Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
12 Ноябрь 2022, 12:20

Һуңлаған ярлыҡау. Миңзифа Хамматова

Йәйге отпускыны алғас , йыл һайын тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан йәштәр , яңы тыуған улдарының ҡырҡы тулыр - тулмаҫтан юлға йыйынды .Мансурҙың тағы ла бер аҙнаһыҙ эшенән китә алмаҫын белһә лә , Фирүзә сыҙамай ашҡынды. Ниңәлер тыуған яҡтарына ныҡ ҡайтҡыһы килгән ҡатын , иренә мөлдөрәп ҡараны .Йөрәкһегән ҡатынын тыя алмаҫын аңлаған ир ,ҡатыны менән сабыйын поездға ултыртып ебәрергә , ә үҙе биш йәшлек ҡыҙы менән аҙаҡ барырға булды .Фирүзәне улы менән купеға урынлаштырып ,хушлашып сыҡҡас , Мансур перронда поезд күҙҙән юғалғансы тороуын белде . Аяҡтары ергә ҡуша ҡаҙаҡлағандай торҙо ул. Күңеленең түрендә ниндәйҙер бер ҡыл сыңлап өҙөлдө .Йөрәген әсе , аңлайышһыҙ һыҙланыу ҡыҫты ...

Һуңлаған ярлыҡау. Миңзифа Хамматова
Һуңлаған ярлыҡау. Миңзифа Хамматова

Бөтә доньяны тетрәткән Аша ҡалаһы янында Оло Теләктәге фажиғәне күптәр хәтерләйҙер .Ҡапма ҡаршы юнәлештәге " Адлер - Новосибирск " һәм "Новосибирск - Адлер " поездары көслө шартлау арҡаһында , рельстан ситкә сығып оса . Вагондар яна , хатта өс километр алыҫлыҡтағы ағастар ауа, алты йөҙләп ҡазаланған кешеләрҙең дүрт йөҙләбе үлә .
Ошо поездың береһендә тыуған яғына ашҡыныусы , йәш һәм сибәр Фирүзәнең дә , әле ҡырҡы ла тулмаған сабыйының да ғүмере өҙөлдө .
Бер көн эсендә сәстәре ап аҡ булды Мансурҙың .Артабан нисек йәшәргә ? Нисек күтәрергә был ҡайғыны ? Яңы утыҙ йәшен тултырған иргә доньяның йәме ҡалманы .
Ҡатынын алырға барғанда , ҡолағындағы алтын алҡаларының ,муйынындағы цепочка ,хатта бармағындағы никах балдағының да юҡлығын абайлаған ирҙең күҙҙәренән әсе йәштәре субырлап аҡты .
Кемдәрҙең ҡулы барҙы икән , үлгән кешенең биҙәүестәрен сисеп алырға ?!
Берәүҙәр оло фажиғә кисергәндә ,икенселәрҙең донья ялтырауыҡтарына ҡыҙығыуы уның аҡылына һыйманы .
Юҡ ,алтындар өсөн ҡайғырманы ул .Йәненән артыҡ күреп яратҡан ,һөйөклө Фирүзәһенең саф тәненә ҡағылған әшәке ҡулдарға рәнйене ул .



Магазинда арыу уҡ ҡына ҡатындар менән һөйләшеп торҙо Хәнифә апай . Ҡайтышлай Зәкинә әхирәтенә инде ,байтаҡ ҡына ултырғас ҡайтырға сыҡты .
Үҙҙәренең ҡапҡа төбөндә торған ят машинаны ла , арыу уҡ ҡына йыйылған кешене лә алыҫтан уҡ абайланы ул .
Хәле бөтөп , тирләп - бешеп йән - фарман югереп ҡайтты өйөнә .
Ишек алдында башын баҫып ултырыусы иренә аңраланып ҡараны , сәсе ап - аҡ кейәүен таныманы . Ҡаршыһына илауҙан күҙҙәре шешенгән ҡоҙағыйы сыҡты , Хәнифә апай ҡоҙағыйын этә төртөп өйгә атылды .

Өйҙөң түрендә һуҙылып ятыусы ҡыҙын күргәс ,ултыра төштө .Күҙ алды ҡараңғыланды ,үңәсенә ниндәйҙер төйөр тығылды .
Сабырлыҡ тигән сифаттың ни икәнен белмәгән апай ,шарылдап илап ҡыҙының өҫтөнә ауҙы .

Йәне тәненән айырылып күккә осҡан кешенең тәне , таш кеүек ҡаты булыуын ,унан боҙ һалҡынлығы килеүен беләһегеҙме ? Хатта сәстәре лә үлгән була .

Хәнифә апай ҡорт саҡҡандай тертләне . Тыуғандан алып бер тапҡыр ҙа ҡыҙының башынан һыйпамаған , арҡаһынан һөймәгән ,бер ҡасан да "балам " тип әйтмәгән әсәгә донья түңкәрелде .
Ҡара ҡарғыш яуҙырып ҡарғап һәм ҡыуып ебәргән ҡыҙының ,ошо рәүешле ҡайтып инеүенә ышанырға теләмәне .
Их ! Үткәндәрҙе кире ҡайтарып булһа ине лә !!! Юҡ шул ,юҡ .Башты ташҡа бәрһәң дә булмай .
Үкенестән йөрәге ярылыр сиккә етеп ,үҙәге өҙөлгән Хәнифә сәстәрен йолҡа - йолҡа иҙәнгә тәгәрәне .

Хәнифә тапҡыр телле , баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп тороусы сая ҡыҙ булды .Сибәр ҡыҙға күҙ атыусы егеттәр ҙә байтаҡ ине ауылда .
Яңыраҡ ҡына армиянан ҡайтҡан ҡупшы Фәһим , сибәр ҡыҙҙың күңелен тиҙ арала яулауға иреште . Ҡыҙ ниндәй генә уҫал булмаһын , тәтәй егеттең татлы теленә алданды барыбер .
Йылғыр егет ҡыҙҙың буйға уҙыуын белгәс , ҡасыу яғын ҡараны .Хәнифә белмәй ҙә ҡалды егетенең уны ташлап ситкә сығып киткәнен . Фәһим йәһәт кенә әсәһе әллә ҡасан күҙләп ҡуйған ҡыҙға өйләнде лә , кәләшен алып ҡалаға сығып олаҡты .
Хәнифә нимә эшләргә белмәй өҙгөләнде .Ата әсәһе белһә , ниндәй яньял ҡубасағын да белеп тора ул .Һәр саҡ дөрөҫ юлдан ғына атларға тырышҡан атаһы менән әсәһенә был хәлдең нисек тәҫьир итәсәген аңламаймы ни ул ?
Оҙаҡ илап , ҡайғырып ятманы сая ҡыҙ . Ауыр хәлдән сығыу юлын эҙләне .Серен оҙаҡ йәшерә алмаясағын аңлаған Хәнифә , совхозда тракторсы булып эшләгән ипле , йыуаш Зиннурҙы ҡарауылланы .
Шундай сибәр ҡыҙҙың үҙен һайлауына , бәхеттең етенсе ҡатында булған егет оҙаҡ уйлап торманы . Тиҙ арала ҡыҙҙың ата - әсәһенә ризалыҡ һорап яусы ебәрҙе .Гөрләтеп туй үткәреп , кәләшен оҙатып та алдылар .

Ауылда шыш быш таралһа ла , Зиннур ҙа ,уның кеше йәнле ,тыныс һәр саҡ һүҙен уйлап һөйләүсе әсәһе Мәфтүхә инәй ҙә ғәйбәткә юл ҡуйманылар .
Әсә күңеле һиҙмәй буламы һуң ?
Килененең хәл торошон да бер күҙ һирпеүҙә абайланы ул , ауыл буйлап таралған имеш мимеште лә күптән үк ишеткәйне инде .Инде утыҙға яҡынлап килгән улының һаман яңғыҙ йөрөүенә лә эсе боша ине .
Йөҙө ҡояштай балҡыған улының , өйләнәм тигән һүҙенә ниндәй йөрәк менән ҡаршы төшһөн ул ?
Йыуаш тигәс тә , Зиннур ҙа һуҡыр ҙа , һаңғырау ҙа түгел .Белә күрә өйләнде Хәнифәгә .
Ярата ине ул ошо ҡыҙҙы . Бөтә йөрәге менән ярата ине .
Ваҡытынан алда доньяға килгән ҡыҙ баланы үҙҙәренеке итеп ҡабул итте ул менән әсә .
Үҙ сираты еткәс Зиннур менән Хәнифәнең уртаҡ ҡыҙҙары Фирүзә тыуҙы . Йәш аралары йыл ярым ғына булған булған ҡыҙыҡайҙар игеҙәктәр кеүек инеләр . Ҡәйнәһе менән ире ҡыҙҙарҙы айырманы , икеһен бер тигеҙ күреп яратты .Ҡәйнәһе лә ире лә Хәнифәне ғүмер буйына ла аңлай алманылар .Туғыҙ ай күкрәк төбөндә йөрөткән , тулғаҡ ғазаптарын кисереп үҙ йәненең бер өлөшө булып яралған сабыйға күңеле ятманы .
Фәриҙәһен " өф " итеп торһа , Фирүзәгә күңеле иремәне . Әйтерһең дә ул уның өсөн үгәй бала ине .
Бөтә матур һәм яҡшы нәмә Фәриҙәгә тейеш ине . Кейемде лә апаһынан ҡалғанды , зарланмай ауырһынмай ғына кейҙе Фирүзә .Фәриҙәһе иркә , еңмеш ; Фирүзәһе баҫалҡы , сабыр булып үҫтеләр . Фәриҙә күберәк урам тапаны , өйҙәге бар эш Фирүзә елкәһендә булһа ла , әсәһе мәңге риза булманы .Ниндәй булһа ла йөй табып ҡыҙын әрләп , һуҡранып йөрөү уның төҙәлмәҫ ғәҙәтенә әүерелде .
Ҡалай ғына булһа ла ваҡыт бер урында туҡтап тормай . Үҙ яйына үҙа бирә .
Береһенән береһе матур ҡыҙҙар үҫеп буй еткерҙе.
Фәриҙә алыҫҡа китмәне ,күрше егетенә кейәүгә сыҡты .Фирүзә ҡабаланманы магазинда һатыусы булып эшләп йөрөй бирҙе.

Өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан күрше ауылда йәшәүсе һөйгән егете бар Фирүзәнең .Шаян , илгәҙәк , һәр саҡ ҡыҙыҡ хәбәр һөйләп кешене көлдөрөргә әүәҫ булған Мансуры бар уның . Әллә ҡасандан һораталар ҡыҙҙы .Хәнифә апай ғына ризалашмай .
- Кейәү ищу уға , мин уны нимәгә табып үҫтергәнмен , көсөн күрмәгәс .Әҙерәк йомшайым әле .
Фирүзә әсәһенә нисек ҡаршы барһын да , ғүмерендә ҡатынына бер ауыҙ ҡаршы һүҙ әйтә алмаған Зиннур ағай ни ҡылһын ? Хәнифә иренә лә ҡәйнәһенә лә ал бирмәне . Ғүмер буйы үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән яһил ҡатындың алдына кем ҡаршы сыға алһын ?
Фирүзәнән башҡа тормошон күҙ алдына килтермәгән Мансур , сабыр ғына көттө лә көттө .

Ваҡыты еткәс , доньяға ҡыҙ бала ауаз һалды . Фәриҙә сабыйын мең үлем менән тиерлек , бик ауыр тапты . Ҡабат әсәй була алмаясағын белгән ҡатын , ҡыҙына үҙен тотошлайы менән арнаны .
Ҡайҙан алдым , ҡайҙа ҡуяйым тигән балалары өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырҙай инеләр йәш әсәй менән атай .
Бар яҡтан да һөйөүгә сорналған бәләкәстең йөҙөнән йылмайыу юйылманы . Илауҙың ни икәнен белмәгән баланы ҡулдан - ҡулға йөрөтөп "өф " итеп кенә үҫтерҙеләр .Ирәбе , иркә генә телдәр ҡыҙсыҡ ике өй араһында югерҙе .Бер ҡараһаң үҙҙәрендә , икенсе ҡараһаң өләсәһендә . Уҫал Хәнифә апайҙың да теленән бал ғына тама ине бәләкәсте күрһә .
Ҡыҙыҡай бигерәк тә Фирүзә апаһын яратты . Ҡайҙа барһа ла артынан ҡалманы , итәгенә йәбешеп йөрөнө.

Сабыр иткән , мораҙына еткән тигәндәй ,ниһәйәт , Хәнифә апай ризалығын бирҙе йәштәрҙең ҡауышыуына . Туйға ҡыҙыу әҙерлек башланды . Кешенән кәм булырға яратмаған апай , ең һыҙғанып баш көллө әҙерлек эштәренә сумды ул .Янындағыларҙы ла югертте ул ,бер кем дә эшһеҙ ултырманы .
Ишек алдары һеперелде , өйҙө йыуып йышып сыҡтылар , буяр ерен буяп , аҡлар ерен аҡлап , донья таҙалау эштәре тамамланыуға , һалма йәйеү , сәк - сәк бешереү һәм башҡа бешереү төшөрөү эштәренә сират етте .
Һалма йәйеү кеүек яуаплы эште апай үҙе башҡарҙы , Фәриҙә сәк - сәк бешереүгә оҫта . Зиннур ағай өҫтәл ,эскәмйәләр эшләү менән мәшғүл , уға кейәүе Фәриҙәнең ире Сабир ярҙам итә .
Фирүзәгә лә эш күп . Булған таҫтамал , юрған тыштары кеүек керҙәрҙе йыуып алырға булды .
Матур ҡояшлы йәй көнө кер йыуыуы үҙе бер күңелгә рәхәтлек бирә торған шөғөл бит ул .

Ауыл ҡатындары йәй көнө керҙе Һаҡмарға төшөп сайҡата ине .Был шөғөл Фирүзәгә лә оҡшай .Тасын бәләкәй арбаға ултыртып , керен тейәп , картуфлыҡ артында яҡын ғына булып ағып ятҡан Һаҡмар буйына төштө ул .
Апаһының итәгенә йәбешеп йөрөүсе биш йәшлек Сөмбөл дә эйәрҙе уға .
Эй , ярата Фирүзә Һаҡмарҙа кер сайҡарға ! Рәхәтләнеп , яланаяҡланып ,күлдәк итәген ҡыҫтырып һыу кисеп ,шаптырлатып мас булып кер сайҡай ул .
Һыуҙың рәхәтлегеее , ялан аяҡтарын һыу төбөндә йөҙгән сүмешбаш , ваҡ балыҡтар ҡытыҡлай .
Ошо рәхәтлеккә шатлыҡ ҡыуанысҡа сорналған ҡыҙ доньяһын онотто .
Тиҙҙән аҡ күлдәк кейеп , Мансуры менән загсҡа барасаҡтарын күҙ алдына килтереп , бәхетле йылмайҙы .Матур хыялдарға сумып , көлә йылмая һыу сәсрәтеп эше менән булды ул .Йәйҙең шуныһы матур бит .Сайған бер керен талға элә барҙы , ҡалғанын сайғанса алдағылары кибә тора .

Фирүзә Мансуры менән дә Һаҡмар буйында танышҡайны бит . Әхирәте Сәмәрә менән еләктән ҡайтышлай ,һыу буйына төштөләр . Һыу төшөүсе бер төркөм егеттәр араһында Мансур ҙа бар ине .Егеттең апаһы Фирүзәләр ауылына килен булып төшкәйне , әйләнгән һайын апаһына килеп йөрөгән егет яҙмышын да ошонда тапты .
Егеттәр егетлеген итә инде ул , ҡыҙҙар күргәс өндәшмәй ҡалып буламы ни ?
- Их , ҡыҙҙар йондоҙҙар , еләк ашағы килә бит , әллә һыйлап ебәрәһегеҙме ? - шаян йылмайып һүҙ башланы Мансур .
- Эйе шул , әрәмтамаҡтар . Һеҙҙең өсөн ыҙалап йыйғайныҡ . Урманға барып ашағыҙ .
Сәмәрә һүҙгә аптырамай ул , яуабын таба . Фирүзә генә оялыңҡырап тора бирҙе лә , ҡулындағы суҡлап йыйған еләк тәлгәшен егеткә һуҙҙы .
Егет еләк тәлгәшен алғанда , ҡыҙҙың бармаҡтарын ҡыҫып тотто ла ,серле ҡараштары менән тишерҙәй итеп ҡараны .Фирүзә ҡойолоп төштө .
Йөрәктәрҙең аҫтын өҫкә әйләндергән , атлап түгел осороп йөрөткән ҡайнар мөхәббәт осҡононоң дөрләп ҡабынған , ғазаплы ла татлы ла минуттары ...

Фирүзә ҡапыл иҫенә килеп тирә яғын байҡаны .Аһ , аһ . Хыялланып тороп Сөмбөлдән күҙ яҙҙырған да баһа .Ҡысҡыра - ҡысҡыра һеңлеһен эҙләне .Талдар араһына инеп беләк , ҡулдарын һыҙыра - һыҙыра югерҙе . Үрҙә сыр сыу килеп һыу төшкән бала сағанан һорашты , берәү ҙә күрмәгән булып сыҡты ҡыҙыҡайҙы . Бәлки , ҡайтып киткәндер , Фирүзә керҙәрен дә онотто . Йөрәге дөпөлдәп типкән ҡыҙ өйҙәренә ҡарай югерҙе .Үҙҙәрендә лә , өләсәһендә лм юҡ ине ҡыҙыҡай .
Бәлә яҡынлашҡанын һиҙгәндәй , Зиннур ағайҙың күкрәгенән ниндәйҙер иңрәү сыҡты . Сабир еҙнәһенең ҡулынан балтаһы төшөп китте , Фәриҙә сәсрәп ергә ауҙы . Илаш ҡысҡырыш китте , Хәнифә бауылдап илай илай , йоҙроҡтары менән Фирүзәнең башын , арҡаһын төйҙө . Фирүзә ауыртыуҙы ла һиҙмәне , илай ҙа алманы , таштай ҡатҡайны ул . Күңел иңрәй тик илап булмай .
- Ҡәһәр һуҡҡыр , ҡороғор ! Ҡайҙа иттең баламды ыыы
ошо үкергән тауыш ғүмер буйы ҡолаҡ төбөнән китмәҫ инде .
Бөтә ауыл зыҡ ҡупты . Ҡояшлы көндө болот ҡапланы .
Сөмбөл зым зыя юҡ булды .

Ике көндән таптылар ҡыҙыҡайҙы . Һаҡмарҙың боролған ерендә , һыуға эйелгән талдар араһына ҡыҫылып ҡына торға ине ул .
Туй ҡайғыһы китте . Фирүзә өйгә инергә лә , апаһы күҙенә күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡты .
Ҡурсаҡ кеүек кенә , тәтелдәк бәләкәстең үлеменә ышанырға теләмәгән , үҙенең ғәйебен юя алмаҫын аңлаған ҡыҙ ашауҙан да йоҡонан да яҙҙы . Әсәһе лә апаһы ла уның өйгә ҡайтмай , зыяратта алйыр сиккә етеп ултырыуын белмәнеләр .
Әсәһе ҡарғауынан туҡтамай , сеңләп иланы ла иланы , Фәриҙә бөтөнләй тора алманы .
Инде кейәү булырға һанаулы ғына көндәр ҡалған ине бит . Мансур үҙ өйөнә килгәндәй , ҡыйыу ғына килеп йөрөй ине Фирүзәләргә .
Был йорттағы хәлдәрҙең айышына төшөнгән егет , бошоноп ҡына үҙ әсәһенә кәңәш итте .
Доньяның әсе - сөсөһөн күп татыған , ҡайғы һурпаһын да арыу уҡ ҡына һемергән Шәмсинур апай аҡыллы ҡатын ине .Ниндәй генә хәлгә осрағанда ла , һалҡын , айыҡ аҡылына таяныусы апай күп уйлап торманы . Сәсрәтә баҫып Хәнифәләргә юлланды.
- Ҡоҙағый , туй кисекте инде .Риза булһаң , киленемде үҙебеҙгә алып ҡайтайым , тип һүҙ башланы .
- Ниндәй туй ?! Ҡәһәр һуҡһын ! Фәриҙәмде яңғыҙ балаһынан яҙҙырҙы ,үлһен !
- Фирүзә лә һинең балаң түгелме ни ? -

Ҡара ҡарғыш яуҙырып , үҙ ауыҙынан ни сыҡҡанын үҙ ҡолағы ишетмәгән ҡоҙағыйы менән ,артабан һөйләшеүҙең мәғәнәһе юҡлығын аңлаған Шәмсинур Фирүзәне алып ҡайтып китте .
Мулла саҡырып никах уҡыттылар ҙа , йәштәр йәшәп китте .
Фирүзәнең күңел яраһы оҙаҡ төҙәлмәне . Үҙен аңлап , ҡурсалап тороусы ире менән ҡәйнәһе генә уға йәшәргә көс бирә ине.
Әсәһе менән апаһы тупһаһын күп тапаны Фирүзә , кисереү һорап .Ләкин , уларының боҙло йөрәге иремәне .Һуңғы барғанында , әсәһе ҡаршы сығып ҡыҙын өйгә индермәне .
- Юҡ һинең әсәйең ! Ҡабат тупһама баҫма ! Бала төҫө күрмә , үл ! - тип ҡысҡырған әсәһенең күҙҙәре уҫал йылтырай ине .
Әсәһенең һүҙҙәренән бигерәк , шул йән өшөткөс ҡараштар Фирүзәнең йәнен өшөттө . Күҙ алдары ҡараңғыланған йәш ҡатын , сайҡала - сайҡала артына сигенде .Әсәһе ҡапҡаны шартылдата япты .
Тыуған йортона ҡапҡаһы уның өсөн бикләнде .

Шәмсинур апай улына ситкә китергә кәңәш бирҙе .
Яңы урында яңы тормош башланы йәштәр . Икеһе лә эшләне .Ҡыҙҙары тыуҙы . Күңел яралары яйлап төҙәлгәндәй булды . Йәй һайын Мансурҙың ауылына ялға ҡайттылар .
Тыуған ауылына югереп килде Фирүзә , күп тапҡырҙар килде . Йәйәүләп килеп , инергә баҙнат итмәй , картуфлыҡ артынан кире боролоп китеүсе Фирүзәне әсәһе лә апаһы ла белеп күреп йөрөнөләр .Ләкин , икеһенең береһе ҡаршы сыҡманы .Яҙған хаттары ла яуапһыҙ ҡалды .
Әсәй кешенең боҙ булып туңған йөрәге ирене барыбер . Ҡыҙын ғәфү итте ул .Әгәр хәленән килһә , ҡыҙын торғоҙоп үҙе уның урынына ятыр ине .Бына бит ҡыуып ебәрһә лә ,ҡыҙы ҡайтты тыуған йортона .Мәңгелеккә ҡайтты.

Хәнифә ҡыҙының тереклеген юғалтҡан сәстәренән , боҙ кеүек туң биттәрен , ҡулдарын һыйпаны .
- Балаҡайым !!! Балам !!! Ас күҙҙәреңде . Кисер мине , кисер .Минең һиңә бер асыуым да юҡ ...
Фирүзә миңә хәҙер барыбер инде , тигән кеүек тын ғына ята бирҙе .Күҙҙәрен , ҡабат бер ҡасан да асмаҫҡа йомған ине ул .
Уға хәҙер башынан һыйпау ҙа , йылы һүҙҙәр әйтеү ҙә ,хатта әсәһенең ярлыҡауы ла кәрәкмәй ине инде .

Хәнифәгә ниндәйҙер бер эске тауыш :
- Һуңланың ... Һуңланың , тип ҡабатлағандай ишетелде .
Был ауаз уның ҡолаҡтарын ярып , башын сатнатып тауҙарға , урмандарға шаңдау булып яңғыраны...

Автор:
Читайте нас: