Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
20 Декабрь 2021, 06:54

Табылдыҡ аҡса

Бер мәл улым менән Өфө урамы буйлап йәйәү китеп барһаҡ, юлыбыҙҙа 10 һум ҡағыҙ аҡса ятҡанын күреп ҡалдыҡ. Улым уны алыуҙан баш тартып, был хәлде шулай аңлатты: "Ул аҡсаға мин йүнле бер нәмә лә һатып ала алмайым, алһам, байып та, алмаһам, ярлыланып та китмәйем..."

Табылдыҡ аҡсаТабылдыҡ аҡса
Табылдыҡ аҡса

Бик күптәрҙән һорашҡаным булды. Байтағы табылдыҡ аҡсаға ҡағылмауҙы хуп күрә. Уларҙың күбеһе был осраҡта табылдыҡ аҡсаға ҡарағанда ике-өс тарҡырға күберәк аҡса юғалтыуҙарын сәбәп итеп килтерә, бәғзеһе осоҡлап ташланған аҡса тип сикәнә.
Мин иһә сикәнмәйем, бисмилла итеп алам да, юл үткәүелдәрендә, ҡаланың башҡа урындарында хәйер һорашып ултырыусыларға хәйер итеп биреп китәм, әҙерәк булһа, үҙемдән дә өҫтәйем. Сөнки уларҙың тап ошо мәлдә мин аҡса тапҡан урынға барып ул аҡсаны алырға ваҡыты. форсаты йә хәле юҡ.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 566-сы күҙәтеү.

Автор:
Читайте нас