Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
29 Июнь 2022, 18:05

АЛҠА

– Ҡыҙым, тор, Айгөлөң ҡайтҡан! – Әсәйҙең һөйөнсөһөн ишетеү менән урынымдан ырғып торам:– Ысын Айгөл ҡайтҡанмы?– Ысын кәнишне. Һинең юрый Айгөлөң дә бармы ни? – Әсәйҙең шаяртып әйткән был һүҙенән тағы нығыраҡ осоноп, ҡанатланып китәм.

АЛҠА
АЛҠА

Ашап тамаҡты туйҙырып алғас, йүгереп кенә йөрөп өйҙәге эштәрҙе бөтәм дә, әхирәтемә тороп сабам. Ул ҡаланан беҙҙең ауылда йәшәгән өләсәһенә ҡайтып йөрөй. Барып ингәс, уның менән ҡосаҡлашып, иҙән уртаһында бер өйөрөлөп алабыҙ ҙа, етәкләшеп урамға сығып йүгерәбеҙ. Эскәмйәгә килеп ҡунаҡлау менән беҙҙе башҡа ҡыҙҙар һәм малайҙар һырып ала. Улар араһында ҡаланан ҡайтҡандар ҙа, башҡа ауылдарҙан туғандарына ҡунаҡҡа килгәндәр ҙә бар. Ҡыҙҙар күтәреп сыҡҡан ҡурсаҡтарын, малайҙар пистолет, танк, машиналарын күрһәтеп маҡтаныша, бер-береһен уҙҙырып хәбәр һата, ҡысҡырып көлә. Миндә бер ҙә генә уйынсыҡ ҡайғыһы юҡ, ҡарашымды Айгөлдән айырып ала алмай бер булам. Уның алҡаларын аласыҡта саҡта уҡ шәйләгәйнем инде. Әле улар тағы ла матурыраҡ күренеп, ҡояшта әле бер, әле икенсе төҫкә инеп ялтлап, күҙҙе сағылдырып бер була. Тура ғына баҫып торғанында аҡ ҡашлы, ҡырын торһа – йәшел, башын уңға борһа – күк, һулға борһа – алһыу булып ялт-йолт килә үҙҙәре.

– Үәт, исмаһам, матурлыҡ!
– Нимә тинең? – Эстән генә уйлағанымды яңылыш ҡысҡырып әйткәнмен икән, әхирәтем ялп итеп миңә борола һала.
– Айгөл, тим, бышылдап ҡына, – миңә лә ошондайҙар кәрәк!
– Бәй, һинең ҡолағың тишек түгел дә баһа... – Әхирәтем сәс араһынан ҡолаҡтарымды һәрмәп сығарып, тағы бер ҡат тикшереп ҡуя: – Тощно тишек юҡ бит бында!
Уның әйткәндәренән минең кәйеф бөтөнләй төшөп, танау аҫҡа һәлберәп, керпектәр ергә ҡаҙала. Ҡыҙҙар менән бер ни булмағандай уйнап ултырһам да, уйым инде әллә ҡайҙарға осоп китеп, алҡа-балдаҡтар һатҡан магазиндарҙы ҡыҙыра. Ҡолағым тишек булһа, мин дә әхирәтем кеүек ялтлап торған биҙәүестәр тағып, ошолар араһында ҡуҡырайып ултырған булыр инем, тип уйлайым.

Йоҡларға ятҡас та, ул уй байтаҡ ваҡыт миңә тынғы бирмәй йонсота. Төшөмдә лә алҡаларҙың әле береһен, әле икенсеһен кейеп мәж киләм. Иртән торғас та, был хаҡта әсәйгә һүҙ тишәм:
– Минең дә матур алҡа таҡҡым килә. Беҙҙең ауылда бармы ул ҡолаҡ тишкән кеше?
– Бәс! Маһинур инәйең тишә инде...
Уны тыңлап та бөтмәй, сәйемде ашыҡ-бошоҡ һемереп, Айгөлгә тороп сабам. Уға сәсәй-сәсәй хәбәремде һөйләйем, үҙем әхирәтемдең ҡолаҡтарынан күҙемде алмайым. Йоҡонан торғас, сәсен дә йыймаған әле ул, ә шулай ҙа теге алҡалар улар араһынан ҡояш төшкән һайын сағылып-сағылып китә.
– Айгөл, иртәгә ҡолаҡ тиштерәм. Минең менән бараһыңмы?
– Нимәгә?
– Иптәшкә.

Әхирәтем менән иртәгә төш ваҡытында осрашырға килешеп айырылышабыҙ. Әсәйгә был турала көтөү ҡыуғанда Маһинур инәй менән һөйләшергә ҡушам да, матур күлдәгемде үтекләп, сандалиҙарымды йыуып, иртәгәһе көнгә әҙерләп ҡуям. Әсәй миңә әйләнгән һайын бер һүҙен тылҡый:
– Белмәм шул, белмәм... Ҡуян йөрәк, тиштерә алырһыңмы икән һуң?
Иртән торғас, сәстәремде рәтләп, матур күлдәк менән сандалиҙарҙы кейҙем дә, ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә сығып ултырҙым. Айгөл күренмәй ҙә күренмәй, үҙен көтөп арып бөттөм. Бер сәғәттәй ваҡыттан һуң әхирәтем нәкәнис килеп етте. Оһо, ул да хәтәр матур итеп кейенеп алған! Һап-һары сепей төҫлө сарафаны ҡалай килешеп тора бит әле үҙенә! Ә әфлисун төҫөндәге сандалиҙары! Мин бығаса ундайҙарҙы бөтөнләй күргәнем юҡ ине!
Эскәмйәгә ултырып, икәүләп артабанғы “батыр” аҙымыбыҙ тураһында һөйләшеп алдыҡ. Унан ҡолаҡ тиштереүҙең бөтә нескәлектәрен һорашып ултыра торғас, ҡотом яйлап ҡына табан төбөнә шылғанын тоям. Етмәһә, мейемде бер туҡтауһыҙ әсәйҙең теге “ҡуян йөрәк” тигән һүҙе сүкей.

– Йә, ярай, ҡурҡма! – Әхирәтем ултырған урынынан ырғып тора. – Бер нисә көн түҙһәң, һәйбәтләнә ул. Давай, киттек!
Эйе шул, тип байтаҡ ҡыйыулана төшөп, уның менән ризалаша һалам. Мин дә оҙаҡламай бынауындай ялтыр алҡалар тағып йөрөйәсәкмен дә инде!
– Айгөл, – тим бышылдап ҡына, әйҙә, сандалиҙарҙы алмашып кейәйек.
– Нишәп?
Уның был һорауына яуап итеп яурынымды ғына һикертәм. Үҙемдең эсемдә әллә ниндәй аңлайышһыҙ тойғо, миңә ҡарағанда күпкә ҡыйыуыраҡ, тәүәккәлерәк әхирәтемдең ошо әфлисун төҫлө аяҡ кейемдәрен кейеп алһам, нисектер еңелерәк булыр кеүек.
Икәүләп етәкләшеп Маһинур инәйгә барып ингәндә, ул аласығында нимәлер эшләп мәж килә ине. Мине ихатаһында үҫкән ҙур тирәк ышығына ултыртып ҡуйҙы ла, ҡолаҡ япраҡтарымды ҡулым менән ыуырға ҡушты. Айгөл минән ситтәрәк, аласыҡ тупһаһына ҡунаҡланы. Инәйҙең ҡыҙҙары ла ҡайтҡан, улары ихатаны бер итеп әле өйгә, әле аласыҡҡа инеп, мәж килеп йөрөйҙәр. Минең тәңгәлдән үткән һайын, ҡолаҡты нисегерәк итеп ыуырға кәрәклеген өйрәтеп китәләр. Инәй үҙе лә, әленән-әле аласыҡ эсенән башын сығарып, был эште тикшереп кенә тора.
Бына ул ҡулын алъяпҡысына һөртөп, яулығын рәтләне лә, өйөнә инеп китте. Унан ҡулына энә, еп, мамыҡ, одеколон тотоп килеп сыҡты. Быларҙы күреү менән минең йөрәк тағы нығыраҡ тибергә кереште. Үҙем бер инәйгә, бер Айгөлгә ҡарайым. Уның иһә иҫе лә китмәй, янында осҡан себендәр менән алыша-алыша көлсә кимерә.

– Айгөл, – тим уға ипләп кенә, – әйҙә ҡайтайыҡ!
– Ни… нисек инде?
– Әй... Ҡурҡам.
– Ә былар? – Ул мине ирештергәндәй, үҙенең теге матур алҡаларын күрһәтә. – Таҡҡың килә лә инде ошолар кеүекте?
– Килә лә... Ауырталыр ул. Ҡурҡам.
– Ну һин тощно ҡуян йөрәкһең әй!
– Бынағайыш! Бында бер килеп эләккәс, ысҡынмайһың инде, һәҙер беҙ һине тәтәй итеп ҡайтарабыҙ! – Аласыҡтан инәйҙең ҙур ҡыҙы килеп сығып, ҡулына тотҡан табағын ситкә ҡуя ла, минең ҡолаҡтарҙы ыуаларға керешә:
– Иркәләп кенә ултырма инде, бына ошолайтып тороп ышҡы һин аларҙы, атыу тишкәндә ыҙаланаһың бит.
– Аааай! – Ауыртыуға сыҙамай, ҡысҡырып ебәрәм. Күҙемә уттар күренеп, ҡолаҡтарым менән ҡуша башым, тағы әллә ҡайһы ерҙәрем һыҙлаған кеүек.
– Ярай, етәр, ҡанале, – инәйҙең тауышы әллә ҡайҙа йыраҡта ишетелгәндәй. – Һәҙер беҙ аны...

Уның энәгә еп һаплағаны ла, ҡолағыма одеколон һөрткәне лә төштәге кеүек. Ҡапыл йөрәгемде әсеттереп ебәргән ауыртыуҙан ишек алды ғына түгел, тотош донъя зыр әйләнергә тотона. Сытырҙатып йомған күҙҙәремде асырға тырышҡанда, томан эсендәге кеүек аяғымдағы теге сандалиҙарҙы шәйләп ҡалам. Яңылышҡанмын, тип уйлайым, быларҙа бер ниндәй ҙә тылсымлы көс юҡ икән...
– Юҡ! – Энәһен тотоп икенсе яғыма күскән инәйгә ҡарап, йән көсөмә ҡысҡырып ебәрәм дә, ҡапҡаға атылам. Аяҡтарым әллә ҡамырҙан, әллә мамыҡтан яһалған, унда барып етә алмай, гөрһөлдәп әхирәтем янына ауам.
– Әйҙә, ҡыҙым, берәүе булды бит инде... – Маһинур инәй тағы әллә ниҙәр һөйләй, тик мин инде уларҙы ишетмәйем.
Үҙемдеме, тишелгән ҡолағымды йәлләпме, байтаҡ шулай һеңгәҙәп ултырам да, икенсеһенә нисек тә тейҙермәҫкә тигән етди ҡарарға килеп, ҡайтыу яғына ыңғайлауым була, мине Әлфиә апайҙың ҡулдары эләктереп ала:
– Ныу ошолай йөрөмәйең бит инде һыңар ҡолағына иң һалынған кәзә бәрәсе кеүек!

– Ишшыу ней вит ул ... магазинда алҡалар берешәрләп һатылмай, – Айгөлдөң әйткәне тамам йәнемде көйҙөрөп, уны бөтөнләй һатлыҡйәнгә сығарып ҡуям.
– Атыусы. Икеһен дә тиштерер кәрәк инде! – Быныһын инәйҙең кесе ҡыҙы әйтте шикелле...
Һул яғын тиштергәндә ҡулдарымды ныҡ итеп тотоп торған Әлфиә апайҙы, янымда баҫып торған әхирәтемде, тағы бер нисә кешене күрәм, әллә улары күҙемә күренәме, аңлай алмайым. Үҙемде ҙур бер ғәскәр ҡамауында ҡалған тотҡон итеп тоям, мине бер туҡтауһыҙ йүпәтләп маташҡан Маһинур инәй шул ғәскәрҙең хәйләкәр башлығы булып тойола.

– Мына булды! Ә һин ҡурҡҡан инең. – Эштең тамам икәнен аңлатҡан һүҙҙе кем әйтеүе лә мөһим түгел инде, ике ҡулым менән ҡолаҡтарымды ҡаплап, айҡала-сайҡала ҡайтыу яғына йүнәләм.
– Һыңар ҡолағына билдә һалынған кәзә бәрәсе кеүек йөрөмәксе ине атыу... – Әлфиә апайҙың көлөүе артыбыҙҙан ябылған ҡапҡаға ҡыҫылып ҡала.

– Ыста! Әллә ысын тиштереп ҡайтҡан инде? – Әсәйҙең был һорауын тишек ҡолаҡтарымдың сите менән генә ишетәм дә, үҙемдә уға яуап бирерлек тә көс тапмайынса, карауатҡа барып ауам...
Бер нисә көн үткәс, әсәй ҡолаҡтарымдағы ептәрҙе алып ташлап, алтын алҡа тағырға тигән ҡарар сығарҙы. Был ҙур эш Әлфиә апай кеүек үк ҡурҡыу белмәҫ, тәүәккәл һәм теге ғәскәр башлығы Маһинур инәйем кеүек ҡаһарман холоҡло Мәрйәм инәйемә тапшырылды. Мунса инеп сыҡҡандан һуң ул бәрәс ҡолағына тағылған билдә кеүек елпелдәп торған ептәрҙе тартып алып, бәләкәс кенә дүңгәләк алҡалар кейҙерҙе. Әхирәтемдеке ише янып тормаһалар ҙа, бығаса бер ҙә биҙәүес таҡмаған кешегә етә ҡалды, ул көндө әйләнгән генә һайын көҙгөгә ҡарап бер булдым.

Һуңынан әсәй миңә ҡып-ҡыҙыл ғына еләк-алҡалар алып ҡайтты, икенсе юлы йәшел ҡашлы көмөштө бүләк итте. Зәңгәр, аҡ, ҡыҙыл ҡашлылары... Ниндәйен генә таҡманым уларҙың!
Йүпәтләп кенә ҡолағымды тишкән Маһинур инәйем, ҡуян йөрәкле мине ҡосағына ҡымтып тотоп ҡолаҡтарымды ыуған, ҡасып сығып барғанда йәһәт эләктереп алған Әлфиә апайым, көлсә кимерә-кимерә мине дәртләндереп ултырған Айгөл әхирәтем, шеше лә ҡайтмаған ҡолағымдан мине сырылдатып, теге ептәрҙе алып ташлап, алҡалар тағып ҡуйған Мәрйәм инәйем булмаһа, күпме йөрөр инем икән кеше алҡаларына ҡыҙығып?
Теге ваҡытта тотош ғәскәргә ҡаршы яңғыҙ “баш күтәреүем” йыш ҡына хәтергә төшөп йонсотһа ла, көҙгө алдында биҙәүестәремде таҡҡан саҡта шул ҡаһармандарҙың һәр ҡайһыһын иҫкә алам. Ҡуян йөрәкле кәзә бәрәсенән матурҡас ҡына ҡыҙ яһағандары өсөн рәхмәттәрем яуһын үҙҙәренә!


Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: