Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
15 Июнь 2023, 12:55

Хазиналарҙан ҡиммәт. Кескәй дуҫтарыбыҙға.

Айнурҙың атаһы, Мөхәмәтнур ағай эштән ҡайтып керҙе лә улына китап һондо: – Хазиналарҙан ҡиммәт бүләк алдым, тот ҡулыңа, балам! – тине, йылмайып.

Хазиналарҙан ҡиммәт. Кескәй  дуҫтарыбыҙға.
Хазиналарҙан ҡиммәт. Кескәй дуҫтарыбыҙға.

– Эй, шуны уҡып ултырмам инде. Китап уҡыуы күңелһеҙ. Миңә компьютерҙа уйнау ныҡ оҡшай – ваҡыт үткәнен дә һиҙмәйем, – Айнур бүләккә ынтылманы.

– Компьютерҙа оҙаҡ уйнарға ярамай – һаулыҡ ҡаҡшай. Бигерәк тә күҙҙәргә зыяны күп. Компьютерҙа күргәндәр тиҙ онотола. Ә һәйбәт китапта уҡылған хәл-ваҡиғалар хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана. Файҙаһы сикһеҙ китаптың: яҡшы менән яманды айырырға өйрәтә. Китап менән дуҫ кешенең донъяға ҡарашы киң, хыялы бай була.

Ата менән улдың гәпләшеүен Айнурҙың әсәһе, Гөлсәнә апай тыңлап торған икән. Хәбәргә ул да ҡушылды:

– Китап яратҡандарҙың белеме, һүҙ байлығы арта. «Китап-белем шишмәһе» тиҙәр. «Белемле үлмәҫ, белемһеҙ көн күрмәҫ» тигән мәҡәл бар. Уҡымышлы кешенең фекере тос була.
– «Фекер» нимә ул? – Айнур яйлап әңгәмәгә ылыға башланы.
– «Фекер» – «тәрән, төплө уй» тигәнде төшөндөрә. Бер үк хәлдәргә, ваҡиғаларға, осраҡтарға төрлө кешенең фекере, йәғни баһаһы, уйы төрлөсә булырға мөмкин. – Гөлсәнә апай, улының иғтибар менән тыңлауын күргәс, өҫтәп ҡуйҙы: – Тимәк, китап фекер йөрөтөргә өйрәтә.

Мөхәмәтнур ағай һөйләшеүҙе дауам итте:

– Бына шулай, улым, күп фәһем бирә китап.
– «Фекер»ҙе аңланым, ә «фәһем» нимәкәй? – Айнур яңы һорау бирҙе.
– «Фәһем» – «үрнәк, өлгө» тигәнде аңлата. Яҡшынан өлгө алып, изгелек эшләргә өйрәнерһең. Ә яманға ғибрәт итһәң – яуызлыҡ ҡылмаҫҡа тырышаһың! Бына ни өсөн китап хазиналарҙан артыҡ, хазиналарҙан ҡиммәт! – Улының ҡыҙыҡһыныуына ҡыуанған

Мөхәмәтнур ағайҙың йөҙө балҡыны.

– Зинһар, «хазина» тураһында ла һөйләгеҙ. – Айнурҙың да кәйефе күтәрелде. Ул компьютер тураһында онотҡайны.

Гөлсәнә апай, ихлас йылмайып, һүҙ башланы:

– «Хазина» һүҙенең мәғәнәһе күп. Һәр төрлө сәнғәт, мәҙәниәт, рухи байлыҡтарҙы хазинаға тиңләйҙәр. Ер аҫтындағы мәғдәнде, йыйып, йәшереп һаҡлаған алтын-көмөштө, аҫыл таштарҙы ла «хазина» тиҙәр. Әммә китап алтын-көмөштән, аҫыл таштар гәүһәр-яҡуттарҙан ҡиммәтерәк тә, ҡәҙерлерәк тә. Тимәк, китап – ҙур, баһалап бөткөһөҙ байлыҡ.

Айнур китапты икеләнеп кенә, теләр-теләмәҫ кенә уҡый башлағайны, аҙаҡ айырыла алманы. Яратып уҡыны. Фәһемле күп нәмәләр белде. Китапта яҙылған ваҡиғалар, кешеләр хаҡында уй-ланды – үҙенең фекере тыуҙы. «Ысынлап та, китап хазиналарҙан да ҡиммәт икән», тип кинәнде.

 

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: