

Мин уларҙы бик яҡын күрәм, беҙ һәр саҡ бергә уйнайбыҙ, берәр тәмле ризыҡ булһа, бүлешеп ашайбыҙ. Улар булмағас, миңә, әлбиттә, бик күңелһеҙ ине. Мин бик оҙаҡ эре яуған ҡар бөртөктәрен ҡарап торҙом. Әҙ генә шыуырбыҙ ҙа ҡайтырбыҙ тип уйланым. Тик ни күҙҙәрем менән күрәйем, Фәнүзә менән Зиннәт өр-яңы зәп-зәңгәр төҫтә сана һөйрәп киләләр ине. “Бына әсәйем беҙгә ҡаланан сана алып ҡайтты”, – тине Фәнүзә. Был сана менән барлыҡ балаларҙың да шыуып ҡарағыһы килә ине ошо мәлдә. Тик бер нәмә лә аңламаған бәләкәс Зиннәт тау шыуаһым килә тип, сананы алып китеп барҙы.
Мин дә шыуып ҡарайым тигән һүҙҙәрҙән арыныпмы, Фәнүзә Зиннәт туғанын етәкләп, беҙ Түлтебей буйындағы тауға барабыҙ тине. Мин дә Хәлил туғанымды алып уларҙың арттарынан атланыҡ.
Бында бигерәк тә ҙур шул тау, ул күлдең уртаһына уҡ барып етә. Фәнүзә бына бында рәхәтләнеп шыуабыҙ тигәндәй, сананы алып шыуып китте. Эй бала саҡ, беҙгә ошо яңы сананан да бейек тауҙан да ҙур шатлыҡ булмаған, күрәһең!
...Күлдең уртаһындағы бик ҙур итеп уйылып ҡуйылған, ҡар менән ҡапланған мәкене генә беребеҙ ҙә күрмәгәнбеҙ. Тап ошо мәкегә Зиннәт барып сумды ла инде. Китте ҡоттар осоп!.. Беҙ уны көскә һөйрәп сығарҙыҡ. Барыбыҙ ҙа бик бәләкәй балалар инек шул. Бына шулай зәңгәр сана һыу төбөнә китте лә инде. Зиннәтте етәкләп өйгә табан йүгерҙек һәм бер кемгә лә һөйләмәҫкә һүҙ бирештек. Тик 40 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткәс кенә мин быны яҙырға булдым. Хәҙер инде бәләкәс Зиннәт тә, Фәнүзә лә яҡты донъяларҙа юҡтар. Мин уларҙы бер ваҡытта ла онота алмайым. Мәңге онотолмаҫ бала саҡ илендә ҡалаһы ине. Әммә яҙмыштар һәр бер кешегә беҙ теләгәнсә яҙылмай шул. Ул ваҡытта буй етмәҫлек зәңгәр саналар ҙа хәҙер магазин тулы, тик эргәлә дуҫтар ғына юҡ...
Хәмдиә МОРТАЗИНА.