Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
7 Март 2023, 12:30

Миҙгелдәр

          Һөйөү йыры яҙҙан башланһа ла, Йыл ғүмере ҡыштан ярала бит. Йыл бишектә йоҡлай. Шул миҙгелдә Иң матур өн төштән ярала бит.

Ер йөҙөнөң аҡлығына ҡарап,

Ултыр ҙа бер ила сараһыҙҙан.

Бында гөнаһ та саф. Шул сафлыҡтың

Бөтәһе лә, тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.

Ҡатын-ҡыҙҙан...

 

Ағып үтте иҫәр ҡар һыуҙары.

Ағастарҙың иләҫ һуты тиртә.

(Тәбиғәттең иң һиммәтле сағы!) –

Тупраҡ ҡарынында орлоҡ бүртә.

Офоҡтарҙан офоҡтарға тиклем

Моңдан юлдар һыҙып, ҡоштар уҙған.

Был йыһандың ярһып яңғырауы,

Моғайын да, тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.

Ҡатын-ҡыҙҙан...

 

Ил өҫтөнән уҙҙы туҡ болоттар,

Сабыр өмөт тулыша башаҡтарҙа.

Алма алһыулана. Гүйә, ерҙе

Татлы тулғаҡ тота шул саҡтарҙа.

Сик-сама юк икән игелеккә –

Балдар тама төнөн ай-йондоҙҙан.

Был донъяла күпме бәрәкәт бар –

Бөтәһе лә, тимен, ҡатын- ҡыҙҙан.

Ҡатын-ҡыҙҙан...

 

Үтә күренә һыуҙар, елдәр, йылдар.

Мең төрлө төҫ балҡый һары төҫтән.

Зиһен етмәҫ ниндәй мөғжизә был? –

Күк төбөнә ана ысыҡ төшкән.        

Әүәлгесә инде ҡыҫыр көйөк

Ыҙаламай йәнде – дауаһыҙҙан.

Күңел күҙе көҙ асыла икән,            

Быныһы ла тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.

Ҡатын-ҡыҙҙан...

Мостай КӘРИМ.

Миҙгелдәр
Миҙгелдәр
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: