Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
8 Ғинуар 2023, 15:10

Һалҡын ҡосаҡ. Хикәйә. Фирүзә Абдуллина.

– Ә ул мине берәй ваҡыт яраттымы икән?...Ошо уй башына килгәс, тамам тыныслығын юғалтты Мансур. Бер уйлаһаң, булыры булған, буяуы уңған, тигәндәй. Нишләп ҡапыл башына килде әле бындай уй? Улының һүҙҙәре күңе­ленә шик һалды, күңелендә генә үткән тормошона кире әйләнеп ҡайтты ул. Буласаҡ ҡатыны менән осрашҡан, танышҡан мәлдәренә...

Ҡала урамындағы тирәктәр мамыҡ осорған йәмле йәй айы ине. Иптәштәре кем ҡайҙа таралып бөткән, ятаҡха­налағы бүлмәлә үҙе генә ҡалған егеткә уғата ла күңелһеҙ. Ҡайҙа барырға, нимә эшләргә? Институтты тамамларға ла күп ҡалманы, тиҙҙән юғары белемле белгес булып, ҡулына диплом аласаҡ. Буйы-һыны ла бар, төҫ-башы ла ярайһы ғына. Ә яратҡан ҡыҙы юҡ. Иптәш­тәренең байтағы инде ғаиләле, хатта ҡайһы берәүҙәренең балалары ла бар. Һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарай уларға Мансур. Уның да үҙенең икенсе ярты­һын табып, ғаилә ҡорғоһо, бөтә күңел йылыһын, йөрәк наҙын яҡын кеше­ләренә биргеһе килә лә бит... Ҡайҙарҙа ғына йөрөйҙөр инде уның өлөшөнә төшкән көмөшө...

Нимә менән ваҡыт үткәрергә белмәй йөрөгән ерҙән генә барып инде ул ҡала мәҙәниәт йортонда барған башҡортса дискотекаға. Башлыса ҡыҙ-ҡырҡын бул­ған бейеү залында ир-атҡа ҡытлыҡ бул­ғанғамы, ул иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Үҙенә ҡарап йылмайып-көлөшкән ике ҡыҙҙың береһен вальсҡа саҡырҙы. Еңел генә ризалашты тегенеһе лә, яй ғына итеп бейеп әйләнеү барышында танышып та өлгөрҙөләр. Зөһрә Иваново ҡалаһына эшкә киткән дә, байтаҡ йылдар шунда эшләп йөрөй, ә был ҡалала ата-әсәһе йәшәй икән. Зөһрә ялға ғына ҡайтҡан булып сыҡты. Ата-әсәһе яҡын­дағы ауылдан бында күсеп килгәндәр, башҡорт мөхитен һағыналар, ҡыҙҙарын да тик башҡортҡа кейәүгә бирергә хыялланалар икән. Ивановола баш­ҡортто ҡайҙан тапһын инде ҡыҙ? Ҡыҫҡа ғына ваҡытта ошоларҙы белеп өлгөрҙө егет. Ҡалған бейеүҙәрҙе лә бергә бейей торғас, күптән таныш кешеләр һымаҡ тойолдолар, дискотека бөткәс, егеттең оҙата барыуы ла бик тәбиғи һымаҡ күренде. Зөһрәнең һеңлеһе лә бик алсаҡ, йор һүҙле, шаян ҡыҙ булып сыҡты. Ҡыҙҙың ялы бөткәнсе тағы ике тапҡыр ғына осрашып өлгөрһәләр ҙә, адрестарын алмашып, шылтыратырлыҡ телефон номерҙарын бирешеп хушлашты йәштәр. Араларҙа хаттар йөрөй башланы. Һирәгерәк булһа ла, телефон аша ла һөйләшеп алалар ине. Осрашырға-күрешергә теләк, киләсәккә хыялдар, юғары маҡсаттар ине егет яҙған хаттарҙа. Киләһе йәй, диплом алғас, ғаилә ҡорорға, тәғәйенләнеш буйынса эшкә юлланырға, фатирлы булып, балалар үҫтерергә ине теләге. Мансур матур пландар ҡорҙо, ул үҙ ғаиләһен бәхетле итәсәгенә һис кенә лә шикләнмәй ине. Ҡатыны,балалары өсөн йәнен-тәнен аямаясаҡ, уның ғаиләһе бер ҡасан да мохтажлыҡ кисермәйәсәк! Мөхәббәт, яратҡан кешеләре өсөн бөтәһен дә эшләйәсәк!

– Ә өйләнешкән саҡта ул мине яраттымы икән? – тигән уй әле генә мейеһен игәй башланы уның. Хатта туй мәлендә лә, ҡауышыу төнөндә лә «яратам» тигән һүҙҙе ишетмәне бит ул кәләшенән. Әллә үҙе “яратам, яратам” тип ҡабатлағанға иғтибар итмәнеме икән? Нишләп кәләшенең һалҡынлығына иғтибар итмәгән, яҡынлыҡтан тартылыуын да бары тик башҡорт ҡыҙҙарына хас тыйнаҡлыҡ итеп ҡабул иткән? Сафлығы тураһында һорашырға ла ҡыйманы, кәләшен үпкәләтеп ҡуйыуҙан ҡурҡты. “Ҡасандыр уның кемелер булған икән, был мөһим түгел, ул бит хәҙер минең менән, тимәк, минеке генә!”– тип үҙен үҙе генә алданымы икән ни? Яратмаһа, кейәүгә сыҡмаҫ ине, тип ышанған инде. Улай тиһәң, Зөһрәһе үҙе үк әйтте бит ата-әсәһенең уны тиҙерәк кейәүгә бирергә теләгәнен, егерме биш йәш ҡыҙҙар өсөн бик күп икәнен, башҡорт кейәүен табыуы еңел түгеллеген. Ә яратыуы тураһында – ләм-мим.

Диплом алып, Стәрлетамаҡ ҡалаһына юллама буйынса эшкә китте Мансур. Бер бәләкәй генә ятаҡ бүлмәһендә үҙҙәренсә тормош ҡороп ебәргән булдылар. Ҡаланы үҙһенмәне Зөһрә. Эшкә лә урынлашырға ынтылманы. Ауырға ҡалып, токсикоз башланғас, мыжыуҙан туҡтаманы. Арып-талып, асығып эштән ҡайтҡан Мансурҙы йөҙө емерелгән кәләше түшәктә ятҡан килеш зарланып ҡаршы ала ине. Ашарға әтмәләп, кәләшен дә өгөтләп ашата ла, башы мендәргә тейер-теймәҫтән йоҡоға китер ине. Ауыр булһа ла, осоп ҡына йөрөнө: ул атай буласаҡ, яратҡан кәләше уға бала табып бирәсәк! Кәләше ҡәнәғәт булһын өсөн ул барыһын да эшләйәсәк! Сит ергә берекмәне шул Зөһрәһе, тиҙерәк ата-әсәһе ышығына һыйынды. Ауырлы булыу осороноң өстән ике өлөшөн атай йортонда үткәрҙе. Йәш ир сит ҡалала, яңғыҙы, буш бүлмәһендә көн күрҙе, һирәк кенә эләккән ялдарҙа кәләшен күреп килергә тырышты ла бит... Ҡыҙҙары тыуғас, эшенән ғариза яҙып, үҙ теләге менән бушатылып, ғаиләһен барып күрҙе лә, оҙон аҡса эҙләп, алыҫ Себер тарафтарына юлланды. “Китмә, ҡал янымда, һағынам, – тимәне кәләше. – Бар, аҡса эшлә, мин бында ҡалам, аҡса ебәреп торһаң етә. Фатир алғас, күсеп барырбыҙ әле”, – тине. Шулай булырға тейеш тип ҡабул итте Мансур. “Нисек айырым йәшәрбеҙ, мин бит һине яратам”,– тигән һүҙҙәрҙе ишетергә бик теләгәйне лә... Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары хистәрен аса һалып бармай шул, тип үҙен алдаштырҙы ла яңғыҙ башын алып билдәһеҙлеккә ҡаршы атланы.

Һөнәре буйынса эшкә урынлашып, тиҙ арала етәкселәренең хөрмәтен яулаған йәш ир ике йыл үтеүгә ике бүлмәле фатир алды. Үҙ һөнәрен яҡшы белгән тырыш белгесте юғары баһаланылар, йәшәр өсөн шарттар булдырҙылар. Бик теләмәй генә күсенеп килде ҡатыны. Ата-әсәһен һағынды, йәшәү шарттарына зарланды, юҡ-бар сәбәп табып, иренә мыжыны. Ул арала икенсегә атай булырға йыйынған ир кеше тешен ҡыҫып түҙҙе, ҡатынына ҡаты бәрелеп, рәнйетеп ҡуйыуҙан ҡурҡты. Ни теләй – уныңса булды. Ирен малай урынына йомшарға ла тартынманы ҡатыны, әрләгәндә лә һүҙ һайлап торманы. Токсикоздың йоғонтоһона һылтап, барыһына ла түҙҙе ир, ҡатынын өрмәгән ергә ултыртманы, һәр бер теләген үтәне. Улдары тыуғас, түбәһе күккә тейҙе, йәнәһе лә, ырыуын дауам итеүсеһе бар! “Үҙең кеүек бер булдыҡһыҙ булыр инде улың да, һиңә оҡшаған бит!” – ҡатынының ошо һүҙҙәре бер аҙ кәйефен ҡырһа ла, өндәшмәне, түҙҙе. “Гормондар ғәйепле, бала тапҡас, ҡатын-ҡыҙ организмында киҫкен үҙгәрештәр була икән ул”, – тип үҙен үҙе алдаштырҙы. Улы тыуыу шатлығынан ҡатынына алтын алҡалар бүләк иткәс, рәхмәт ишетергә өмөт­ләнгәйне лә... Шулай тейеш итеп ҡабул итте ҡатыны, еңел ҡотолдоң, тигәндәй ҡарап. Йәне ни теләй, шуны кейҙе ҡа­тыны. Кейһә, кейем килешер ине үҙенә, биҙәнһә – артистарың ситтә торһон! Әхирәттәре менән кейенеп-яһанып сығып китһә, өйҙә ултырып ҡалған Мансурҙың күңелендә бер аҙ ҡыҙғаныу ҡорто ҡыймылдап ҡала торғайны. Балалар үҫте. Эшкә урынлашыу тураһында һүҙ ҙә сығарманы ҡатыны. Нисек инде, ул бит донъя тотҡаһы, ул балалар үҫтерә! Ә ир кеше эшләргә, табырға, ғаиләһен тәьмин итергә тейеш! Был – уның бурысы. Ай буйына ата-әсәһендә ҡунаҡлап ятырға ла тартынманы, эштә йонсоп йөрөгән иренә йылы һүҙен дә, яҡты йөҙөн дә ҡыҙғанды. Ире эшләп тапҡан аҡсаны ҡатыны үҙ туғандарына туҙҙырыуына ла түҙҙе ире, өндәшмәне. Яратһаң, түҙәһең инде ул.

Балалар үҫте, баш­та – балалар баҡса­һына, аҙаҡ мәктәпкә киттеләр. Йыйылыш­тарға ҡатыны үҙе йөрөнө, балаларҙың дәрестәрен тикшер­ҙе, йәйге ка­никул­да­рын Башҡор­тос­танда үҙенең яҡын­дарында йә иһә диңгеҙ буйында үткәрҙе. Ир кеше аҡса эшләне лә эш­ләне. “Аҡса етте, кәрәкмәй, әйҙә бергә ял итергә барайыҡ”, – тимәне ҡатыны. Тун өҫтөнә тун, күн өҫтөнә күн алды. Алтын йыйҙы, шкафҡа гәлсәр һауыт-һаба теҙҙе. Башҡаса бала табыу тураһында ишетергә лә теләмәне. “Хәйерсе үрсетергә теләгем юҡ!” – тип ҡырт киҫте. “Хәйерсе түгелбеҙ бит, аҡса етерлек эшләйем, һиңә тағы нимә етмәй?” – тип төбәлгән иренә: “Һиңә шулай тойола ғына, ашаған белмәй, тураған белә”, – тип яуапланы. Башын эйҙе лә артабан эшкә тотондо ир кеше, тик күңелендә бер генә шатлығы ла юҡ ине инде...

– Бөтөнләй ҙә яратманымы икән ни? – игәй ҙә игәй мейеһен ошо һорау. 35 йыл бергә йәшәп, бер генә тапҡыр ҙа «яратам» тип әйтмәне шул ҡатыны. Ара­ларында бөтөнләй йылылыҡ та бул­маған, ахыры, уртаҡ һөйләшер һүҙҙәре лә булманы бит. Икеһе генә бергә ҡалғанда нимә тураһында һөйләшергә белмәй баш ватыр ине Мансур. Ни арала айырым бүлмәләрҙә йоҡларға күсеүҙәренә лә иғтибар итмәне. Эштән арып ҡайтып, тамаҡ ялғағас, тиҙерәк ял итергә ауа ине. Таңдан тағы эшкә, аҡса эшләргә кәрәк бит, ғаилә уға ҡарап тора, ни тиһәң дә. Ә ҡатыны әхирәттәре менән сәйгә йөрөштө, сәй тигәндәре мәйгә әйләнеп, кәйефе күтәрелеп ҡайтҡан саҡта хатта иренә лә иғтибар итте ҡайһы берҙә. Нимәнән ғибарәт ине был иғтибар? Йә кәмһетте, мыҫҡыллап көлдө, йә булмаһа, һорау алырға тотона ине: “Һин мине ысынлап яратаһыңмы? Минең өсөн нимә эшләргә әҙерһең? Нисек иҫбатлай алаһың?” Ике осраҡта ла аҙағы бер иш тамамлана – үкһеп-үкһеп илаған ҡатынынан тиҙерәк башҡа бүлмәгә ҡасыу яғын ҡарай ине Мансур. “Исмаһам, эшкә урынлашһа, тынысланыр ине. Өйҙә ултырып тамам ялҡты, буғай”, – тип уйҙары менән бүлешергә самалағайны, Зөһрәһе ҡырт киҫте: “Үҙем эшләр булғас, миңә ир нимәгә? Ҡарай алмағас, өйләнмәйһең уны!” Башын эйҙе лә артабан йәшәүен дауам итте ир.

– Ул яратһын өсөн мин бөтәһен дә эшләнемме һуң? Бәлки, ғәйеп үҙемдә булғандыр? – Бергә йәшәгән ғүмерҙең сағыу мәлдәрен берәм-берәм күҙ алдынан үткәрҙе Мансур.

... Эштән арып ҡайтып түшәгенә ауған ир ҡатыны төрткөләгәнгә иләҫләнеп килеп уянды ла нимә булғанын аңламай торҙо. “Мин һиңә бала менән килмәнем! Был һинең дә балаң, мин ярты төн ҡараным, хәҙер һин ҡара!”– тип ҡатыны илап буҫлығып бөткән улын уның ҡулына тотторҙо ла, йоҡо бүлмәһенең ишегеп шап ябып, инеп тә китте. Ойоп китеүҙән ҡурҡып, улын күкрәгенә ҡыҫ­ҡан килеш бүлмә буйлап ике сәғәт самаһы кәләп һалғандыр, моғайын. Әллә баланы иларға мәжбүр иткән сәбәп юҡҡа сыҡты, әллә бала үҙе йоҡоһоҙлоҡтан арыны, яйлап тынысланды. Улын дивандағы түшәгенә һалып, ҡаҡ иҙәндә йоҡлап китте атай кеше. Эшкә торорға ла күп ваҡыт ҡалмағайны инде.

..Ҡыҙының класс етәксеһен урам буйында осратып, хәл һорашҡайны, нишләп һораштым тигән көнгә төштө Мансур. “Һеҙ балаларығыҙ менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмайһығыҙ, ахыры, мәктәпкә килмәйһегеҙ, йыйылыштарға йөрөмәйһегеҙ, хатта Атайҙар көнөндә булған сараға килеүҙән дә баш тарттығыҙ,” – тигәс, нимә әйтергә лә белмәне. “Ниндәй сара? Миңә әйтеүсе булманы,” – тиһә, ҡатынын һәм ҡыҙын уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуҙан ҡурҡып, уңайһыҙланып ғәфү үтенде лә тиҙерәк китеү яғын ҡараны. Өйҙәгеләренән һорашҡыһы килһә лә, өндәшмәй түҙҙе. Артыҡ т асыуланышыуҙан ҡурҡты. Балалары тыныс йәшәһен тип үпкәләрен йотоп өйрәнгән бит инде ул.

...Ҡыҙының туй мәжлесе лайыҡлы үтһен өсөн хәленән килгәнде лә, хәленән килмәгәнде лә эшләне Мансур. Ҡатыны күпме аҡса талап итһә, шунса аҡса табып бирҙе. Төндәрен “һулаҡай” проекттар эшләне, кредитҡа ла аҡса алды. Туй ҡыҙған мәлдә күңелләнеп алған ҡатыны күп һанлы ҡунаҡтар алдында телмәр тота башлағас, аяҡ аҫтында ер убылдымы ни?! “Балаларым, әсәйегеҙ барҙа кәм-хур булмаҫһығыҙ! Минең ҡулдан килмәгән бер нәмә лә юҡ!” – тигән һүҙҙәре йәнен телде, намыҫын ярһытты. Тик өндәшмәне, түҙҙе. Туй һынлы туйҙы боҙоп тороп булмай бит инде, бары ҡыҙы ғына бәхетле булһын!

... Улы спорт менән шөғөлләнеүҙән баш тартып, һынлы сәнғәт менән мауыға башлағас, тағы бер тапҡыр күтәрелеп һуғылды ҡатыны. “Атайың кеүек йүнһеҙ, булдыҡһыҙ! Исмаһам, улым ир-егет булыр тип уйлағайным, булмаҫ! – тип улын әрләп-әрләне лә – Һинән ала ла тыумаҫ, ҡола ла тыумаҫ, тыуһа ла тормаҫ!” – тип иренең йөҙөнән алды. Улын яҡларға, үҙен аҡларға маташыуҙан бер нәмә лә сыҡманы: һәр ваҡыттағыса, үҙ туҡһаны ғына туҡһан ине шул Зөһрәгә. Уйлағанын шартлатып әйтә лә, башҡаларҙың күңелен уйлап та тормай, әйткән һүҙҙәрен дә ишетмәй.

«Ә мин бит уны ярата инем,» – тип уйлағас, йәнә йәш саҡтарына әйләнеп ҡайтты хәтере. Кейәүгә сығырға әҡдим яһап, Зөһрәнең ризалығын алғас, төн йоҡламай ҡала урамдарын ҡыҙырғайны. Ҡыҙы тыуғас, донъяла унан да бәхетле кеше юҡ кеүек тойолдо. Ә фатир алғас?! Һөйөп-һөйөлөп йәшәр, ғаиләһенең бәхете өсөн йәнен дә йәлләмәҫ Мансур! Эй хыялый, хыялый.

...Ҡатынының яман сиргә тарыуын белгәс, донъяны һөрөм ҡаплағандай тойолдо Мансурға. Ҡайҙа ғына алып барманы, ниндәй генә табипҡа, белемсегә йөрөтмәне! Операция ла яһаттылар. Файҙаһы ғына булманы. Көндән-көн шиңде ҡатыны. Бығаса ванна бүлмәһенең ишегенә лә яҡын килтермәгән ҡатын хәҙер иренең йыуындырыуына ла, туалетҡа күтәреп йөрөтөүенә лә, аҙаҡ түшәккә ятҡас, таҙартып тороуына ла күнде. Башҡаса сараһы ҡалмағас... Ә Мансур риза булып тәрбиәләне, сөнки – уның ҡатыны, балаларының әсәһе ине. Яратмаһа, күнмәҫ ине, моғайын. Ҡатынынының тиҙҙән шәбәйеп китеренә өмөтөн өҙмәне, балаларын да дәртләндереп торорға үҙендә көс тапты, эшенә лә йөрөргә өлгөрҙө. Өйгә алып ҡайтып та эшләне проекттарҙы. Аҡса, бик күп аҡса талап итте был ҡәһәрле сир, ә ғаиләлә Мансурҙың үҙенән башҡа аҡса эшләүсе юҡ ине шул.

Ҡатыны үлгәс, байтаҡ ваҡыт шаңҡып йөрөнө әле ул. Кем өсөн, нимә өсөн йәшәргә хәҙер? Ярай, әлдә балалары бар. Әммә уларының атайҙары иҫтәренә аҡса кәрәкһә генә төшә шикелле. Бер уйлаһаң, үҙе, шәхсән үҙе генә берәйһенә ҡәҙерлеме икән һуң ул? Ҡыҙының үҙ балалары бар хәҙер үҙ ғаиләһенә мөкиббән киткән. Улын өйләндереү ине маҡсаты, башлы-күҙле итһә, өҫтөнән бурысы төшөр ине. Ошо турала һүҙ башлағайны, уныһы ҡырт киҫте:

– Мин бары тик оло мөхәббәт буйынса ғына өйләнәсәкмен! Һеҙҙең кеүек бер-береңде күрә алмай йәшәгәнсе, яңғыҙ ҡартайыуың хәйерлерәк!

Улына нимә тип яуап бирергә лә белмәй аптырап ҡалды Мансур. Башына һеңкәҙәтә һуҡтылармы ни?! Ысынлап та, әллә ул хаҡлымы? Бәхетле ғаилә тормошо ҡороу өсөн ул бит үҙен-үҙе аяманы, ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләне, түҙмәҫ ерҙә уртын сәйнәп түҙҙе. Бушҡа булғанмы ни уның бөтә биргән ҡорбаны? Тиҙерәк улы янынан китеп, кейенеп тышҡа сығыу яғын ҡараны Мансур. Уйҙары тағы ла әллә ҡайҙарға алып китте.

– Нишләп мине яратманы икән ул? – тигән һорауға яуап эҙләй торғас, бер ваҡиғаны иҫләне. Яңы фатирға күсенгәндә бер шкатулканан ҡойолған фотоһүрәттәргә иғтибар иткәйне ул. Зөһрәһе нинләйҙер егет менән пляжда, бергәләп һыу эсендә, йөҙөндә – бәхетле йылмайыу. Ҡышҡы кейемдә шыршы төбөндә ҡосаҡлашып баҫып торалар, икәүләп бер-береһенә ҡарап йылмаялар. Ҡатынының бындай ҡарашын бер ҡасан да күргәне булманы бит Мансурҙың. Ә был егеттең кем икәнен дә һорашырға ҡыйманы, ғәйепле кеше кеүек, тиҙ генә фотоларҙы йыйыштырып һауытына һалды ла ябып ҡуйҙы. Урлашып тотола яҙған бала кеүек ҡыланды шул. Зөһрә үҙе лә һөйләмәне, ләкин фотолағы кеүек итеп бер ҡасан да бәхетле йылмайманы. Ә Мансур көттө. Үҙенең мөхәббәте менән боҙҙо ла иретер кеүек ине. Ҡатын-ҡыҙ наҙына һыуһау күңелен өмөттәр менән йыуатты. Аҡылдан яҙҙыра торған мөхәббәтте яҙыусылар, шағирҙар ғына уйлап сығарғандыр, тип икеләнә башланы хатта. Ҡатыны бер ҡасан да яҡынлыҡҡа ынтылманы, иренең наҙын да ҡатынлыҡ бурысын үтәү итеп ҡабул итте. Икеһенә лә был бергәлек ләззәт бирмәне, киреһенсә, гонаһ ҡылған кеше кеүек, уңайһыҙланыу, ытырғаныу тойғоһо ғына ҡалдырҙы. Һалҡын ине ҡатынының ҡосағы, йылытманы, ҡыҙҙырманы. Киреһенсә, үҙенән ситкә этәрҙе генә. Шулай булырға тейештер инде, башҡаса булмайҙыр, тип үҙен үҙе тынысландырҙы Мансур, ләкин яҡынлыҡҡа ул да ынтылып барманы. Айырым бүлмә, айырым түшәк, айырым ултырып ашау йәшәү торошона, нормаға әйләнде. Һөйләшергә уртаҡ һүҙҙәре лә юҡ ине шикелле. Тыныс йәшәүсе күршеләр тип әйтергә булыр ине уларҙың көнкүрешен.

– Яратмағандыр инде, күрәһең. Башҡаны яратып, миңә күнеп йәшәгәндер. Ғәйепләргә хаҡым юҡтыр... Һуң инде. Беҙҙең поезд күптән киткән, – тип үҙен йыуатты ул.

Көтмәгәндә интернет селтәрендә тәүге мөхәббәтен – Рәмзиәне яңылыш ҡына осратып, йөрәге урынынан ҡупты ла китте инде бына Мансурҙың. Тол ҡалыуына байтаҡ йылдар уҙһа ла, үҙенә күҙ һалыусы ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, яңынан ғаилә ҡороу йәки ниндәйҙер мөнәсәбәттәр ҡороу тураһында уйланғаны юҡ ине бығаса. Азатлыҡҡа сыҡҡан ҡош яңынан ситлеккә ынтылып тормай бит инде аҡылы булһа. Ләкин социаль селтәрҙәге фотолағы таныш һыҙаттар, ихлас йылмайыу күңелен ҡуҙғыртты. Байрам һылтауы менән сәскә һүрәте ебәреп, ябай ғына ҡотлау ҙа йөрәген тулатты. Ә инде уйламаған-көтмәгәндә яуап алыу бөтөнләй күңел тыныслығынан яҙҙырҙы. Хат яҙыша башланылар. Ул да яңғыҙ икән. Бер нисә йыл элек ирен юғалтҡан. Балалары үҫеп таралышҡан, ейәндәрен бик ярата. Ошо ябай ғына аралашыу ҙа йәшәргә дәрт бирә, күңелен иләҫләндерә ине Мансурҙың. Телефон номерын алып шылтыратып, тауышын да ишеткәс, бөтә йәшлек хәтирәләре яңырҙы, яурынына ҡанаттар үҫеп сыҡтымы ни?! Бер аҙ ғына ҡалынайған тауыш, ләкин шул уҡ таныш сылтыратып көлөү, шаярыу ҡатыш борсолоу. Йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Һин дә мин араларҙың өҙөлөүенең сәбәбен әле генә аңланы Мансур – Рәмзиә уның мөхәббәтенең ныҡлығын тикшереп ҡарарға ғына теләгән, әммә егеттең был шаярыуҙы шул тиклем етди ҡабул итерен белмәгән. Уйындан уймаҡ сыҡҡан икән. Аралары өҙөлөп, өс йыл үткәс, һөйгәненең өйләнгәнен ишеткәс, ул да тормошҡа сыҡҡан, ире бик ыңғай холоҡло кеше булған, татыу ғүмер кисергән. Ләкин йәшлек мөхәббәтен һис онотмаған, һаман да иҫкә алып тора икән. Хатта оло улына уның исемен дә ҡушҡан.

Тормошона ниндәйҙер бер яҡтылыҡ килеп ингәндәй булды Мансурҙың. Эшкә барыу – үҙе бер шатлыҡ, эштән ҡайтыу тағы ла, тигәндәй. Йөҙөнән серле йылмайыу китмәне, хатта аяҡтарының йөрөүе еңеләйҙе. Балаларының, коллегаларының ҡыҙыҡһыныу ҡатыш һорау менән үҙенә төбәлгән ҡараштарын тоя ул. Ләкин серен асырға ла ҡурҡа: бынау йәшкә етеп, алтынсы тиҫтәне ваҡлағанда, ниндәй мөхәббәт теи инде?

Йәйге ялда осрашырға килештеләр. Үҙҙәренең йәшлек ҡалаһында, элек осраша торған парктағы эскәмйәлә көтөргә килештеләр. Тулҡынланыуын еңә алмай, бер сәғәт алдан китте Мансур осрашыуға, ләкин эскәмйәгә барып ултырманы, ә яҡындағы ағасҡа барып һөйәлде. Аллея буйлап ашыҡмаҫҡа тырышып атлаған Рәмзиәне ул бер күреүҙән үк таныны. Тулыланған йөҙөнә, оло сырайы ингән, ләкин һаман да күрер күҙгә күркәм, йыйнаҡ, ыҡсым, һөйкөмлө был ҡатын ҡарашты үҙенә тарта ине. Рәмзиәгә яҡынламаҫҡа ла уйлап ҡуйҙы хатта, уның эргәһендә үҙе ҡотһоҙ, ҡарт күренеүҙән ҡурҡты. Әммә уны күргәс, Рәмзиәнең нисек шат-асыҡ йылмайыуы бөтә шик-шөбһәһен онотторҙо, егеттәрсә етеҙлек менән ике аҙымды бер атлап сәскә гөлләмәһен һуҙҙы ла ипләп кенә уны ҡосағына алды. Байтаҡ ваҡыт бер һүҙһеҙ ҡосаҡлашып торҙо улар парк уртаһында. Халыҡ юҡ кимәлендә, уларға иғтибар итеүсе лә, ҡамасаулаусы ла булманы.

Эскәмйәгә ултырып, ҡулға-ҡул тотоношоп нисә сәғәт һөйләшкәндәрҙер – Хоҙай үҙе генә белә. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәҫ төҫлө ине. Тотош ике ғүмерҙе хикәйә иттеләр, иланылар ҙа, көлдөләр ҙә, тигәндәй. Телефондарынан яҡындарының фотоларын күрһәтеп таныштырҙылар, бер-береһе менән яңынан таныштылар. Зөһрә менән бер ҡасан да уртаҡ тема, һөйләшер һүҙе булмаған икән дә баһа Мансурҙың, ике фраза әйтешһәләр ҙә, ҡатыны асыуланып тауыш күтәрә башлай торғайны. Әле бына тиҫтәләрсә йылдарҙан һуң тәүгә осраған кеше алдында күңел тоҡсайындағы бөтә серен әйләндереп түңкәреп һипте лә ебәрҙе инде! Иҫ китмәле хәл дә баһа! “Был минме ул? Былай рәхәтләнеп көлгәнем, бөтәһен дә асып һалып ихлас һөйләшкәнем булдымы икән берәй ҡасан? Нимә ҡыланам һуң ул мин?!” – тип үҙен аҡылы менән тышауларға маташһа ла, ул ошо ҡиәфәтендә үҙенә үҙе оҡшай ине: ҡыйыу, үткер һүҙле, алсаҡ, асыҡ тура ҡарашлы. Батыр ҙа, йәш тә итеп тойҙо ул үҙен, тау аҡтарырға ла көсө етер ине, бары тик ошо ҡатын ғына булһын янында. Иманы камил: ул, ниһайәт, тормошта үҙенә тейешле урында, үҙенә кәрәкле кеше янында, ә ҡырыҫ ҡараш менән һалҡын ҡосаҡ – артта ҡалған ҡурҡыныс төш кенә...

Автор:
Читайте нас: