Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
4 Июнь 2023, 00:36

ВАГОНДАҒЫ ОСРАШЫУ. Хикәйә. Илгиз Әхмәтов

Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Бер аҙҙан был туҡтауһыҙ ҡабатланған тауышҡа башҡасараҡ, икенсе тауыш та ҡушыла башланы: Туҡ-туҡ, зың-зың... Туҡ-туҡ, зың-зың...Баҡтиһәң, өҫтәлдәге стакандар, бер туҡтауһыҙ һелкенеүҙән, бер яҡҡа шыуышҡандар ҙа, ҡалаҡтар бер-береһенә тейеп зыңлай икән. Ҡаршы килгән состав гудок биреп үтеп китте. Тәҙрәлә ниндәйҙер ауыл уттары сағылып ҡалды. Уянып бөттөм кеүек. Тағы бер аҙ йоҡлап алырға ине лә. Үҙем ятҡан өҫкө полканан төшөп, ҡыңғырауҙай зыңлаған стакандарҙы күсереп, араларына бөгәрләнгән гәзит ҡыҫтырҙым да кире ятып төш күреү хыялы менән өҫкә үрелдем. Тик йоҡларға яҙмаған икән: ҡарашым өҫтәл аҫтында торған ике ботинкаға төштө. Берцы. Афғанда саҡта беҙ шундайҙы кейә инек. Тик мине улар түгел, бүтән нәмә ғәжәпләндерҙе: береһе аяҡ менән бергә!

ВАГОНДАҒЫ ОСРАШЫУ. Хикәйә. Илгиз Әхмәтов
ВАГОНДАҒЫ ОСРАШЫУ. Хикәйә. Илгиз Әхмәтов

Ә аҫҡы полкала шул аяҡтарҙың хужаһы ята, тимәк. Мин вагонға ингәндә күптәр йоҡлай ине. Ә мин эргәләге пассажирҙар сығырға әҙерләнгән тауышҡа уянғанмын, тимәк, күпме йылдар буйына һаҡлыҡ профессиональ һаләткә әйләнеү сәбәпле, аҙ ғына үҙгәреш тә уятҡан. Ҡаршы полкалар буш, пассажирҙар, тауышланмаҫҡа тырышып, сығыу яғына ағыла. Тиҙҙән станция. Сығасаҡ пассажирҙарҙы иҫкәртеп, проводница килеп етте:

– Һеҙ ҙә уяндығыҙмы ни? Был ҡабат һикереп торҙомо әллә?

– Юҡ-юҡ, мин үҙем... Мин һаҡ йоҡлайым... Ә ул... Ниҙән?

– Уға гел бер үк төш инә. Төн эсендә бер нисә тапҡыр һиҫкәнеп уяна.

– Ниндәй төш?

– Минаға эләккәнде...

Шул саҡ ул ҡыбырлай башланы, йыш һәм ауыр тын алырға тотондо. Мине саҡ ҡына ситкә этәреп, проводница уның биттәренән һыйпаны:

– Барыһы ла яҡшы. Ба-ар-ы-һы-ы ла яҡ-шы-ы-ы... Йоҡла... Бөтәһе лә һәйбәт...

Пассажир, күҙҙәрен асып, беҙгә ҡарай боролдо:

– Тағы ла ҡысҡырҙыммы әллә?

– Юҡ-юҡ! Барыһы ла яҡшы... барыһы ла яҡшы... – тип ҡабатланы проводница.

Минең йәштәрҙәге ир, тороп, өҫтәлгә яҡыныраҡ ултырҙы, протездарын кейергә тотондо. Маңлайындағы тирҙе һөртөп алды.

– Төшөмдә өйгә ҡайттым. Әсәйемдең йәшле күҙҙәре... – тине ул.

– Хәҙер, мин сәй алып киләм.

– Эйе, мөмкин булһа. Инде йоҡлай алмам. Күршеләр сыҡтымы әллә?

– Хәҙер яңы күрше һеҙҙең, бына ул, – тип йылмайҙы проводница.

– Бик тә яҡшы! – Һәм миңә ҡарап. – Ә һеҙ йыраҡҡамы? – тип һораны.

– Кискә барып етәм. Ә һеҙ?

– О-о-о... Әле... Мәскәүгә тиклем!

– Ҡайҙан?

– Алыҫтан. Алыҫ Көнсығыштан.

– Бына һиңә мә! Мин дә бит йәшәнем шул яҡтарҙа! Ун йыл тирәһе! Амур өлкәһендә!

– Комсомольск, – ул йылмайып ҡулын һуҙҙы. – Исемем – Николай. Һин ғәфү ит инде мине, йоҡом тыныс түгел.

Бер нисә минут эсендә танышып та өлгөрҙөк. Поезд туҡтаны, вагонға яңы пассажирҙар тулды.

– Ҡара әле, тик үпкәләмә, берәй нәмә алып инмәҫһеңме икән?

– Ниңә? Барыһы ла бар...

– Юҡ, ҡатыраҡ...

– Уныһы ла бар!

Юлдашымдың күҙҙәрендә осҡон сағылып китте:

– Мин йүнләп эсмәйем дә инде...

– Ә беҙ әҙ-әҙ генә. Һәр береһе өсөн.

– Ҡайҙа хеҙмәт иттең? – Николайҙың тауышында тимер сыңдары яңғырап ҡалды.

– Эшләнем. Шундай хеҙмәт бар. Ҡырыҫ, ауыр...

– Спецназмы әллә?..

Николайҙың йөҙө үҙгәрҙе. Ҡарашында үткәндәр шауҡымы сағылып киткәндәй тойолдо.

– Смирнов. Николай. Өлкән сержант. Афған. Часть номерын әйтеп тормайым, ғәфү...

– Ә мине беләһеңдер, бәлки... Бына, был минең китап... – сумканан алып уға һуҙҙым.

– Ҡара әле... Әллә таныш булып сыҡтығыҙ инде? – Сәй алып килгән проводница аптырап ҡалды.

Николайҙың йөҙө ҡояшта сағылған яңы таҙартылған айыл кеүек яҡтылыҡ сәсеп тора ине:

– Интернетта уҡығайным – бына осраштыҡ!

Ә тәгәрмәстәр һаман тыҡылдай-тыҡылдай саҡрымдарҙы һанай... Юҡ, улар араларҙы түгел, ваҡытты һанай кеүек. Һәр тыҡылдауы менән, йөрәк тибешендәй, беҙҙең ғүмер ағышын, һәр миҙгелдең ҡәҙерен белеү кәрәклеген иҫкәрткәндәй. Ғүмер шул миҙгелдәрҙән тора ла бит.



Афғанға Николай туп-тура учебканан эләгә. Бөтәһе лә төштә кеүек тойолған хәлдәр ябай тормоштан бөтөнләй ныҡ айырыла: бында бөтөнләй башҡа тормош ҡиммәттәре. Беренсе инструктаж...

– Быға тиклем уҡып алған белемегеҙҙе онотоғоҙ! Бында һеҙҙең таныҡлыҡтарығыҙ ҙа, дәрәжәгеҙ ҙә, туған-тыумасаларығыҙҙың кем булыуы ла бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгел! Бында иҫән ҡалыу мөһим! Иҫән ҡалыу һәм еңеп сыға алыу! Ә бының өсөн һеҙ бер-берегеҙҙе бер йән, бер тән итеп хис итергә тейешһегеҙ!

Күбеһен башта аңлай алманы Николай. Тик уны үҙ ҡанаты аҫтына алған, инде бер йыл хеҙмәт иткән, “бабай” булып иҫәпләнгән, шулай уҡ Николай исемле һалдат, яйлап уларҙан ысын мәғәнәһендә яугир тәрбиәләне. Телен арҡыры тешләгәнсе екте, әлбиттә, ә тәжрибәне бирҙе! Барыһы ла булды. Атыштар ҙа, хәрби операциялар ҙа, беренсе юғалтыуҙар ҙа, әлбиттә, тыныс көндәр ҙә... Бер йыл шулай үтеп тә китте. Улар инде бер-береһен һүҙһеҙ аңларға, ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәнеп бөткән. Шуға ла өлкән Николайҙы оҙатыу күңеле өсөн ныҡ ауыр ине уға. Тик ни эшләйһең, инде алмаш та килгән, остазы кеүек үк, уға ла сираттағы өйрәнсек – йәш һалдат килде... Уртансы Николай ҙа традицияға әйләнеп барған ғәҙәтте үҙгәртмәне – уның өйрәнсегенең дә исеме Николай булды... Инде тамырланып барған традицияға ярашлы, улар, өс Николай бергәләп, буш гильзаларҙы муйынсаҡтай итеп теҙеп, өлкән иптәшенең муйынына элде, бүтән бер ҡасан да ҡулға ҡорал алырға тура килмәһен тип, ил сиген сыҡҡас та Термез ярында тантаналы ырғытыу өсөн. Тик көтөүҙе бер һыйыр буяған кеүек, армияла ла йүнһеҙҙәр осрай: береһе шул буш гильзаларға тултырып, героин алып ҡайтмаҡсы була... һәм эләгә! Тантаналы ғәҙәт тыйыла. Частән сыҡҡанда уҡ ташларға тура килә. Тик һалдат ышанған ырымдар – изге, уларҙы боҙоу бик тә насар. Ике Николай ҙа быны күңелдәре менән аңлаһалар ҙа, бәлә булырын тойһалар ҙа бер нимә эшләй алмайҙар был осраҡта. Ҡандағар аэропортына тиклем 4 сәғәтлек юл, әллә күпме ҡурҡыныс урын, теләһә ҡайҙан дошман һөжүм итеүе мөмкин. Аһ, күңелдә ниндәй насар һиҙемләү!

Шулай булып сыҡты ла: ярты сәғәт тә үтмәне, юлға сығыу менән тотош ут аҫтында ҡалдылар. Ике яҡта ла тауҙар, юл тар... Боролорлоҡ та, йәшеренерлек тә урын юҡ. Часткә шунда уҡ хәбәр килһә лә, шунда уҡ ярҙамға сыҡһалар ҙа... Яуҙа бит һәр мәл мәңгелеккә тиң. Алдан барған БТР минаға эләгеп, ҡиммәтле минуттар юғала. Барып еткәндә инде һуңғы патронғаса атышҡан яралыларҙы һәм мәйеттәрҙе йыйырға ғына ҡала... Николай (аңлайышлы булһын өсөн “уртансы” тип әйтәйек) “Урал” туҡтап бөткәнсе үк башҡалар менән бергә һикереп төшөп, аяуһыҙ атышҡа ҡушылды. Тик быуаттар буйы һуғышҡан Афған халҡы был тауҙарҙа инде күп тапҡырҙар алышҡан, бында һәр ташҡа инде күп тапҡыр кеше ҡаны тамған. Тауҙар ер аҫты юлдары менән тишкеләнеп бөткән. Ә ул юлдар төрлө тоҙаҡ-ҡапҡан ише ҡурҡыныстар менән шығырым тулы – инеүҙән инмәүең яҡшы... Дошмандарҙы эҙәрлекләп, Николай ҙа алға ташланды, ямғыр кеүек яуған пуляларҙан ышыҡланмаҡсы булып, эргәләге таш артына тайпылды. Нәҡ шул мәлдә шартлау яңғыраны. Көслө түгел. Тап аяҡ аҫтында.

Санчастә генә аңына килде. Корпусһыҙ минаға баҫҡан икән. Ундайҙарҙы сигенгән саҡта “дух”тар ырғытып китә. Аяҡ аҫтында улар күҙгә бик салынмай: ташҡа, япраҡҡа, ниндәй ҙә булһа бөжәккә оҡшатып яһалғанлыҡтан. Улар әллә ни көслө түгел, бәлки, үлтермәҫ тә, ә яралап сафтан сығара. Бына Николайға ла... Үксәһен сарпаҡлап иҙә, ә уң аяғында асыҡ яра: һөйәге һынған. Доктор ҡарауға сират еткәндә, йәрәхәтләнеү инде төҙәлмәҫлек хәлгә еткән була.

Наркоздан һуң күҙҙәрен асҡанда, уға операция уңышлы үтте, тиҙәр. Уңышлы... Нисек инде уңышлы булһын, егермеһе лә тулмаған егет ике аяҡһыҙ ҡалғас...

Егерменән артыҡ яралы ятҡан дөйөм палатаға күсергәс, Николай таныш тауыш ишетеп ҡала. Шундай хәлһеҙ, көсһөҙ, саҡ ишетерлек. Был бит уның өлкән иптәше, дуҫы, “бабай”ы – Николай!

– Иҫән... Тере, тимәк... – Уның күҙҙәре мөлдөрәмә булып йәш менән тулды. Шатлыҡ йәштәре менән. Уның ҡәҙерле кешеһенең иҫән ҡалыуына, йәнәшәлә булыуына. Эйе, яралы, эйе – хәлһеҙ... Тик тере бит! Уның иҫән булыуы был мәлдә иң мөһим яңылыҡ. Иң ҙур шатлыҡ. Йәнәшәңдә яҡын кешең булыуы – үҙе ҙур дауа.

Обход ваҡыты. Доктор аяҡтарын ҡарағандан һуң бер генә һорау бирә:

– Аяҡтарыңа ампутация яһарға тура килде. Белә инеңме?

– Эйе. Тағы... Мөмкин булһа... Минең дуҫым Николай ҡайҙалыр ошо палатала... Тауышын таныным... Бергә һалмаҫһығыҙмы?

Шунда булған шәфҡәт туташтары асҡан ауыҙҙарын яба ла алмайынса аптырап ҡалды: аяҡһыҙ ҡалғанына түгел, дуҫының хәле өсөн борсола!

Ә инде ярты сәғәттән улар йәнәшә койкаларҙа ята ине. Доктор аңлай уларҙың хәлен.



* * *

– Ә Николай, дуҫың, терелдеме һуң?

– Эйе... Уның тәне иләк кеүек, пуля теймәгән бер ере лә ҡалмағайны. Күбеһе үтәләй. Тик ике ярсыҡ ҡабырғаларын йырғыслап тәрән ингән. Ул ярсыҡтар ҙа төрлө була бит. Ҡайһы саҡ шартлауҙан таш киҫәге оса – снарядтан кәм түгел. Балсыҡ менән, бысраҡ менән... Шул бысраҡ арҡаһында аяҡты ҡырҡырға тура килде дә инде. Гангрена китмәһен тип. Ни эшләйһең инде... Иң мөһиме – иҫән ҡалдым! Оҙаҡ яттыҡ бергә. Башта мин дуҫымдың күңелен күтәрергә тырыштым. Унан һуң ул миңә аяҡҡа баҫырға ярҙам итте. Протез менән беренсе аҙымдар ҡот осҡос! Дуҫым янымда булмаһа, белмәйем, түҙә алмаҫ инем, бәлки. Яҡшы медицина, докторҙар – был һәйбәт, әлбиттә. Тик яныңда ҡәҙерле кешең булыуы – иң ҙур дауа! Николай гел йәнәшәмдән атланы, гел күңелемде күтәрергә тырышты, ә бит үҙенең дә кәүҙәһе яртылаш ҡына имен... Үпкәләренең яртыһы ғына, уң ҡулы, аяғы саҡ тыңлай. Бер-беребеҙгә ныҡ таяныс булдыҡ инде ул саҡта!

– Ә... Өйҙә... Беләләр инеме һуң яраланғаныңды?

– Һин нәмә... Минең йылға аша булғанды ла хатта! Сирле ине бит әсәйем... Ине... Йөрәге... Күтәрә алмаған...

– Ни булды?

– Хәҙер... Һөйләйем... Ошо бәләгә дүрт-биш көн алда, моғайын... Беҙгә йөк килде. Ҡорал, боеприпастар шунда... Шул һалдаттар араһында бер егет бар ине, Лёха, күрше ауылдыҡы. Сираттағы хатында яҙған мине осратҡанын! Барыһын да тәфсирләп яҙған! Ә мин бит әсәйемде борсомаҫ өсөн Ташкентта хеҙмәт итәм, көньяҡтың еләк-емешен ашайым, тип яҙа инем. Һуғыш тураһында бер һүҙ әйтмәйенсә! Конверттағы штемпель буйынса белмәй бит ул минең һуғышта икәнде! Унда барыбер полевая почта ғына күрһәтелә... Мин бит аңыма килеү менән иң беренсе: “Әсәйемә хәбәр итә күрмәгеҙ, ауырый ул”, – тигәйнем. Ә был хайуан бөтәһен дә яҙған. Йәнәһе, нисек итеп үҙе минең кәүҙәмдең өлөштәрен йыйып носилкаға тейәгән... Үҙе шунда булғандай. Әсәйемә уҡытҡандар. Түҙмәгән йөрәге... Мин күмергә лә ҡайта алманым... Ятып ҡына торған сағым. Оҙаҡ яттым, әйтәм бит, Коля мине йөрөргә өйрәтте тип. Өр-яңынан. Протездарҙа. Уны бер аҙ иртәрәк сығарҙылар. Адрестар алышҡан инек. Алдан белгән кеүек үҙенә саҡырҙы. Комсомольск ҡалаһына. Ә мин... Госпиталдән сығыу менән әсәйемдең ҡәберенә булһа ла барып киләйем тип, ҡайтырға сыҡтым. Беҙҙең өйҙән бер ни ҙә ҡалмаған: әсәй үлгәндән һуң талап бөтөргәндәр. Киттем Лёшка янына. Бөтә йән асыуым менән һуҡтым берҙе, һалдатса. Ә ул күтәрмәләрҙән осоп төшөп, ергә һеңде лә, башҡаса ҡыбырламаны. Боролоп киттем. Бынан тиҙерәк китәйем тип. Коля янына. Тик ҡуҙғалып та өлгөрмәнем, сиреналар ҡысҡыртып милиция машинаһы автобусты ҡыҫып туҡтатты. Мине әллә ниндәй енәйәтсене тотҡандай һөйрәп сығарҙылар. Ҡайһыһылыр төртөп ебәрҙе, баҫҡыстан аҫҡа остом. Протездар ысҡынды. Ә арттан ҡотороп аҡыралар: “Тот! Ҡаса!” – тип. Бер аҡылһыҙы һауаға ла атты әле!

Ябып ҡуйҙылар. Ситлеккә. Унан инде һорау алыу башланды. “Ни өсөн үлтерҙең? Ни өсөн ҡастың?”

Лёшаның ҡатыны шылтыратҡан икән милицияға. Телефон өйҙәрендә булған, буғай... Әле ул хайуан аңын ғына юғалтҡан икәнлеген үҙе лә белмәйенсә. Мин бит военкоматҡа ла инмәгән инем, шул мине ҡотҡарҙы. Учётка баҫмаған булғас, өлкәгә хәбәр иткәндәр. Ә таң атыуға Барнаулдан килеп тә еттеләр! Өлкән йәштәге кеше, майор, исем-фамилияһын хәтерләмәйем, РОВД-ға инеү менән барыһын да үҙ урындарына ултыртты! Минән һорау алған ваҡытҡа тура килде. Береһе мине арттан боғаҙыма баҫып дубинкаһы менән быуа ине. Ишек асылып та китте – майор ҡысҡырып та ебәрҙе:

– Отставить!

– Сығығыҙ кабинеттан... – Следователь башлаған һүҙен дә әйтеп бөтөрә алманы. Майор менән килгән ике һалдат, затвор тартып, инде ут асырға әҙер тора ине. Майор өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы алып, бер һүҙ өндәшмәй уҡыны ла, Лёханың хәлен белешеп бер нисә һорау бирҙе. Шунан больницаға шылтыратты: йығылыу сәбәпле еңелсә йәрәхәтләнеү...

– Ҡайҙа мәйет?

– Ниндәй мәйет? – Следователь ни тиергә лә белмәне.

– Һеҙҙең Алексейығыҙҙың. Ошо яугирҙың әсәһен үлтергән өсөн йоҙроҡ эләккән!

– ?!.

– Ҡайҙа тип һорайым?

– Өйөндә... Ул...

– Килтерегеҙ бында! Тиҙ үк!

Лёшаны алып килгәнсе, ярты сәғәт ваҡыт эсендә, майор РОВД начальнигы менән дә, “тоторға” барғандар менән дә һөйләшеп өлгөрҙө, боғаҙға баҫҡанына ла үҙ дубинкаһы менән эләктереп алды. Шәп тартты уға – бишенсе мөйөштө табыр ине мөмкин булһа!

Лёшка башта аҡланмаҡ булған ине лә, тик һуң... Майор уны тыңламаны ла кеүек. “Повестка ебәрербеҙ. Ҡабат дары төтөнө еҫкәрһең. Ниңәлер, был һинең һуңғы мажараң булыр, тип уйлағы килә...”

– Арағыҙҙа бармы уның менән китергә теләүселәр?

Ҡәберҙәгеләй тынлыҡты ҡабат майорҙың тауышы бүлде. Ҡыҫҡа, теүәл һүҙҙәр һәр ваҡыт кәрәкле урынға туп-тура барып етә. Башҡаса уйларға мөмкинлек ҡалдырмайынса.

– Йә, Николай, берәй нәмә әйтергә теләмәйһеңме был тыл ҡомағына?

– Юҡ, иптәш майор!

– Шундай яуап көткәйнем дә инде. Ҡул ҡыҫышып нығытып ҡуйығыҙ был эште! – Ә үҙе йылмайғандай итеп күҙ ҡыҫып ҡуйҙы.

Ҡулдар ҡушылды. Ҡыҫам. Тағы ла нығыраҡ ҡыҫам. Лёха башта түҙҙе. Ҡып-ҡыҙыл булды, ә мин һаман ҡыҫам. Һөйәктәре шытырҙай башланы. Теҙләнеп, илай башланы, иҙәндә үрһәләнде...

– Өлкән сержант Смирнов! Нисек... Яраштыҡмы?

– Тап шулай, иптәш майор! Яраштыҡ!

Улайһа, киттек!

Тағы бар көсөмдө һалып тегенең ҡулын ҡыҫтым да ебәрҙем:

– Әсәйем өсөн был...

Лёшаның ҡулы иҙән йыуғысы хәленә килгән ине, һынған бармаҡтарынан ҡан һарҡый. Аяғын юғалтҡандарҙың ҡулдары көслө була. Тимер кеүек. Бәлки, хәҙер бар таяныс шул ҡулдарҙа булғанғалыр. Ә бәлки күрә алмау, үс алыу теләге кешегә өҫтәмә көс бирәлер. Нисек кенә булмаһын – Лёша кәрәген алды. Тик изге эшкә йәнен һалып түгел... Ә бит мин уның менән, теге ваҡытта, Афғанда, һалдат паёгын бүлешкәйнем...



Ул мәлдә беҙҙе ишек төбөндә көтөп торған “Волга” минең өсөн әкиәттәге алтын кырандастан да мөғжизәлерәк тойола ине! Руль артында ултырған лейтенант сығып ишектәрҙе асты.

– Николай, алға ултырмайһыңмы?

– Юҡ, иптәш майор, мин артҡа, егеттәр менән.

– Шулай тиерһең тигән инем дә...

Барғанда майор үҙенең Афғандан ҡайтып, бында эшләй башлағас, күптәрҙең, шул Термез аръяғына эләккәндәрҙең шәхси эштәрен ҡарап сыҡҡанын, уларҙың хәҙерге хәлдәрен күҙ уңында тоторға тырышҡаны тураһында һөйләне. Айырыуса сәләмәтлеген юғалтҡандар тураһында. Төрлө түрәләргә барғанын, намыҫҡа саҡырғанын, ярҙам һорап та бер ни ҙә ҡыйрата алмағаны тураһында... Майор тынып ҡалды.

– Фёдорыч... Туҡтап китәйек ана теге магазин янында. Байрам бит бөгөн, ни тиһәң дә. Хаҡлыҡ еңеп сыҡты бит! Тик бар микән ул хаҡлыҡ ер йөҙөндә?



Ана шулай киттем дә инде мин Косомольск ҡалаһына. Хәҙер ғаиләм бар, балалар. Коттедж бирҙеләр. Ике ғаиләлек. Шунда йәшәйбеҙ. Бер ҙур ғаилә булып. Балаларыбыҙ бергә мәктәпкә уҡырға төштө. Береһе өсөн береһе йән атып тора. Бына, һинең китабыңды алып ҡайтып биргәс, нисек уйлайһың, ышанырҙармы күрешкәнебеҙгә?

– Ышанырҙар, Коля, ышанырҙар. Беҙҙең күргәндәрҙе башҡаларға күрһәтмәһен Хоҙай!..

– Бына, Мәскәүгә юл тотам. Яңы протез көтә мине унда. Электрон протез! Иҫкеһенән күпкә һәйбәтерәк, тиҙәр. Тик үҙ аяғыңа етәме һуң!..

Көн күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Инде вагондан сыҡҡанда, ҡапыл ғына башыма бер уй килде. Килде лә аңымды ялмап алды. Яҙырға тейешмен мин был турала! Мәңгелеккә ҡалһын өсөн. Һуғыштың ниндәй аяуһыҙ, дәһшәтле, ҡурҡыныс булғанлығын киләһе быуындар белһен өсөн.

Автор:
Читайте нас: