Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
27 Май 2023, 09:45

Беҙҙә көҙҙәр матур Хикәйә

Сәлимә тәүге тапҡыр, ир менән, осрашыуға бара. Дөрөҫөрәге, уларҙы таныштыралар, йәнәһе улар тап киләләр.Бөгөн көн буйына, күлдәк һайлап, арып та бөттө. Ахыр сиктә тапты, байрамда кейә торғанын кейергә булды. Йөҙө лә яҡтыраҡ булыр, йәшерәк тә күренер. Нисек тотор үҙен? Ундайҙы белмәй. Шәп ир, ҙур кеше, тиҙәр. Сәлимә күңел күҙе менән күрәһе килә: «Кем? Ниндәй ул ир?»

Беҙҙә көҙҙәр матур  Хикәйә
Беҙҙә көҙҙәр матур Хикәйә

Кемдәндер кәңәш һораманы. Кәрәген дә тапманы.
Таксиҙа үҙе генә булды. Пассажирҙар бындай көҙгө ямғырлы көндәрҙә аҙ йөрөйҙәр. Шофер менән һөйләшә-һөйләшә барҙы. Сит кешенән кәңәш һорарға ҡыйҙы. Ир уртаса йәштә.
– Һеҙгә йәшерәк ир кәрәк.
– Ниңә, мин арыуыҡ йәштәмен?
– Йәш күренәһегеҙ. Үҙегеҙҙән ете-һигеҙ йәшкә бәләкәй иргә сығырға кәрәк.
– Юҡ, мин йәштәрҙе яратмайым, улар ышанысһыҙ! Оло кеше ҡалған ғүмерен бергә-бергә үткәрәһе килә.
Килеп тә еттеләр. Ҡаршы алыусы күренмәй. Сәлимә автовокзалға инде.


Эстә лә ҡаршы алыусы юҡ. Ун, ун биш минуттан һуң телефон шылтыраны:
– Ней, Сәлимә, беҙгә осрашып тороуҙоң кәрәге булмаҫ. Миңә олораҡ ҡатын кәрәк.
– Миңә алтмыш йәш.
– Юҡ, юҡ һин йәшерәк иргә сыҡ. Һау булыр тор!
Күрәһең, ул иркәй, уны ҡайҙалыр ситтә күҙәтеп ҡарап торған. Сәлимә көлөп ҡуйҙы. «Улай ҙа була икән. Йәш күренһәң оҡшамай икән оло ирҙәргә».
Ул таныштарына барып, кискә ҡайтырға булды. Әмәлгә ярағандай өйҙәләр икән. Нәзилә апайы ҡыуанып китте:«Как раз кәрәк кенә инең бөгөн. Кил, һине бик шәп сюрприз көтә!» Сәлимә ниндәй сюрприз икәнлеген һорашып та өлгөрмәне, апайы телефонын һүндереп тә ҡуйҙы.


Барып ингәндә апайы, йүгереп йөрөп, өҫтәл әҙерләй ине. Берәй байрам табынымылыр? Сәлимәгә ҡарап, ҡулдарын йәйеп:
– Бына тигән пар буласаҡһығыҙ! Сәлимә һин күктән төштөң бит! – Бер ир ҡатын эҙләй. Ҡатыны күптәнән вафат булған.
– Ҡайҙан?
– Йылайырҙан. Бик культурный, төҫкә матур. – Әллә яҙмышыңдыр ҙа?
– Оломо?
– Ниңә, һиңә йәш кәрәкме ни!?
– Юҡ-юҡ, миңә оло йәштәгә ир бара.
– Оло. Хаҡлы ялда. Бала-сағалары эйәле-башлы булып бөткән.
– Нәзилә апай, ә ниңә, оло ирҙәр йәш ҡатындарҙы яратмай?
– Һе, бирҙе һорау, олоға оло бара инде!
– Мине йәш күренәһең, тип, оҡшатмай ҡайһы берҙәре.
– Оҡшатмаған кешегә ниңә башыңды ҡатыраһың! Әйҙә, хәҙер килерҙәр, кибеткә киткәндәр ине, еҙнәң менән. Миңә ярҙамлаш.
Өҫтәләгә ултыртып бөтөүгә ҡайтып та инделәр. Сәлимә күренмәй торорға булды. Ояла ла ул. Яуырынан түбән төшөп торған сәстәрен алып, башына йыйып ҡыҫтырып ҡуйҙы. Шулай яҡшыраҡ булар, олораҡ та күренер. Еҙнәһе килеп күрешеп китте. Шат. Шым-шым ғына шыбырлап:
– Балдыҙ, во ир!


Өҫтәлгә саҡырҙылар. Сәлимә бер тултыра һулыш алды. «Уф аллаҡайым, бер ҡайғы ғына булдылаһа бөгөнгө көнөм», – тип, аптыранып тора бирҙе. Ҡабаттан саҡырғас, залға башын түбән эйеп сығып, һаулыҡ һорашты ла, ултырғысҡа барып ултырҙы. Ултырғысы, әллә ипһеҙ ултырҙымы, аушанлап ҡуйҙы. Иркәйгә күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәне. Етмәһә ҡаршыһында ғына ултыра.
– Әйҙәгеҙ, танышыу хөрмәтенән тотоп алайыҡ! – Сәлимә һиңә шараптың ағымы,ҡыҙылымы?
– Юҡ, еҙнәй мин эсмәйем.
– Бына, быныһы шәп, миңә бара бындайҙар! – ти иркәй.
Ирҙең исеме Илъяс икән. Бухгалтер булып эшләгән.
Мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Йөҙөн күрмәһә лә, Сәлимәгә ул ир оҡшаманы. Тик үҙе тураһында әңгәмә ҡороуон бөтөнләй өнәмәне. Эгоист. Ундайҙар ҡатындарын һөйә белмәй. Ҡаты күңеллеләр. Сәлимәнең ижад менән ҡыҙыҡһыныуына иғтибар бирмәне лә. Китап уҡырға ваҡыты юҡ. Йыл һайын ял йорттарына, сит илдәргә бара. Тамадала йырлап, һыҙырып аҡса эшләй.
Музыка ҡуйҙылар. Вальс яңғыраны. Иркәй уны бейергә саҡырҙы. Сәлимә теләмәһә лә төштө. Илъястың, ҙур күҙлеге эсендәге, ялтырап торған күҙҙәре менән осрашып, ҡарашын ситкә борҙо. Ир араҡы еҫе ҡатыш, эҫе тыныуын бөркөп, холоҡһоҙланып уға һыйынғандан-һыйына бара.
Сәлимә түҙмәне. Ильястың ҡулдарын ысҡындырҙы ла икенсе бүлмәгә сығып китте.


Нәзилә апайы артынан сығып:
– Ни эшләүең был, Сәлимә!?
– Мин ундайҙарҙы яратмайым! – Миңә бер кем дә кәрәкмәй!
– Тиле икәнһең һин! Бай, иномарка машинһы бар, алты бүлмәле өйө…
– Миңә уның байлығы кәрәкмәй. Күңеле алама. Ундайҙар ҡатындарын һөйә белмәйҙәр.
– Хәҙер ҡайҙан табаң күңеле матур ирҙе!? Һинең уҡыған китаптарыңда ғына ул, мөхәббәтте күккә сөйәләр!
– Ғәфү ит апай, миңә ҡайтырға ваҡыт етте.
– Йүләр, әйҙә китаптарыңды ҡосаҡлап, ҡағыҙҙарыңа тексәй ҙә ултыр!
– Шулайтырмын да. – Бер ирҙән уңмаһа кеше уңмай ул, Нәзилә апай.
– Унғаса бар, уңғанса бар! – тиҙәр.
– Юҡ-юҡ, мин улай итмәйем.
Сәлимә кейенеп бөтөүгә Ильяс килеп сыҡты.


– Бә-ә-әй, мин һеҙҙе иртән вокзалда күрҙем буғай. Эйе, эйе ошо курткала инегеҙ. Ул бер күҙлеген сисеп, бер кире кейеп Сәлимәгә ҡарап шымып ҡалды.
– Тимәк һеҙ булғанһығыҙ икән!? Бына осраштыҡ та, таныштыҡ та. Хәҙер, хуш булығыҙ!– тип, Сәлимә, был ваҡиғанан ҡотолор өсөн, бер минут та ҡалаһы килмәй, тышҡа атылып тигәндәй, сығып китте.
Автовокзалға йыраҡ булһа ла йәйәү атланы. Мәжлестә булған ваҡиғанан арынаһы, күңеленә ятҡан кисерештәргә инәһе килеп, ҡыҙыу алған аҙымдарын әкренәйтә төштө. Ҡайҙа ҡабалана әле? Өлгөрә. Ул тәрән уйҙарға сумып, ҡаланың шау-шыу урамы тауышы аҫтында, йыраҡтарҙа ҡалған йәшлек йылдарына ҡайтты. Берсә йылмая, берсә ҡыҙыҡлы ваҡиғаларына тап булып, әкрен генә, көлөп ала.

Ҡапыл, шау-шыуға һиҫкәнеп, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.
Уға машина килеп теркәлгән. Юл аша сығып барған икән, светофорҙы ла ҡарамай.

Машинаһынан сығып, яйлап баҫып, һомғол кәүҙәле, 66-70 йәштәр самаһындағы, ир янына килеп уның күҙҙәренә текләп ҡараны.«Кем һин!?» – тигән, уй, йәшен тиҙлеге менән, Сәлимәнең бар тәне буйлап зымбырлап йүгереп үтте. Күҙҙәр бер-береһенә ҡарап тынып ҡалдылар. Тауыштар ишетелә:«Үлә алмай йөрөгән кеше ҡайҙа ул!? Йәйәүле үҙе ғәйепле! – Тапала ҡалһа шофер ғәйепле һанала».

– Ҡуҡмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, барыһы ла яҡшы.
– Яҡшы? Мин, мин машина аҫтына ҡала яҙғанмын!?
– Эйе. Һеҙҙең менән бер нәмә лә булманы. Иң мөһиме, юлда тәрән уй-кисерештәргә сумырға ярамай. Уның өсөн парк бар. Йә, башҡа аулаҡ, тыныс урын. Әйҙә, теләгәнсә хислән, уйлан…
«Ул ҡайҙан белә икән һуң мине? Ә тауышы матур. Ул йырсылыр ҙа, йә яҙыусылыр?».
– Ҡайҙа бараһығыҙ?
– Автовокзалға, Салауат районына.
– Салауат районына? Һуң, мин дә, шул районға. Тимәк беҙ юлдаштар. Теләһәгеҙ, әйҙә, ултырығыҙ?

Сәлимә, уйлап та торманы, бер һүҙһеҙ, ризалашып машинаға инеп ултырҙы.
Бына улар юлда. Ул ниндәйҙер бер ауыр йөктән ҡотолғандай ҙа. Йонсоу көндө ҡояшлы, салт аяҙ көн алмаштырҙы. Юлдың, ике яғында ла, теҙелеп үҫкән, һап-һары япраҡлы ҡайындар, ҡул болғашып йүгерешәләр. Асфальт юлда бер өҙлөкһөҙ машиналар үтә. Таныш булмаған ағай, әкрен генә тауышҡа, музыканы асты.
« Ипле кеше. Музыканы яратҡан кеше генә шулай әкрен аса. Моңдоң аһаңен шулай ғына тулыһынса ала алаһың».
– Минең яратҡан йырым.
– Мин дә яратам, оҙон көйлө башҡорт йырҙарын – тине Сәлимә. – Һеҙ кем? Яҙыусылыр?
– Эйе.
– Мин күптәрен белеп бөтмәйем. Ғәфү итегеҙ, танымағаным өсөн.
– Зыян юҡ. Яҙыусылар күп ул.


Фатихов Мирза Валеевич, үҙе тураһындағы, бәләкәй генә, брошюраһын уға иҫтәлеккә бирҙе. Һуңғараҡ Мирза Валеевичтең яҙыусылар эше буйынса барыуы асыҡланды. Тик Сәлимә үҙенең дә шул сарала буласағын өндәшмәне. Фатихов йәштәрҙе ҡәләм тибрәтеү эшенә йәлеп итеү эше менән яна. Милли рухтың һүлпәнәйеүе, баҫмаларға яҙылыуҙың кәмей барыуы, әсә теленең юҡҡа сығыуына ҡурҡыныс янауы тураһында, байтаҡ ҡына, уртаҡ һөйләшеүҙә барҙылар.
Һәм ул билдәле яҙыусы менән тағы осрашыуына сикһеҙ шат ине. Уға иртәнгегә сығышҡа әҙерләнәһе лә бар.
Сәлимә китапханаға көндәгенән иртәрәк килде. Ниңәлер тулҡынлана ла. Тағы докладын уҡып сыҡты. Өҫтәмәләр индерҙе. Ә бына ниндәй шиғырын һөйләргә белмәне. Фатиховҡа ҡайһыһы оҡшар икән? Үҙенә ҡалһа мөхәббәт темаһына яҙғандары яҡын. Оло ҡатын ундай шиғырҙы һөйләһә, әҙәпһеҙ күренер кеүек тойолдо уға. Шулай ҙа, күңеленә бойһондо, «Һин булғанһың икән», исемле шиғырын алды.
Сәлимә сараны ял көнөнә ойошторҙо. Шуға ла семинарға байтаҡ ҡына ҡәләм тибрәтеүселәр килде. Башҡа көндәрҙә күп йәштәрҙең эш көнө.
Бына, зәңгәр костюмда, зәңгәр галстукта Фатихов килеп инде. Сәлимә ҡаршы барҙы.


– Йә, һаумыһығыҙ, нисек ял иттегеҙ Мирза Валеевич? Салауат һауаһы оҡшанымы һеҙгә?
Фатихов йөҙәп ҡалғандай булды.
– Беҙҙә һауа ла, һыу ҙа шифалы. Семинарҙан һуң экскурсия ойошторҙоҡ. Көн дә матур тора. Был мәлдә Фатихов Сәлимәнән күҙҙәрен алмай ҡарай ине. Ә Сәлимә уның зәңгәр күҙҙәренең ҡарашында, әллә күпме ҡалып, тораһы килә. Уға шундай рәхәт. Улар күптәнән таныштар, бер-береһен беләлер кеүек тә тойолдо.
Ике сәғәт дауамындағы семинарҙа күп кенә мәсьәләләр хәл ителде. Фатихов йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең эштәрен ҡарап, күрһәтмәләр бирҙе. Төрлө ойошмаларҙың бергәләп эшләүендә ижадтың ҙур һөҙөмтәләргә ирешәсәген, бергә яҡҡан усаҡтың ҡыҙыуы көслө икәнлеген әйтеп үтте. Ойошма ағзаларының үҙ-ара татыулығын, көнләшеү тигән ауырыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәклеген дә. Яҙыусы, бар яҡтан да, юғары тәрбиәле, үрнәк шәхес булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына, халыҡтың беҙҙең ижадыбыҙҙы уҡырға ҡыҙыҡһыныуы артасаҡ. Фатихов Мирза Валеевичтең сығышына дәррәү ҡул саптылар. Эйе, ниндәй тоғро һүҙҙәр!
Төштән һуң Салауат Юлаевтың музейена, тыуған ауылы булған урындарға, Ҡорғаҙаҡта сәйәхәттә булдылар. Фатихов сәйәхәттән ҡәнәғәт булды.
Сара тамамланыуға, йылы көҙгө ямғыр һибәләп үтте.


Ул Сәлимәнең янына килеп:
– Рәхмәт, Сәлимә, сараны бик матур ойошторғанығыҙ өсөн! Бына кем икән һеҙ!? – тип, йомшаҡ ҡына итеп, уның арҡаһынан һөйөп алды. – Ә мин һеҙҙе, юлдан аша сығып барғанығыҙҙа уҡ, ниндәй кеше икәнлегегеҙҙе шәйләнем.
– Ниндәй икәнлегемде?
– Һеҙ яйлап баҫып, башығыҙҙы бер аҙ күтәрә биреп, йылмайып, ниндәйҙер ләззәтле тойғоларға бирелеп китеп, атлай инегеҙ. Үҙем дә шундай хәлгә ҡалғаным күп булды.– Ә миңә, бик оҡшай ине, һеҙҙең ул ҡиәфәтегеҙ.
– Һеҙ ҙә миңә оҡшайһығыҙ.
– Тимәк, беҙ әле, яҡындан осрашасаҡбыҙ, һинең менән Сәлимә? Шулаймы?
– Эйе, осрашасаҡбыҙ.
– Ә, һин яҙ, туҡтама. Яҙған һайын шымараһың.
Көҙгө елдәр ағастарҙың япраҡтарын осорғолай. Күктә, сыр-сыу килешеп, ҡоштар тупланышып өйөрөлә.


– Көҙ ҙә етте. Тиҙҙән осор ҡоштар ҙа ҡайтыр инде, ағай.
– Эйе, көҙ ҙө етте. – Сәлимә, мин бындай матур көҙҙө тәүгә күрәм.
– Беҙҙә көҙҙәр матур.
– Ә ни өсөн, беләһеңме? Сөнки матур күңелле Сәлимә йәшәй бында.

Нәсимә ҒАЙСИНА.

 

Автор:
Читайте нас: