Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
16 Март 2022, 13:10

Терһәк яҡын да бит… (Хикәйә)

Йәкшәмбе көн иртән һыйырҙарын ҡыуып ҡайтып килгән Сәғиҙәне ҡапҡа төбөндә күршеһе Миңнифа апай көтәүелләп тора ине. Был ауылда үҙенең нәҫел-нәсәбе булмағас, Сәғиҙә ошо киң күңелле апайҙы бигерәк тә хөрмәт итә.– Күршекәйем, Сабитың ҡайҙа ул, нишләптер күренмәй?– Кисә иртән ҡәйнәмдәргә киткәйне, шунда йоҡлап ҡалғандыр.

Терһәк  яҡын  да  бит… (Хикәйә)Терһәк  яҡын  да  бит… (Хикәйә)
Терһәк яҡын да бит… (Хикәйә)

– Мине бер үк ғәйепләмә, туғанҡайым, әйтмәй түҙә алмайым: Сабитың кисә теге елбәҙәк Зөһрәгә йортҡа кергән, тиҙәр бит, – төҫө ҡасҡан, иҫәңгерәгән ҡатынды иңенән ҡосаҡлап алды.
– Аштың майы, һүҙҙең яйы була, тигәндәй, әйҙә әле өйгә инеп һөйләшәйек. Иртән ауылдың һәр өйөндә шул хәбәрҙе сурытып-сурыттылар.
– Әстәғин! Ни булған? Шунсама йыл бергә йәшәпме? Кәртинкә кеүек сибәр ҡатынды шул ен ботағына алыштырмағандыр инде?
– Оло ҡыҙҙары институтын бөткәйнеме әле?


Бер кем дә белмәй шул: сабыр, тешәк Сәғиҙәнең аҙаҡҡы өс йылда яңғыҙы донъяны тартҡанын, ниндәй утта янғанын. Бер күреүҙә ғашиҡ булып, үлеп яратып өйләнгән, «өф» итеп кенә торған Сабиты һуңғы ваҡытта бик ныҡ үҙгәрҙе. Аҡсаһын да үҙе генә тота: йә машина-тракторға запчасть кәрәк, йә әсәйемә дарыу алдым, ти ҙә ҡуя. Ҡәйнәһе лә төн тимәй, көн тимәй, шылтыратып, саҡыра ла тора.
– Улым, йөрәгем тағы сәнсә, тыным ҡыҫыла, килеп ет.
Нишләһен Сабит, бара инде. Ярай, барһын, әсәһе бит. Сәғиҙә бәләкәй саҡта үҙ әсәһе лә йөрәктән баҡый донъяға күскәс, ҡырыҫ ҡәйнәһен бик йәлләй. Сабитының әсәһенә тейешле хөрмәт күрһәтергә тырыша, йыш ҡына барып, бөтә донъяһын йыуып-таҙартып китә.
– Үәт, хәҙер шул барған һайын ҡәйнәһе эргәһендә өйөрөлөп-сөйөрөлөп йөрөгән алаҡай Зөһрәгә киткән, тиҙәр бит. Хатта ул, йәнәһе лә, Сабиттан бала көтә.
– Ышанмайым!

Сәғиҙә ире бына-бына ҡайтып керер, ҡәйнәһенең хәле үтә насар булғанда ҡунғылап та ҡалғылай ине тип, көттө лә көттө. “Асыу – аҡыл дошманы, шылтыратмай торайым, тәккә хафаға һалмайым әле оло кешене”, тип уйланы. Нисәмә бәхетле ғаиләне туҙҙырып, күпме ир-атты аҙҙырып йөрөгән, береһе менән дә рәтле йәшәй алмаған еңел-елпе Зөһрәне ниңә ҡәйнәһе эйәләштерһен дә, ниңә улына ҡушһын, ти? Булмаҫ! Сабиты ла ғүмер буйы Зөһрәне һөйһөнмәй һөйләне, тип сабыр булырға тырышты. Тик күпме көтһә лә, ире кисен ҡайтманы.
– Оят! Балаларҙан оят! Кешеләрҙән оят! Ғәрлек! Тимәк, ауылда таралған хәбәр дөрөҫ! Арҡаһына бысаҡ ҡаҙанылармы ни, тын да ала алмай шаңҡып торҙо. Иң яҡын ике кешеһенең хыянатын Сәғиҙә бер нисек тә башына һыйҙыра ла, аңлай ҙа алманы.
– Оят! Үлемдән оят көслө... Ул, ҡыҙы йоҡлап киткәс, шым ғына тышҡа сыҡты, кәртәнән быҙау бәйләп йөрөгән бауҙы алды ла аҙбарға атланы. Әллә бәйләй белмәне, әллә бауы шылғаяҡ булды, башына элмәк һалып тартылһа, бәйе ысҡына ла шап итеп ергә килә лә төшә. Өсөнсөгә ынтылды. Йәне осоп китте. Күҙҙәре ҙур итеп асылған, һынташтай ҡатҡан Сәғиҙәгә йәне баш осонда ныҡ ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла, кире инде. Бауы шытырҙап тороп өҙөлдө лә, ҡатын тәгәрәп китеп, һыйырының «шыйыҡ ҡоймағы»на барып ятты. Айнып китте.

“Нишләйем мин?” – Йөрәге дөп-дөп тибә.
– Ыһ! Аллаҡайым, ҡотҡарҙың! Ары нисек йәшәргә? – Иңрәп ыңғырашты. – Ыһ...
Ергә теҙләнде. Тулы айға ҡарап, яралы бүре кеүек асырғанып олоно. Ауыл өҫтөнән хәүефле шом уҙҙы, һауаға хәсрәт, рәнйеш артылды. Йөрәк өҙгөс олоуға ауыл эттәре айбарланып өрөп ҡушылды.
– Хоҙайым, Аллаҡайым, ярҙам ит! Рәнйейем мин Сабитҡа. Рәнйейем Зөһрәгә!.. Рәнйейем хаин ҡәйнәмә лә. Рәнйейем! Мин етемде мыҫҡыл иттеләр. Үҙең әшкәрт! Ошо төндө генә үткәрһәм...
“Ыһ! Ыһ!” – йөрәге әрней, йәне илай.

– Ҡыҙыҡайҙарым! Иртән балам мине эҙләр, уға бит бары 17 генә йәш. Ләләнең имтихандары етә...
Сәғиҙә бауҙы алып бар көсөнә бәҙрәфтең тишегенә быраҡтырҙы ла тәнтерәкләп барып баҡсалағы мискәнән бер биҙрә һыу алып өҫтөнә ҡойҙо. Тағы алды, тағы ҡойҙо. Йөрәге леп-леп килә. “Ыһ...” – Күңелен әрнеткән бөтә бысраҡты, хыянатты йыуып төшөрөргә теләгәндәй, ҡатын һыу менән ҡойондо ла ҡойондо.

Шунан бик оҙаҡ бер нөктәгә текәлеп ултырҙы ла, ҡәтғи ҡарарға килеп, яңы сығып килгән ҡояш нурҙарына һөйөнөп, өйөнә атланы. Күңелен эш менән баҫты, кеше араһында булырға тырышты кәнсәлә бухгалтер булып эшләгән ҡатын. Тик бөршәйеп, бәләкәс кенә булып ҡалған йәне генә тыныслыҡ тапманы. Көндөҙөн бер кемгә бер нәмә һиҙҙермәне, баҫалҡы ғына йылмайып йөрөнө. Ә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе. Кис бер үҙе ҡалғанда күҙҙәрендә шундай ғазап, әрнеү, өмөтһөҙлөк, аптырау, ҡурҡыу, сараһыҙлыҡ – ул үҙенең көҙгөләге сағылышына ҡарай алманы. Ябыҡҡан, ҡарайған, бәләкәйләнеп ҡалған Сәғиҙәне танырлыҡ түгел ине. Сабиты еңел машинаны, тракторҙы, быҙауҙары менән ике һыйырҙы ла килеп алды.
– Алиментҡа бирмә, өй һиңә ҡала, шул етер, – тине. Бер аҙҙан, Сәғиҙә эштә саҡта, яңы ғына күтәргән аҙбарын да һүтеп алып китте. «Бер үҙенә ниңә мал аҫрарға? Йонсомаһын!»
Ҡатынға һыйырын да, һарыҡтарын да һатырға тура килде.

Себерҙән отпускыға ҡайтҡан Маһинур апаһы һеңлеһенең донъяһы шулай көтмәгәндә селпәрәмә килеүенә йәне көйҙө. Һәр ашағанын кире ҡоҫоп торған туғанын йәлләне.
– Әйҙә әле, Әһлитдин муллаға, – тип, ай-вайына ҡарамай, күрше ауылға алып китте. Ҡасандыр, бәләкәй сағында, үҙен үлемдән алып ҡалған дин әһеленә Маһинур ныҡ ышана, хөрмәт итә ине. Туҡһан йәшен тултырған ҡарт бик бирешкән, күптән кеше ҡарамай, тиҙәр. Ярар, хәйер булһа ла бирер. Әһлитдин бабай Сәғиҙәгә күҙ һирпеп кенә ҡараны ла, яулыҡ, оҙон халат кейҙертеп ултыртып ҡуйҙы. Бик оҙаҡлап уҡып өшкөрҙө лә, өшкөрҙө. Сәғиҙә ауыҙын да яба алмай, иҫәнгерәп, иҫнәп ултырҙы ла ултырҙы. Шунан күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй башланы, аҙаҡ һулҡылдап иланы, шунан иҙәнгә ятып, башын бәреп-бәреп, йоҙроғо менән иҙәнде төйә-төйә һыҡтаны ла һыҡтаны. Моңло доға тауышына уны йоҡо баҫты. Уянып китһә, кис еткән. Әһлитдин мулла бер стакан һыу һуҙҙы.
– Бөткәнсе эс! Балам, тыңла, хәтереңә һал! Ҡыҙҙарыңды йәлләп ярҙам иттем, олоғайҙым, ауырыйым. Ҡәйнәң туйығыҙҙа уҡ, туй күлдәгеңде йыуып, әмәлләгән. Ирең һине ныҡ яратҡанға, алдырғыһы килмәгән уның, яңғыҙ ҡалырмын тип ҡурҡҡан. Нисек шунсама йыл ирең менән йәшәгәнһең әле? Нисек һау балалар апҡайтҡанһың? Һаман тәғәм аша әмәлләп тора. Һиңә кире йоҡмаһын, йәбешмәһен тиһәң, намаҙға баҫ, сүрәләр уҡы.
– Бына «Фил» сүрәһен яҙҙым, ишек башыңа элеп ҡуй. Ошо тоҙҙо ай буйы иртәнсәк семтемләп кенә бер стакан һыуға һалып эс. Таҙарынырға кәрәк, ныҡ тамырланған, ете йылға һуҙылыр әле. Ауырырһың, духтырға барма, дарыу эсмә, үтер, иншаллаһ. Миңә ҡабат килмә, хәҙер үҙемә аҙна буйы ураҙа тотоп, таҙарынырға кәрәк буласаҡ.

Балаларыңды йәтим итмәйем тиһәң, ҡалғаны үҙеңдән тора. Тағы... башҡаса бер кемгә лә рәнйемә – мосолманға хас түгел ул.
Йылдар уҙҙы. Сәғиҙәнең ҡыҙҙары уҡып бөтөп, эш башланы. Бер үҙе туйҙар үткәреп, ҡыҙҙарын башлы-күҙле итте. Сабиты хатта килмәне лә.
– Атайым юлда машина көтөп торғанда ултыртмай ҙа үтеп китте, - тип йәне әсенеп иланы Ләләһе. Даны сыҡҡан «ҡыҫыр Зөһрә»нең дә ялғаны фаш ителде – бала тыуманы. Сабиты ла ныҡлы эсә башлаған икән, тигән хәбәрҙәр йөрөнө. Торараҡ Зөһрәһе лә бөтә донъяһын һатып, ҡалаға сығып киткән дә барған. Ҡәйнәһе, бер нәмәһеҙ ҡалған улы ҡайтып ингәс, инфаркт булып, аяҡтан ҡалған, тиҙәр.

Сәғиҙә яйлап дингә килде: Ҡөрьән уҡый, намаҙҙарын ҡалдырмай. Бөгөн кис ейәне менән мәж килеп йөрөп, һуңлап китте. Ятҡайны ғына, ҡап-ҡараңғы шомло подвалға төштө лә китте.
Күҙҙәр бер аҙ өйрәнгәс, тирә-яғына ҡараһа, ҙур ғына бүлмә. Өҫтән ҡыҫылып ҡына һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡтылыҡ төшә, күрәһең, шунда подвал ҡапҡасы. Төпкәрәк үтте: һике өҫтөндә иҫ киткес ҙур, ҡурҡыныс, ике оҙон анаконда йоҡомһорап ята. Сәғиҙә, ҡото осоп, өнһөҙ ҡалды. Улар янынан былай ғына үтеп китеп булмаясаҡ, уны һаҡларға ҡуйылғандар.

“Нишләргә?! Был имәнестәрҙән бер төрлө ҡотолоу юҡ: ни булһа, шул булыр!” – Ул шым ғына баҫып яндарына килде. Береһе күҙен ҡыҫып ҡатынды күҙәтә. Күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышып, Сәғиҙә кинәт уяу йыландың муйынынан тотоп алды ла асҡан ауыҙын йоҡлағанының муйынына батырҙы һәм яҡты төшкән яҡҡа йүгерҙе. Был шул тиклем тиҙ килеп сыҡты: быуарҙар ни булғаны аңламай ҙа ҡалды. Улар ҡатын артынан ташланды, ләкин беренсеһе ҡаҙалған тештәрен тартып сығара алмай, икенсеһе ажғыра, ысҡынырға тырыша. Уның һайын бер-береһенә нығыраҡ уралышып ҡушылдылар, тартышҡан һайын буталышып сырмалдылар. Сәғиҙә баҫҡыс буйлап осоп ҡына менде, ҡапҡасын асып япты, йоҙағын элеп ҡуйҙы, ары йүгерҙе – тағы баҫҡыс, күтәрелһә – ишек, этеп ҡараны. “Уффф! – Бикле түгел икән! Келәһен төшөрөп алға йүгерҙе, тағы баҫҡыс! Хәле бөттө, артына әйләнеп ҡараны – ыҫылдаған тауыш ишетелә. “Эй, Хоҙайым! Ишек? Асыҡ икән!” Бикләне лә ары йүрмәләне. Оҙон туннель. Ҡайҙа һуң ул?! Бында яҡтыраҡ, аяҡ аҫты шөйлә күренә. Тағы баҫҡыс! Бөтмәйме ни былар?! Артта ниҙер шатыр-шотор килә. Ҡатын алға ынтылды, ишекте «шарт» итеп асып япты. Шулай уҡ оҙон туннель. Аяҡтары тотмай башланы, быуынһыҙ ғына була инде! Аҫта нимәлер гөрһөлдәй, ҡолай. Юҡ, бирешмәйәсәк ул. Алға! Йәнә баҫҡыс?! Яҡында ғына ыҫылдаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, быуарҙар ҡанға батышып, ҡушарлап уралышҡан килеш, баштарын ҡалҡытып, ярты метрҙай телдәрен сығарып, һаҫыҡ шайыҡтарын ағыҙып, шыуышып килә. Ни хикмәт менәндер беренсеһе ауыҙын тартып сығарған, икенсеһенең умырылып алынған яраһынан ҡан һарҡый. Ҡатын бер ынтылыуҙа баҫҡыстан күтәрелде лә, ишектең асҡысын бороп, ары тәнтерәкләне. Йыландар ҡойроҡтары менән бәрә башланылар. Ишек түҙмәне, селпәрәмә килде. Тағы оҙон туннелдең осона барып етте, тағы баҫҡыс! Имәнес йыландар ҡыуып етеп килә. Сәғиҙә, аҡтыҡ көсөн йыйып, мүкәйләп өҫкә үрмәләне. Ишекте саҡ ябып, аһылдап тын ала-ала, арҡаһы менән этеп торҙо.
Тирә-яҡ яп-яҡты! Ҡайҙа ул? Иғтибарлабыраҡ ҡараны.

Бәй, ҡәйнәһенең мунсаһының соланына килеп сыҡҡан бит! Ни хикмәт? Ни ғибрәт булды был?! Ныҡ аптырап ҡалған ҡатын, һаман дер һелкенгән ишекте асып ебәрҙе лә, абына-һөрлөгә тышҡа сыҡты. Нишләп ул ҡәйнәһенең урамына килеп сыҡты әле?!
Шул саҡ мунса соланынан ҡанға батып, сәсе-башы туҙған, күлдәктәре йыртылып-бысранып бөткән ҡурҡыныс ҡиәфәттә ике ҡатын ҡултыҡлашып сыҡты ла Сәғиҙәнең аяҡ аҫтына тәгәрәне. Яҡшылабыраҡ ҡараһа: береһе – ҡәйнәһе, икенсеһе – Зөһрә.
– Ҡәйнәм? Зөһрә! – Сәғиҙә ахылдап, хәле бөтөп уянып китте. – Ыһ!
“Бисмилләһир-рәхманир-рахим! Әл дә төш кенә!” Намаҙ ваҡыты еткән икән, торорға кәрәк. Ҡатын бер килке уйланып ятты.
Был төшө нимәне аңлата? Ете ишектән сыҡты, ете «тоҙаҡ»тан ҡотолоуымы?

Бер кисте Сәғиҙә Миңнифа апайҙы балалары алып ҡайтҡан күстәнәстәрҙән ауыҙ итергә сәйгә саҡырып алды. Һүҙ араһында ғына күршеһе әйтә ҡуйҙы:
– Ҡәйнәңде Сабитың эсеп йөрөп ныҡ ыҙалата икән, һеҙҙең донъяғыҙҙы бутағанына бик ныҡ үкенә, ти. Эшенән ҡалған улын, өйөңә ҡайт тип, ҡыуалай икән, тиҙәр. Теге «ен күбәләге» лә ҡаты ауырып, больницаға эләккән икән.
Бер аҙҙан ныҡ туҙған, ҡартайған Сабиты, ете йылдан һуң беренсе тапҡыр килеп, Сәғиҙәнең эштән ҡайтыуын көтөп ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултыра ине.
– Ғәфү ит мине! Яңылыштым! Терһәк яҡын да бит, тешләп булмай... Ҡайтайым. Балаларға терәк булайыҡ, ейәндәрҙе бергә үҫтерәйек.
Ҡатын күҙҙәрен тултырып бер ҡараны ла, ҡапҡаны шым ғына ябып, элгесен төшөрөп, өйөнә инеп китте…

Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.
Фотола – автор.

Автор:
Читайте нас