Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
10 Июнь 2023, 23:00

ЕТЕМЛЕК. ( Булған хәл).

Бөгөн минең һөйөклөмдең тыуған көнө...Ул һәр ваҡыттағыса эштә, ниндәй генә байрам, тыуған көн булмаһын барыбер, минең ҡәҙерлем эштә. Хатта бөгөн ниндәй көн икәнен иҫләмәйҙер ҙә әле ул, йыл һайын тыуған көнө тураһында мин үҙем иҫләтәм уға. Шундай үҙенең байрамына битараф булған, тыуған көнөн дә иҫләмәгән, ир – егет шул ул. Шулай мөкиббән эшкә бирелгән кеше бит, нимә эшләтәһең инде уны. Ярай, эш кешеһе эштә булһын әйҙә, ә мин ул ҡайтыуға кискелеккә өҫтәл әҙерләй торайым. 

ЕТЕМЛЕК. ( Булған хәл).
ЕТЕМЛЕК. ( Булған хәл).

Матур табын әҙерләп ҡаршы алып ҡыуандырайым ғәзиземде. Юбилей булмаһа, тыуған көн һайын ҡунаҡ саҡырыу ғәҙәтебеҙ юҡ инде. Иң яратҡан ризыҡтарыбыҙҙы бешереп, үҙебеҙ генә ғаилә менән билдәләп үтергә яратабыҙ байрамдарыбыҙҙы. Мин ары – бире эштәрҙе теүәлләгәнсе, киске байрам өҫтәленә бешерергә аш һалып, үткәргестән ит үткәргәнсе һәм башҡа күп төрлө мәшәҡәттәр менән мәж килеп йөрөгәнсе, минең 5 йәшлек ҡыҙым Зәниәне эйәртеп Миләүшә бикәс килеп инде. ”Еңгәй беҙ һылыуым менән туғайға төшөп, тауға менеп йөрөп киләбеҙ йәме?” – тип, төштән һуң икәүләп сығып киткәйнеләр.

Ҡыҙыҡайым бер ҡосаҡ умырзая сәскәләре тотоп алған, ат менгәндәй ҡыуанып, ҡояштай балҡып ҡайтып ингән, һөйләп хәбәре бөтмәй. “Әсәй, мин атайымдың тыуған көнөнә бүләк алып ҡайттым, Миләүшә апай менән икәүләп тауҙан йыйҙыҡ. Атайым ҡасан ҡайта? Тиҙерәк бүләк иткем килә, тиҙерәк, тиҙерәк.”- тип бейеп тора бала ғынам. Атаһын ныҡ ярата шул ҡолонсағым. Мин уны тынысландырып, тамағын туйҙырып, уйнарға сығарып ебәрәм. Икәүләп сәй эскәндән һуң, киске ашҡа килергә ҡушып Миләүшә бикәсте лә оҙатам. Үҙем бар күңелемдең йылыһына, йөрәгемдәге һөйөү хистәремде ҡушып аш – һыу әҙерләргә тотонам. Мин әҙерләгән ризыҡтарҙы бик ярата һөйөклөм, бигерәк тә тәмле – татлы торт, бисквит, рулет һәм башҡалар уға оҡшай. Ә итле аштар тураһында һөйләп тораһы ла юҡ, хәйер ҡайһы ир – ат иттән бешерелгән аш- һыуҙы яратмай һуң? Минең иһә, ул яратып, маҡтап ашаған һайын, тәмленән тәмле ризыҡтар бешергем генә килеп тора.   


Бөгөн дә мин уны ҡыуандырайым әле, тыуған көнө бит... Шулай кис тә етте, “Камазы” менән алыҫ юлдан һөйөклөм ҡайтып инде. Әҙерләнгән табынды, байрам төҫө алған өйҙө күреп, ул: “Ҡунаҡ бармы беҙҙә? Кем килде?”- тип һорай. Уйланым да инде, тыуған көнөн дә иҫләмәйҙер әле, эш тип йөрөп... “Бер ниндәй ҙә ҡунаҡ юҡ, ә былар барыһы ла һинең хөрмәтеңә.”- тием мин уға. Ул әле һаман төшөнмәй, миңә аптырап ҡарап, өндәшмәй генә минең аңлатҡанымды көтә. ”Эй иҫәркәйем! Бөгөн һинең тыуған көнөң бит! Ҡотлайым йәнем! Бәхет, һаулыҡ теләйем!” – тип мин уны ҡосаҡлап алам.


Һөйөклөм йылмайып, тик күҙ ҡараштары менән генә миңә рәхмәтен белдерә. Уның былай ҙа зәңгәр күҙҙәре, тағыла зәңгәрерәк булып киткәндәй тойола миңә. Мин дә, Миләүшә бикәс тә уға бүләктәребеҙҙе биргәндә, ғәзизем тыныс ҡына йылмайып, рәхмәтен әйтеп ҡабул итте. Ә инде Зәниә ҡыҙыбыҙ умырзаяларын атаһына бүләк иткәндә, уға ниҙер булды. Мин быны һөйөклөмдең үҙен тотошонан, ҡыҙын күтәреп, ҡосағына алып, битен йәшереүенән аңлап алдым. Сеү нимә булды? Нишләп мин ҡапыл ғына, йәнем сығып барғандай, хафаланып киттем, ә йөрәгем урынынан ҡуҙғалды? Мин һаҡ ҡына һөйөклөмдең яуырынына ҡағылам, ул башын күтәреп миңә ҡарай, ә үҙенең ике бите булйап эре – эре күҙ йәштәре тәгәрәй ине. ”Минең дә балаларым кеше булыр әле, мин ҡыҙҙарым, улдарым һәм һинең менән көслөмен, йәнем, киләсәктә тағы ла көслөрәк буласаҡмын әле”... – тине лә ул тышҡа сығып китте.


Мин бер нәмә лә аңламаным, әммә бар булмышым менән һөйөклөмдең күңелендә ниндәйҙер тетрәндергес хистәр ҡайнағанын тойҙом. Артынан йүгереп сығырҙай булһам да, тынысланғас инер әле, борсома тип үҙемде үҙем тыям.

Ниндәй генә хәлдәр килеп тыуһа ла, һәр ваҡыт үҙен тыныс тота белгән, рухы ныҡ ғәзиземдең күҙҙәрендә йәштәр күреүе миңә бик ауыр тәҫир итте. Башымдағы сыуалған һорауҙарҙан мейем ҡайнап китте. Һөйөклөм тынысланып табын артына килеп ултырғанда ла, күмәкләп балалар менән ҡуша, көлә - шаяра тамаҡ ашағанда ла, уларҙы йоҡларға һалып өсәүләп оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғанда ла, аҙағынан сәй эсеп Миләүшә бикәсте оҙатҡанда ла минең башымды бер генә уй сүкей ине. Нимә булды икән минең ғәзиземә? Мин уны бындай хәлдә бер
ваҡытта ла күргәнем юҡ бит. Нимә борсой һуң уны? Йоҡларға ятҡанда мин Һаман әле һөйөклөмдән белешкем, һорашҡым килһә лә, үҙемде үҙем сабыр итергә өгөтләп, һөйләгеһе килһә үҙе һөйләр әле тип, тыныс ҡына көтөргә тырышам. Бер килке өндәшмәй генә ятҡандан һуң, ғәзизем телгә килде һәм таңға тиклем керпек тә ҡаҡмай үҙенең бала сағында күргәндәрен бәйән итте.


Ике йыл ярымдан ашыу дуҫлашып, һөйөшөп йөрөп, шунан һуң ғаилә ҡороп бергә йәшәүебеҙгә алты йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, мин хәләлем тураһында бөтәһен дә беләм тип уйлаһам да, улай булмай сыҡты. Мин уның башынан үткәндәрҙең бер мыҫҡалын да белмәйем икән дә. Аяныслы, ауыр бала сағын иҫләүе еңелдән түгел һөйөклөмә, ул хәбәрен өҙөп бер килке онотолоп киткәндәй өндәшмәй ята ла тағы һөйләп алып китә. Ә мин күҙ йәштәремә төйөлөп , бер нәмә лә өндәшә алмай, шымып инеп китеп уны тыңлайым. Бар күңелем менән тетрәнеп, ғәзиземде йәлләп, уға ярҙам итә алмағаныма әсенеп, тик ҡулдарынан тотоп ҡына, мин һинең яныңда, мин һине менән һәм һәр ваҡыт һине менән буласаҡмын тип белгертәм. Инде йылға булып аҡҡан күҙ йәштәремде һөртөргә лә көсөм юҡ...

”Мин етем үҫтем, атайлы – әсәйле көйө етем инем. Ярты кәүҙәһен паралич һуҡҡан, бер ҡулы, бер аяғы ғына эшләгән, икенсе аяғын һөйрәп йөрөгән, ә инде икенсе ҡулы кәкерәйеп ҡатып ҡалған өләсәйем үҫтерҙе мине. Ул ҡуҙғалмаған икенсе аяғына йыл буйына кирза итек кейеп һөйрәп йөрөй ине. Ауыр нәмә кеймәһә кәүҙәһен тура тота алмай, бер яҡҡа йығылыр ҙа тора алмаҫ ине. Һыңар аяғына кирза итек, икенсеһенә ҡәҙимге аяҡ кейеме кейеп йөрөгән әбейгә сәйерһенеп ҡараусылар ҙа күп булғандыр инде. “Мин кирзамды кеймәһәм, бер аяғым үҙемдән алда йүгерә лә китә, шунан бер яҡҡа йығып һала ла ҡуя” – тип көлә торғайны. Шул өләсәйем мине алты айлыҡ саҡтан, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып йөрөп үҫтергән.


Ярты кәүҙәһе генә имен булған әбей нисек мине үҫтерә алғандыр белмәйем. Ауылда йәшәһә лә, һаулығы насар булғанға күрә, мал аҫырай алмаған бит инде. Мине ҡултығына ҡыҫтырып кемдән һөт, кемдән башҡа ризыҡ һорап алып ашатҡан. Кейемде лә кеше балаларынан ҡалғанды кейҙергән. Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләй алмағанға, көҙгө, ҡышҡы һыуыҡтарҙы, ауыл буйлап, бер көн берәүһендә, икенсе көн икенсеһендә йоҡлап, йәки бер нисә көн йәшәп үткәргән.

Сабый сағымда мин бының бөтәһен дә әлбтиттә аңламағанмын. Иҫ белә башлағандан минең бер хәл аңыма уйылып ҡалған. Миңә нисә йәш булғандыр белмәйем, бик асығып икмәк һорап илағанмындыр инде. Өләсәйем үҙе лә илай – илай миңә һары мәтене (һары балсыҡ) һыу менән болғатып, сөсө икмәк итеп әүәләп, мейестә ҡатырып биргәне ныҡ иҫемдә ҡалған. ”Аша балам бына һиңә сөсө икмәк, мин хәҙер берәр ризыҡ хәстәрләйем, тик илама бәпкәм” – тип мине тынысландырырға тырышҡан өләсәйем, үҙе түгелеп илай ине... Кешелә йоҡлап йөрөп ҡыш сығыуыбыҙҙың, яҙмыш тарафынан ни тиклем кәмһетелеүебеҙҙең, тормоштоң беҙгә ни тиклем ҡаты булыуын мин ҙурая килә генә аңлай башланым.

Кешегә йоҡларға инһәк ишек төбөнә алам – һөләм ырғытырҙар ҙа, йоҡлағыҙ шунда тиерҙәр ине. Беҙ ингән ерҙә генә урынлашһаҡ та, тынғы юҡ. Төп яҡтан хужаларҙың балалары берәм – берәм сығып: ” Хәйерсе, һеҙ хәйерсе, сығып китегеҙ, һеҙ ас хәйерсе, ас хәйерсе сығып китегеҙ.”- тип үсекләп, йә тибеп, йә башыма йоҙороҡлап һуғып инеп китерҙәр ине. Уларҙы тыйыусы, беҙҙе яҡлаусы юҡ ине...

Нисек мин быларҙың барыһында күтәрҙем икән? Хәҙер башым етмәй, әммә уйлап ҡараһаң сыҙайһың инде, мин әле утын эшләрлек йәштә түгел инем шул. Аҙыраҡ ҙурайып, утын ҡырҡып ташырға ҡулымдан килә башлағас та, мин өләсәйемде кеше тупһаһында ҡыш сығыуҙан ҡотҡарҙым. Яҙҙан көҙгә тиклем аҙлап ташыһам да, өшөмәй ҡыш сығырлыҡ утын еткерә торғайным. Тағы ла ҙурайыңҡырағас, ҡайҙа эш бар, шунда эшләп аҡса алып ҡайта башланым өләсәйемә.

Совхоз баҫыуында, сөгөлдөр, картуф утаумы, фермалар йәйләүгә күсеп киткәс, ферма эсен таҙартып, түгеп икенсе ҡышҡа әҙерләүме, ат менеп объящик (объезчик) булып, баҫыуҙарҙы мал тапауҙан һаҡлаумы, бер эштән дә ҡасмай инем.

Бөтәһе лә яйланып, беҙ ҙә кешесә йәшәй башланыҡ.

Әммә мин әле барыбер бала инем һәм мин генә тапҡан аҡса етмәгәндер инде. Бер ерҙән дә, бер кемдән дә ярҙам юҡ ине шул. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда Баиш ауылына (беҙҙең ауылдан өс саҡырым алыҫлыҡта) уҡырға барам тип, февраль айында аяҡтарымды тубыҡтан былай туңдырып, ғүмерлек аяҡтарым һыҙлауы менән яфаланам. Уҡыу теләгем шул тиклем көслө булғандыр күрәһең, резинка итек менән сығып киткәнмен. Ҡышҡы аяҡ кейеме алырға хәлемдән килмәгәндер инде. Шулай ыжғыр һыуыҡтарҙа , аслы – туҡлы, яланғас үҫкән бала сағым эҙһеҙ генә үтмәне. Гел генә эстән янып, көйөп йөрөгәнгәме икән ҡан баҫымым бала саҡтан уҡ юғары булды. Шуға күрә армияға бара алманым, нисек кенә тырышһам да, хәрби комиссия ағзаларына илап инәлһәм дә алманылар. Ғүмер буйы шуға ғәрләнеп, йәнем көйөп йәшәйем.

Эй етемлек! Аяуһыҙ яҙмыш йөгөн тарта – тарта, һынауҙарын күтәрә - күтәрә күрмәгәнем, ишетмәгәнем ҡалманы инде. Бөгөн ҡыҙымдың сәскә бүләк итеүе, башымдан үткәндәрҙең барыһын да иҫемә төшөрҙө. Минең тыуған көнөмә, ҡыҙым, бәләкәсем, ҡолонсағым сәскәләр бүләк итте бит. Бала саҡта минең тыуған көнөм булманы, шуға мин бер йылда ла ул көндө иҫемә төшөрмәйем. Ә бит минең балаларым ҙурайып килә, мин дә улар менән ғорурланып, улар менән көслө булырмын әле ҡәҙерлем, тик һин генә янымда бул! Мин хәҙер етем түгел, минең дә оло ғаиләм, эшем, өйөм бар.”- ул тағы бик оҙаҡҡа тымып ҡалды. Ә мин инде уны һығып ҡосаҡлап, илай –илай: ”Эй АЛЛАҡайым! Нишләп кенә һеҙ беҙҙең ауылда йәшәмәнегеҙ икән? Минең әсәйем менән атайым һеҙҙе индереп алырҙар ине һәм улайтып тинтерәп йөрөргә юл ҡуймаҫтар ине.” – тип иңрәй инем... Аҙыраҡ тыныслана төшкәс мин ҡартәсәйемдең йыш ҡына : “Ирмен тигән ирҙең йөрәгендә эйәрле – йүгәнле ат ятыр!” – тип әйткәнен иҫемә төшөрҙөм. Был һүҙҙәр әйтерһең дә минең һөйөклөм
тураһында әйтелгән. Бына бит ниндәй йән әрнеткес иҫтәлектәр һаҡланған уның йөрәк төбөндә...

Беҙ һөйөклөм менән ун һигеҙ йыл ғына бергә йәшәп ҡалдыҡ. Ун һигеҙ минуттай ғына тойолған, ел тиҙлегендә үтеп киткән ун һигеҙ йыл! Бәхеткә, һөйөүгә, шатыҡ – ҡыуанысҡа төрөнгән ун һигеҙ йыл! Мин ғүмерем буйы һөйөклөмә һоҡланып, көн дә уға ғәжәпләнеп, уны тәрән хөрмәт итеп, бар йөрәгем, бар күңелем менән өҙөлөп һөйөп йәшәнем. Уның оло аҡылы, ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡмаһын тыныслыҡ һаҡлай белеүе, сетерекле, ҡатмарлы, ауыр хәлдәрҙән сығыр өсөн дә һәр ваҡытта дөрөҫ юлдар табыуы. Изге йөрәкле, киң күңелле, яҡшы кеше булыуы, бәғзе бер кешеләрҙең яуызлығын да, яманлығын да ғафү итә алыуы, ярҙамсыллығы, итәғәтле, үтә тәртипле, юғары культуралы, интеллигент, ниндәй генә кейем кейһә лә һоҡланғыс, матур булыуы, хатта эш кейемдәренең дә уға ныҡ килешеп тороуы һәм башҡа, һәм башҡа күп нәмәләр һоҡландыра ине мине һөйөклөмдә.


Егәрлеләрҙән егәрле ир – егет булды минең ғәзизем, нимәгә генә тотонһа ла ысын яһау итеп эшләп ҡуя торғайны. Уның ҡулынан килмәгән эш булманы, сүкеш тотоп ҡаҙау ҡатыуҙан алып, ҡатмарлы техниканы ҡутарып ташлап, ҡабаттан йыйып, төҙәтеп йөрөтөп ебәреүе уға бер ни ҙә тормай ине. Ауылда йәшәр өсөн кәрәк булған бар һөнәргә лә эйә, ир – егеттәр башҡарырға тейеш бар эште лә белә, еренә еткереп үтәй торғайны ул. Ысын ир – егет, сабыр итә белгән, сыҙамлы, үтә түҙемле, әллә ниндәй ғәрәсәткә лә ҡаршы торорлоҡ һынмаҫ рухҡа эйә кеше ине минең ҡәҙерлем. Өҫтәүенә ул йөҙгә ныҡ матур, һомғол буйлы, һорғолт - һары бөҙрә сәсле, зәңгәр күҙле һылыу ир – егет булды. Ошо тышҡы матурлығына, ғәзиземдең эске күңел матурлығы уның йөҙөнә ғәжәйеп нур, мөләйемлек, яғымлылыҡ өҫтәй һәм үҙенә ылыҡтырып тора торғайны.

Күркәм, матур сифаттарына өҫтәп ул мине, балаларын ныҡ яратҡан, хәстәрлекле, мәрхәмәтле ир, наҙлы атай булды. Ғаиләһенә ел – ямғыр тигеҙмәҫлек, бәлә – ҡазаларҙан һаҡларлыҡ, әллә ниндәй оло дау, яу сыҡһа ла кире ҡайтарырлыҡ көскә эйә ине минең ғазизем. Өҫтәүенә ул үтә йомарт, мул ҡуллы, берәүҙән дә бер нимә лә ҡыҙғанмай торған ир – егет ине. Бөгөн мең һум, ярты машиналыҡ (элекке аҡса менән 2 000 һумға”Жигули” машинаһы һатып алып була ине ул замандарҙа, хәҙер күпмегә торошлолор белмәйем) аҡса алып ҡайтып бирһә, иртәгә иртәнсәк аҡса юҡ бит әле тиһәң: “Ҡайҙа иттең?”- тип һорамаҫ ине. Рейстәрҙә йөрөгәндә һатып алып ҡайтҡан запчастәрен һораған берәүгә биреп бөтөрә лә, һуңынан үҙенең машинаһы боҙолдо ниһә: ”Ай әттә генәһе, кешегә биреп бөтөргәйнем бит әле запчастәремде, ҡайһылай итергә инде хәҙер?” – тип йөрөй йөрөй ҙә, шунан ниндәйҙер мөғжизә менән техникаһын яйға һалып ала.

Аҙағынан рейсҡа сығып йөрөп, яңынан запчастәр һатып алып ҡайтҡас, еренә еткереп ремонтлап алыр ине машинаһын.


Ниндәй генә техникала йөрөһә лә: еңел машинамы, ауыр Урал, Камаз, К- 700 йәки комбайнмы ул еңел генә, йомшаҡ ҡына итеп йөрөтөр ине. Күршебеҙ Нәжиб ағай мәрхүм: “Ай- һай ошо Радик мыртыйҙы, уның комбайны ла “Жигулиҙең” дә “Жигулие” бит! Башҡа бер кемдә улайтып йөрөтә алмай техниканы!”–тип әйтә торғайны гел генә, ҙур хөрмәт менән, һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә. Совхоздың баш бухгалтеры Нәжиб ағай күп йөрөнө шул юлдарҙа һөйөклөм менән. Ә инде минең хәләлемдең яҡшылығы, кешелеклеге, изгелеклеге тураһында легендалар йөрөй торғайны үҙебеҙҙә генә түгел, яҡын тирә райондарҙа ла хатта.


Элек, беҙ йәш саҡтарҙа хәҙерге гаджеттар (кеҫә телефоны, планшет, компьютерҙәр) булманы бит инде. Беҙ кистәрен ауыл клубына киноға йөрөргә, саҡ ҡына форсат тейһә гәзит – журналдар, китап уҡырға ярата торғайныҡ. Бына бер төндә икебеҙ ике яҡҡа ҡарап китап уҡып ятабыҙ. Балалар йоҡлай, тәрән төн бит инде... Тышта февраль айы, ҡышҡы селлә, сатнап торған һыуыҡ. Ә өйҙә шул тиклем йылы, рәхәт, йоҡо алмағас икебеҙ ҙә кинәнеп китапҡа йәбешкәнбеҙ.

Кемдер ишек ҡаҡҡанға, китаптарҙан айырылмай ғына : ”Асыҡ!” – тип кенә ҡуйҙыҡ икебеҙ бергә. Беҙҙең ишек бикләү ғәҙәте юҡ ине: “Камазист Радик здесь живет?” –тип һораған, сығыр – сыҡмаҫ ҡына тауышҡа һикереп тороп ултырҙыҡ. Иң беренсе урыҫ телендә өндәшеүе, икенсенән хәленең шәптән түгеллеге һиҫкәндерҙе. “Да я Радик!” - тийеүе булды, теге юлаусы: “Братец наконец – то я тебя нашел! Помоги, не дай умереть, я замерз”... – тип илап ебәрҙе. Был ваҡытта һөйөклөм шкафтан араҡы алып, бер стакан тултырып ҡоя һалып, теге кешегә эсерә ине инде. Артынса тас тотоп тиҙ генә тышҡа сығып китте. Ә мин ул ингәнсе һыу эҫетергә ҡуйып, таҫтамал, таҙа сепрәктәр әҙерләп ҡуйҙым. Ғәзизем бер тас таҙа ҡар алып инеп, теге кешенең биттәрен, ҡулдарын, аяҡтарын ҡар менән ҡып – ҡыҙыл булғансы ышҡып, бер бер артлы араҡы эсереп, миңә аш йылытырға, сәй ҡайнатырға ҡушып, мейес эргәһенә урын әҙерләп, теге кешене йылы итеп урап һалып ҡуйҙы. ”Ғәҙәттә беҙ өшөгән кешене араҡы менән ыуабыҙ бит, ә был юлы нишләп ҡар менән? Тағыла нығыраҡ өшөп ҡуймаймы ул?”- тип һорайым. “Ул өшөмәгән, ә туңған биттәре, ҡулдары ап – аҡ булған бит, араҡы менән ыуһаң зыян ғына буласаҡ. Тиреһе киҫәк киҫәк өҙгөләнеп сығыуы мөмкин. Сөйҙө сөй менән һуғып сығараралар (клин клином выбивают) тигәнде ишеткәнең бармы? Ана шул сөй был осраҡта ҡар була инде. Туңған тәнде ҡар менән ышҡыһаң ул терелә, кире әүәлге хәленә ҡайта.” Теге кеше йылынып йоҡлап китте, уның ҡулын күтәрерлек тә хәле юҡ ине. Бик оҙаҡ ҡына йоҡлап, уянып, тамаҡ туйҙырып, тағы бер ике рюмка араҡы эсеп алғас, ул һөйләшерлек хәлгә килде. Беҙҙең ауылдан әллә нисә ауыл аша ятҡан сыуаш ауылы Лукьяндан икән был әҙәм.

Зилдә Хәмиҙуллина.

Автор:
Читайте нас: