Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Әҙәби күстәнәс
21 Марта 2022, 04:05

“Кеше булып ергә тыуһам да мин, Мин бит ерҙә атҡан гөл, үлән!”

Бөтә донъя шиғриәт көнөнә ҡарата Әлфирә Кәримова күптән шиғриәт менән мауыға. Әммә ижад емештәрен гәзит битендә баҫтырыуы тәүгегә. Ул З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетын тамамлап, тағы ла шул уҡ уҡыу йортонда, мәктәпкә тиклемге балалар өсөн педагог һәм психолог факультетында юғары классификация яҡлай. Әлеге көндә 73-сө балалар баҡсаһында эшләй. Буш ваҡыттарында ижад итә, ижади конкурстарҙа ҡатнаша, хатта уның һүҙҙәренә йырҙар ҙа яҙылған. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 255 йыллығына арналған “Стәрлетамаҡ, һинең хаҡта йырлайым” конкурсында “Рух” төркөмө (Ирек Атанов) менән “Стәрлетамаҡ – тарихи ҡала” исемле йыр сығарып, үҙе гала концертта башҡара. “Шиғырҙар ғына түгел, баҡсалағы балаларҙы әүрәтер өсөн әкиәттәр ҙә уйға килә башланы. Мин уларҙы хәтерҙән юғалтмаҫ өсөн йыйып яҙа башланым. Балалар баҡсаһында башҡорт телен һаҡлау, тергеҙеү өсөн түңәрәк алып барыу эшен дә йәнләндермәксемен”, – ти Әлфирә. Ижад һуҡмағына аяҡ баҫҡан замандашыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

“Кеше булып ергә тыуһам да мин, Мин бит ерҙә атҡан гөл, үлән!”“Кеше булып ергә тыуһам да мин, Мин бит ерҙә атҡан гөл, үлән!”
“Кеше булып ергә тыуһам да мин, Мин бит ерҙә атҡан гөл, үлән!”

Әсәйемдең бешкән икмәге

Йырлай-йырлай әсәй ҡамыр баҫа,
Бер көй менән туҡый ҡулдары.
Йәбешһә лә ҡулы ҡамырға,
Биш уй менән тулы уйҙары.

Әй, яратам әсәй бәлеш һалһа,
Өй эстәрен биләй еҫтәре.
Бәлештән дә татлы хәбәрҙәр,
Йыйылғанда күмәк кистәрен.

Әсәйемдең наҙлы ҡулынан,
Ҡамыры ла йомшаҡ баҫыла.
Йырҙарынан тамған моңдары,
Хәстәрлекле уйы ҡушыла..


Бала саҡты һағынам, әсәйҙең,
Бешкән икмәк менән йырҙарын.
Осрашыуҙарҙы көтәм талпынып,
Беҙгә илткән күңел наҙҙарын.

Кеше булып ергә тыуһам да мин

Кеше булып ергә тыуһам да мин,
Мин бит ерҙә атҡан гөл, үлән.
Тик һуҡһа ла һыуыҡ ҡар, ҡырауҙар,
Һулымайынса ла үçәм һәм түҙәм.

Ғүмер үҙе миҙгелдәрҙән тора,
Төрлө сағы була тормоштоң.
Күңелдәргә берсә буран өрә,
Берсә нуры төшә ҡояштың.

Күңел йөгө бушаҡ, ҡылдай ғына,
Буран өйөрө ҡупһа өҙөлә.
Ят телдәрҙең упҡын еле ҡаҡһа,
Ҡырау тейгән гөлдәй йән үлә.

Алсаҡ ҡояш та нурлап йылыта,
Йәнде семеткәндә һыуыҡтар.
Күңел ҡылын ялғап йыуатҡандай,
Әлдә наҙлы изге һүҙҙәр бар.

Үрмәләйем күккә, баш эймәйем,
Ауырлыҡтар һуғып, типһә лә.
Яҙмыш инде әсирлеккә алғас,
Буйһонорға тура килә лә...

Вәғәҙә

Бергә атлайһы юлдар сатында,
Вәғәҙәләр биреп үткәйең.
Барыр юлға һөйөү нурҙарын,
Һибәм тиеп антты әйткәйнең.

Һүҙ бирҙең – һин һөйөү диңгеҙеңдә,
Булырбыҙ тип парлы тулҡындар.
Тик тулҡындар сайҡалышҡас ташып,
Һыу өҫтөндә ҡалҡты упҡындар.

Һүҙ бирештек һыу ҡойорға әгәр,
Йѳрәктәрҙә уттар янғанда.
Әммә һыуҙан уттар нығраҡ янды,
Тик һүрелде кѳлгә ҡалғанда.

Һәр минуты уртаҡлашыр өсөн,
“Һин энә бул”, тинек “ә мин еп».
Энә булып һин юл гиҙгәнеңдә,
Бер урында ҡалдым төй(ө)нәлеп.

Һөйөү менән тулған был юлдар,
Υтә ҡыҙыу һуға ҡамсыһын.
Күңелдәге ғазаптарҙы йыуа,
Күҙ йәшенең әсе тамсыһы.

Автор:
Читайте нас