейгә ҡоҙа булаһың инде.

Ҡоҙағый, тип барып күрешерһең. Бабайы бик көнсөл, уҫал кеше, ти. Тома һуҡыр булһа ла әбейҙең ҡотон алып бөткән.
Ҡапыл ғына әйтелгән яңылыҡтан бабай бер аҙ албырғап ҡалды. Әллә ниндәй туҙға яҙмаған һорауҙарын бирҙе. Нимә һөйләгәнен үҙе лә аңламаны шикелле. Ҡыҙ янына тәүге тапҡыр осрашыуға барырға йыйынған егетме ни?
Машинаға инеп ултырғас та Әхмәтша тыныслана алмай борғаланып бер булды. Тиктомалға уфылдап, тыны ҡыҫылды.
– Барыһы ла шулай тиҙ генә хәл ителеүенә ҡыуанырға кәрәк, ә һин, – тип Әлфиә ағаһын әҙерәк орошоп та алды.
Ғәлинурға ҡыҙыҡ ине. Өлкән йәштә лә кеше шулай үҙен бала-саға һымаҡ тоторға мөмкин икән, тип ауыҙ сите менән генә йылмайып, ҡайнағаһын күҙәтте.

"Хикәйәләр" төркөмөнән алынды.

Фото яндекс.

Автор:
Читайте нас