Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
21 Март 2023, 18:00

МӘҢГЕЛЕК ҠИММӘТТӘРҘЕ РАҪЛАУСЫ ҒӘЖӘЙЕП ДОНЪЯ!

Йыл һайын 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Илаһилыҡҡа табынған ошо көн алдынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе шағир, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәсим РӘХМӘТУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Китап культы булды беҙҙең йортта!”
– Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла шиғыр яҙып ҡарамаған кеше булмайҙыр ул. Ә һеҙ, Рәсим Рәшит улы, шиғырҙарығыҙҙы ҡасаныраҡ яҙа башланығыҙ?
– Бала һөйләшер алдынан – йырлағандай, атлап китер алдынан – бейегәндәй була, сөнки кеше сабый саҡтан уҡ һоҡлана белә. Шуға күрә тәүге шиғыр ҙа илаһи кисерештәрҙә тыуалыр, тим. Шәхсән үҙемә килгәндә инде, атай-әсәйем ябай колхозсылар булһа ла, беҙ гәзит-журналдарҙы бик күп алдыра инек. Ауыл китапханаһында ла уҡымаған китап ҡалманы тиерлек, шунлыҡтан мин китап, әҙәбиәт культы булған мөхиттә үҫтем. Беренсе шиғырҙарҙы мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ яҙа башлаған инем. Редакцияға хат ебәрәм ҙә, икенсе көндө үк тиерлек яуап көтә башлауым хәтерҙә ҡалған. Хат ташыусы Динә апай иң көтөп алған кешем ине ул ваҡытта. Ҡайһы бер шиғырҙарым даими баҫмаларҙа донъя күрҙе. Береһен хатта Ҡазанда сыҡҡан “Ялкын” балалар журналы ла баҫтырып сығарҙы. Әлбиттә, донъя мәшәкәттәре баҫып китеп, ижадымда тәнәфестәр ҙә булғыланы. Ләкин күңелдәге шул ижади орлоҡтар үҙенекен итә: уңайлы шарттар тыуҙы иһә – шытып сыға башлайҙар. Әлеге көндә дүрт китабым донъя күрҙе, бишенсеһе нәшриәттә үҙ сиратын көтә.
– Һеҙҙең өсөн шиғриәт нимә ул?
– Минең өсөн ниндәйҙер бер параллель донъя ул. Уның үҙенең ниндәйҙер ҡанундары, нескәлектәре бар. Шиғыр яҙыу үҙ-үҙең менән ғәҙел һөйләшеү кеүек. Тормошта төрлө кеше төрлөсә үҙен үҙе иҫбатлай: кемдер балыҡҡа йөрөй, кемдер шахмат уйнай... Беҙ бына шиғыр яҙабыҙ. Сөнки шиғриәт – күңелдәге иң изге тойғоларҙы асыусы, тормошта тоғролоҡ, ғәҙеллек, ихласлыҡ һымаҡ мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлаусы ғәжәйеп донъя бит!

Йоҡлағанда ла, руль артында ла шиғыр тыуа
– Ниндәй темаларға йышыраҡ мөрәжәғәт итәһегеҙ?
– Бөгөнгөнө генә сағылдырған, социаль темаларга бағышланған шигырҙар яҙырға яратмайым. Сөнки барыһы ла үтә торған әйберҙәр. Беҙҙең язғандар бик күп йылдар уҙғас та актуаль булһын ине, ундағы уҡыусыларҙы ла хисләндерергә мәжбүр итһен ине. Шиғырҙарҙа нисектер фекерҙе әйтеп бөтөрмәү, шуның менән уҡыусыны ла уйландырып, үҙеңдең авторҙашың итеүе миңә оҡшай.
– Шиғырҙарығыҙ нисек тыуа, нисек яҙыла?
– Был турала минең үҙемҙең дә күп уйланғаным бар. Һәм, беләһегезме, ниндәй фекергә килдем: һәйбәт шиғыр доньяға ғәжәпләнеп ҡарағанда ғына тыуа. Эйе, эйе. Беҙҙең көндәлек тормош ул ниндәйҙер ябай ғына процестарҙан тора. Беҙҙе уратып алган әйберҙәр ҙә ябай: тимер, таш, ағас, сепрәк... Ә шағир кеше шул тормошҡа ғәжәпләнеп, уны нисектер идеаллаштырып ҡарарға тейеш.
Шиғыр төрлөсә барлыҡҡа килә. Ниндәйҙер шиғыр булып сығырлыҡ уй-фекер кеше менән һөйләшкәндә лә, әҙәби әҫәр уҡығанда ла, телевизор ҡарағанда ла тыуырға мөмкин. Ҡайһы ваҡыт төшкә лә килеп инә хатта ниндәйҙер юлдар. Уңышлы рифма ла шиғыр тыуыуға сәбәпсе була ала. Руль артында йыраҡ араларға барыу ҙа уйланырға, ниндәйҙер шәхси, күңел эсендәге әйберҙәргә анализдар яһарға ярҙам итә. Шағир кешенең һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере, әйтер һүҙе булырға тейештер ул.

“Шиғыр уҡыусы күп булмаһа ла, шиғыр яҙыусылар – байтаҡ...”
– Һеҙҙеңсә, шиғыр ниндәй булырға тейеш?
– Минеңсә, шиғыр ул бәләкәй генә булһа ла асыш тигән һүҙ. Тимәк, шағир ниндәйҙер дәрәжәлә ғалим булырға тейеш. Шиғырҙың “һөлдәһе” булып фекер тора. Фекерһеҙ шиғыр һүҙ буткаһына әйләнә. Шағир кеше барыбыҙ ҙа мең тапҡыр күргән әйберҙәрҙе лә үҙенсә күреп, шул ябай ғына әйберҙәрҙән дә яңылык табырға тейеш, минеңсә. Әлбиттә, хис тигән әйбер ҙә ҙур роль уйнай. Һәйбәт рифмаһыҙ һәм ритмһыҙ ҙа шиғыр – шиғыр була алмай.
– Бөгөнгө шиғриәт тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
– Шиғыр уҡыусылар күп булмаһа ла, шиғыр яҙыусылар байтаҡ. Уларҙы таратыу юлдары ла еңеләйҙе: бер төймәгә баҫып ҡына, бик ҙур аудиторияға еткереп була. Бер төрлө тикшереү ҙә үтмәйҙәр, бер ниндәй ҡаршылыҡ та, “фильтр” ҙа юҡ. Был ҡурҡыныс. Сөнки уҡыусы ысын шиғыр шулай булырға тейеш тип уйлай башлай, уҡыусының

зауығы боҙола. Ысын шиғыр уҡыр өсөн, минеңсә, китапханаларға йышыраҡ йөрөргә кәрәк.
– Һеҙ тыумышығыҙ меәнән Ауырғазы районы Солтанмораттан, бөйөк классик Ғәлимйән Ибраһимовтың тыуған ауылынан. Бының менән ғорурланаһығыҙмы?
– Әлбиттә, ғорурланам. Мин ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙан атлап, ул һоҡланып яҙған урман, йылға-күлдәрҙе күреп үҫкән кеше. Ләкин шундай кешенең яҡташы булыу - ҙур яуаплылыҡ та.
– Рәсим Шәфи-Рәхмәт тигән псевдоним нимә тигәнде аңлата?
– Атайым - Рәхмәтуллин, әсәйем - Шәфиевтар нәҫеленән. Миндә шул ике нәселҙең ҡаны бар. Шуға күрә ошондай псевдоним алдым.
– Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?
– Әлбиттә, тәүге сиратта барыбыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек теләйем. Күңелегеҙҙә йөрөгән хыялдар тормошҡа ашһын тигән теләктә ҡалам. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ тыуған телебеҙҙә аралашһын ине.
Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.
Фото шағир архивынан алынды.


ЕБӘРЕГЕҘ!
Минең һеҙгә бик ҙур үтенес бар,
Ҡолаҡ һалығыҙсы һүҙемә:
Ебәрегеҙ мине, зинһар өсөн,
Һәм бирегеҙ мине ...үҙемә.

Ебәрегеҙ мине, бөтмәҫ эштәр,
Ебәрегеҙ баҙар-кибеттәр,
Йөкләмәләр, һандар, компьютерҙар,
Ебәрегеҙ, пландар, кредиттар...

Ебәрегеҙ мине, ялған дуҫтар,
Мәшәҡәттәр, “кәрәк” иптәштәр...
Мине көтә тыуған нигеҙемдең
Ҡапҡа төбөндәге миләштәр.

Һағынғандыр мине ауылымдың
Йылға ярындағы тирәктәр...
Ебәрегеҙ, ”улай ярамай”ҙар,
Ял итегеҙ, ”шулай кәрәк”тәр.

Атай-әсәй менән ҡосаҡлашып
Йәшермәйсә генә күҙҙәрҙе,
Мин әйтергә тейеш нисә йылдар
Әйтә алмай йөр(ө)гән һүҙҙәрҙе.

Йән дуҫымдың ҡәберенә барып
Бар әле бер башты эйәһе.
Һүҙһеҙ генә хәлдәремде һөйләп,
“Кисер мине, дуҫкай”, – тиәһе.

Ҡысҡыраһы килә, тамаҡ ярып,
Ослотауҙың баҫып башына.
Тынып торсы бер аҙ, телефоным,
Һүнеп торсы бер аҙ, машинам!

Оло ҡала төнгө йоҡоһынан
Әле уянмаған сағында,
Йәшлектәге кеүек, урамдарҙан
Бер уҙаһы килә тағын да.

Муйыл иҫтәренә иҫерәсе...
Күкһел томандарға керәһе.
Бал ҡорттары йырын ишетәһе,
Ҡояш уянғанын күрәһе...

Тәүге һөйөүемә илткән юлды
Елдәр булып ҡына үтәһе.
Тик бер тапҡыр, тик бер тапҡыр уның
Ирендәрен килә үбәһе.

Ерҙең тартыу көсөн еңәһе лә
Һәм осаһы килә, осаһы!
Болоттарға ятып бер йөҙәһе,
Йондоҙҙарҙы килә ҡосаһы.
Һәм осаһы килә, осаһы!..

Ебәрегеҙ мине...Мин бит – шағир!
Миңә кәрәк һауа һәм ирек.
Күңелемә киске турғай моңо,
Зәңгәр шишмә йыры бик кәрәк.

Миңә кәрәк икһеҙ-сикһеҙ ҡырҙар,
Шаян елдәр, серле урмандар.
Бер аҙ ғына юҡһынығыҙ мине,
Телевизор, йомшаҡ дивандар...

Тик бер аҙға ғына ебәрегеҙ...
Аҙға ғына минһеҙ ҡалығыҙ.
Ә унан һуң эштәр, мәшәҡәттәр,
Мине тағын ҡосоп алығыҙ.

Минең һеҙгә бик ҙур үтенес бар,
Ҡолаҡ һалығыҙсы һүҙемә:
Ебәрегеҙ әле мине, зинһар,
Һәм бирегеҙ мине ... үҙемә.

Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ

 

МӘҢГЕЛЕК ҠИММӘТТӘРҘЕ РАҪЛАУСЫ ҒӘЖӘЙЕП ДОНЪЯ!
МӘҢГЕЛЕК ҠИММӘТТӘРҘЕ РАҪЛАУСЫ ҒӘЖӘЙЕП ДОНЪЯ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: