Бына бит мин үҙем шаһит булдым һәм ышандым быға. Һеҙҙең ауылға килеп етәрәк тракторым боҙолоп, тоҡандыра алмай, ҡайҙа барырға белмәй торғанда, камазист Радик иҫемә төштө. Һеҙҙең ауылға килеп еткәнсе үк өшөгәйнем инде, ауыл осонан уҡ һәр бер өйгә туҡылдата башланым, берәү ҙә ишек асмай, камазист Радик үр яҡта йәшәй тиҙәр ҙә ҡуялар. Саҡ эҙләп килеп еттем бит һеҙгә, туңып үләм тип торам. Миңә берәү ҙә ишек асманы, ә һеҙҙә ишек эленмәгән дә. Мейес эргәһенә урап һалып ҡуйыу түгел, ишектәрен дә асманылар. Мең рәхмәт һеҙгә, әжәлдән ҡотҡарҙығыҙ бит мине! Ғүмерем буйы онотмам!“- тип бер килке рәхмәтен уҡыны ул. Иртәгеһенә көн имшегәс, барып тракторын йүнәтешеп, тоҡандырышып, ҡайтарып ебәрҙе ул кешене һөйөклөм. Был сыуаш ауылы кешеһе бик игелекле, кеше ҡәҙере белгән ир булып сыҡты. Беҙҙең ауыл аша юл төшһә, гел генә беҙгә туҡтап хәл белеп йөрөр булды ул. Йәшелсә, картуф, ит, бал, май тотоп килер ине. Кәрәкмәй ташыма, үҙебеҙҙеке бар тиһәк тә: ”Ул һеҙҙеке бит, ә былар минән күстәнәс.”- тип кенә ҡуйыр ине.
Быларҙы яҙғансы тағы ла бер хәл иҫемә төшөп китте әле минең: Шул уҡ февраль айы селләһе, кинонан һуң клубтан сығып ҡайтып киләбеҙ. Тышта шул тиклем ҡаты һыуыҡ, төкөрһәң төкөрөгөң ергә төшөп етмәй туңып ҡалырлыҡ һымаҡ ине. Клубтан алыҫ түгел тыҡырыҡта бер ҡатын йәш балаһын ҡосағына ҡыҫып илап тора. Был ҡатын, йәш кенә, әле үҙе бала ғына яңғыҙ әсә - Миләүшә бикәс булып сыҡты. Ул: “Өйөмдә ҡара һыуыҡ, яғырға утыным бөттө балам менән туңып үлеп ҡалабыҙ инде. Баянан бирле торам ошонда өйөм тапҡырында, берәүҙең дә эше юҡ беҙҙә, берәү ҙә туҡтамай.”- тип һөйләне илай – илай. Беҙ бер беребеҙгә күҙ ташлап ҡына алдыҡ та, Радигым Миләүшәнең ҡулынан баланы алып күтәреп, мин уны ҡултыҡлап, бер һүҙһеҙ ҡайтыу яғына атланыҡ. Өйгә килеп еткәс, ҡәйнештәрҙән: “Башҡа барыр урыны юҡ, Миләүшә балаһы менән беҙҙә йәшәп тора, һеҙ ҡаршы түгелһегеҙҙер?” – тип һораныҡ, улар өндәшмәй генә риза булдылар. 20 кв. метрҙан ғына торған, бәләкәй генә өйөбөҙҙә былай ҙа ете кеше йәшәп ятабыҙ. Ҙур урындыҡта - өс балабыҙ менән беҙ, ике тимер карауатта - ҡәйнештәр йоҡлай торғайны. Бүлмәлә тағы түңәрәк өҫтәлдән, комодтан һәм шкафтан башҡа нәмә һыймаһа ла, әмәлен таптыҡ. Комод менән шкафты сығарып ырғытып, Миләүшәгә тағы бер тимер карауат ҡуйҙыҡ, бәпәйен һалырға сәңгелдәк элдек. “В тесноте да ни в обиде...” – тигән бит урыҫ халҡы, һыйҙыҡ. Әммә кемдәргәлер был хәл оҡшаманы, бер – ике көн үткәс беҙгә ауылыбыҙҙың фельдшере килде. Ул һөмһөрө ҡойолоп, сығырынан сығып ярһығайны:
“Бәләкәй генә өйөгөҙҙә, һе өй имеш... Үҙегеҙ күмәкһегеҙ, тар ерҙә аяҡ баҫыр урын юҡ, сырость, оялмай еще балаһы менән кеше индереп ултыраһығыҙ. Хәҙер үк сығарып ебәрегеҙ, хәҙер үк! Юғиһә милиция менән селсәүит саҡырам! Мин шунысама һөмһөҙлөктән, ҡанһыҙлыҡтан аптырап, йәнем көйөп өндәшә алмай, һөйөклөмә ҡарайым. Ул һәр ваҡыттағыса тыныс ҡына, фельдшергә яуап бирә: “Был һыуыҡта кеше этен дә тышҡа ҡыуып сығармай, алып ҡайтмаҫ инек сығарып ташлар булһаҡ. Мин урмандан утын алып ҡайтып биргәнсе беҙҙә йәшәй Миләүшә һылыу, шунан өйөн йылытҡас кире күсерербеҙ. Әйткәндәй еңгәй һеҙҙең өйөгөҙ ҙур, иркен, йылы, сырость түгел, урынығыҙ ҙа күп, алып ҡайтығыҙ Миләүшә һылыуҙы балаһы менән үҙегеҙгә. Өйөн йылытҡансы һеҙҙә йәшәп торһон.”- тине. Фельдшерҙың беҙҙе әрләү ҡайғыһы китте, ул башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәй сығып китә һалды. Беҙҙе башҡа бимазалаусы булманы. Ҡыш уртаһында ҡар йырып, көрт кисеп күрше Мотаһар ағай менән икәүләшеп, урмандан утын ҡырҡып алып ҡайттылар Миләүшә бикәскә. Ҡәҙимге генә оҙаҡ ваҡыт кәрәк булды бының өсөн, ауылда йәшәгән һәр кем аңлай быны. Ҡышҡы, көрт баҫҡан урмандан утын һөйрәтеп, өйөп, аҙағынан тейәп алып ҡайтҡансы ғына ла кәмендәлә бер аҙна тирәһе үткәндер. Унан һуң селләлә туңып ултырған, ҡара һыуыҡ өйҙө, йәш бала менән өшөмәй йәшәрлек итеп йылытып алғансы күпме көс түкте улар. Ә шулай ҙа оҙаҡ ваҡыт үтһә лә, урмандан утын ташып еткерелде, бысып, ярып өйөлдө һәм Миләүшә бикәс ҡабат үҙ өйөнә күсеп сыҡты.
Уға был өйҙө яңғыҙ әсәгә ярҙам йөҙөнән ауыл хәкимиәте совхоз аша бирҙергәйне. Туғанһыҙ, етем түгел ине Миләүшә бикәс, беҙҙән бер ауыл аша ауылда атаһы, әсәһе лә, башҡа туғандары ла бар ине. Хатта беҙҙең ауылда ла бер туған инәһе йәшәй ине. Әммә уларҙың бөтәһенең дә йөрәктәре ябыҡ ине Миләүшәгә ҡарата. Беҙҙең ауылдың егете менән яратышып йөрөп, өйләнешергә йөрөгәндә, яман телдәр, һөмһөҙ кешеләр арҡаһында туйҙары булмай ҡуйҙы. Миләүшәнең ауырлы икәнен белгәс, ата – әсәһе өйҙәренән ҡыуып сығара, башҡа бер туғаны ла индермәй, беҙҙең ауылдағы инәһе лә әрләп сығара. Шулай итеп йөклө йәш ҡыҙ урамда тороп ҡала, һуңынан балаһы тыуғас та барыр урыны булмаған ҡатынға буш торған совхоз өйөн бирәләр. Балаһы, ҡыҙыҡай ғынаһы етәкләп йөрөрлөк булып ҙурайғас, Миләүшә бикәс Мәскәүгә эшкә сығып китте. Рәсәйҙең ҡайһы ғына мөйөшөндә йөрөһә лә, ниндәй генә эштә эшләһә лә Радик ағайының изгелеген бер ваҡытта ла онотманы Миләүшә. Төрлө ерҙән посылкалар һалыр, байрамдар менән ҡотлауҙар ебәрер, форсаты сыҡҡанда, саҡ ҡына юл төшһә килеп етер ине. Оло хөрмәт итер һәм үҙенең бер туғандарынан да артығыраҡ күрер. Ниндәй генә кәңәш кәрәк
булһа ла, Радик ағайына мөрәжәғәт итер ине.
Ошондай яҡшы эштәре, ярҙамсыллығы, изгелеге бар кешегә лә етерлек ине һөйөклөмдең. Ярты кәүҙәһен паралич һуҡҡан әбей ҡулында ғына үҫкән бала, нисек бөтә донъяға асыу һаҡлап, яуыз, алама холоҡло, ҡаты күңелле булып үҫмәне икән? Ниндәй мөғжизә менән ул шул тиклем изге йөрәкле, кешелекле, киң күңелле, оло рухлы, үтә ҙур аҡыллы булып үҫә алды икән? Ул үҙе үҙендә юғары күльтура, өлгөлө тәртип, ныҡлы ҡаҡшамаҫ рух, изге йөрәк, киң күңел тәрбиәләй алған. Мин бушҡа ғына әйтмәйем шул: ”Минең һөйөклөм һымаҡ аҫыл ир – егет мең йылға берәү генә тыуа! - тип”. Бушҡа ғына әйтмәйем!
Донъялағы бар ниғмәттәрҙән мәхрүм булып, бер шатлыҡ – ҡыуаныс та күрмәй, етем үҫкәнгә күрә, ғүмере оҙон булһасы ғазиземдең. Юҡ шул! Йәненән артыҡ күргән балаларын, мине зар илатып, ғүмерҙә үтмәҫлек ҡайғыларға һалып, йөрәктәребеҙҙә мәңге уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырып, бик иртә баҡый донъяларға күсеп ҡуйҙы һөйөклөм. Ауырыу бер кемде лә аямай шул ул. Хәҙер инде егерме бер йыл минең хәләлемдең был донъяла юҡлығына. Аһ – зар, ҡайғы хәсрәт, илау – һыҡтау, ауырыу, һыҙланыу, әсенеү, әрнеү, үкенеү, һағыныуға тулы егерме бер йыл! Бер – беребеҙҙе егерме бер минут та күрмәй тора алмай инек, ә хәҙер мин егерме бер йыл унһыҙ йәшәп ташланым. Ҡайһылай итәһең инде, маңлайыңа яҙылған яҙмышың, өлөшөңә төшкән көмөшөң шул булғас... Әммә мин егерме бер секундҡа ла уны онотмайым. Ул һәр ваҡыт минең менән, уның исеме утлы хәрефтәр менән минең йөрәгемә яҙып ҡуйылған. Һәр һулышым, ғүмеремдең һәр минуты уға бағышланған...
Теге донъялар барлығына мин ныҡ ышанам. Һәм ер йөҙөндә ғүмер юлым бөтөп, теге донъяларға барһам, мине һөйөклөм ҡаршы алырына өмөтләнәм, ятҡан торған һайын Хоҙайымдан шуны һорайым...
Зилдә Хәмиҙуллина.