Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
16 Август 2023, 10:40

“ЗАРЛАНМАЙЫМ, ЮҠ-ЮҠ, ЗАРЛАНМАЙЫМ, ӨМӨТ ИТЕП ӘЛЛӘ НИҘӘРГӘ”

Әҙәби яфалар Көнсөллөктәр самаһыҙсы, Таланттар самалымы? Халыҡ биргән генды һаҡлау – Яңғыҙың ҡамалыумы?

Автономия урманы

Ҡырыла Союз өсөн.

Ҡағыҙ етешмәүҙән леп-леп

Беҙҙең нәшриәт көсө.

Ә урманһыҙ төбәктәрҙең

Баҫмаһы йөҙҙән артыҡ.

Беҙ туғыҙҙы тартып-һуҙып

Баҫабыҙ йәшен-ҡартын.

Туҙға шиғыр яҙаһыңмы.

Мығыр өсөн донъяға?

Шуға таланттар әйләнә

Көнсөл өсөн улъяға:

Ярыш түгел, ә батырыш,

Аяҡ салыш, яуызлыҡ

Хөкөм һөрә араларҙа, -

Юҡ законлы ауыҙлыҡ.

Ике  туған талашһа ла,

Атҡа менһә, яраша.

Шәп ирек булмайса тороп,

Мәҙәниәт – алаша.

Толпарға тәрбиә кәрәк,

Тапау түгел ҡанатын,

Был заманда рәхмәт көтмә.

Яза өсөн – талантың.

 

Төн – дәүләтем

Төн – дәүләтем минең. Яуызлыҡ та,

Яҡшылыҡ та йоҡлай был мәлдә.

Фекер иркен, кәмһетеүҙәр көтмәй,

Ул керә бер көйлө әмәлгә.

Цензорҙар  юҡ. Йоҡлай редакторҙар,

Сөйгә элеп оло ҡайсыһын.

Түрә иҫһеҙ, хатта күргәндә лә

Төштәрендә  суҡлы ҡамсыһын.

Сираттар юҡ. Бәлки, илһамдарҙың

Ике-өс төрө миңә сиратта.

Баш өҫтөмдә бөтөрөлә улар:

Хыял, ниәт, бойом, мораттар.

Төн – дәүләтем минең. Тауыш-тын юҡ.

Бер кем бүлмәй зауыҡ-кәйефте.

Бер кем юймай һаҡһыҙлығы менән

Орлоҡ кеүек ятҡан хәрефте.

Төн – ҡалҡаным минең. Көн ҡылысы

Ҡында ята. Азат хыялдар.

Шуғалыр ҙа байтаҡ шиғырҙарым

Йондоҙ серҙәренә буялған.

 

Тигеҙлек

Зарланмайым, юҡ-юҡ, зарланмайым,

Өмөт итеп әллә ниҙәргә.

Тейеш түгелһең һин бары минең

Ижадымды наҙға биҙәргә.

Үҙ эштәрең, ниәт-өмөттәрең

Һис кәм түгел минең хәстәрҙән.

Төрлө юлдар менән бер үк үргә

Йүнәлгән дә беҙҙең «әҫәрҙәр».

Һин кәмһенмә, мин дә дә фани кеше,

Эҙләмә лә миндә эрелек.

Һәр кемдең үҙ эше, шуға йәшәй

Ер йөҙөндә ғәзиз тереклек.

 

Шағирлыҡ

Ярай белгән – йәшәй белә.

Мәңгелекте уйлаһаң,

Мөкиббән егәрлегеңдә

Быуаттарҙы буйлаһаң,

Сәсән менән кәңәшләшеп,

Намыҫыңды таҙартып,

Ҡулдан төшмәгән ҡәләмдән

Бармаҡтарҙы ҡабартып,

Халыҡ менән  яңғыҙ төндә

Тикшереп үткән юлды,

Заман уғын компас кеүек

Күҙәтеп,  уңды-һулды,

Аҡты-ҡараны айырып,

Әйтеп тау баҫҡан хаҡты,

Күпселеккә эйәрмәйсә

Аныҡ атап ҡараҡты, –

Ярап булмай: яйлап ҡына

Үлеү – бөтә тормошоң.

Һәләтеңде сәнғәт түгел,

Хаҡлыҡ өсөн ҡырмышың.

 

Буран

Тәҙрә өлгөләрен дерелдәтеп,

Эй бәрелә буран өйөмә,

Заман тәҙрәһенә ҡаҡҡан кеүек

Боронғо бер һағыш көйөнә

Үрелеп тә, уйым дауылдары

Үҙ иркенә сығыр юл көҫәй.

Сасҡауҙарҙа бешкән миләш кеүек

Ыжғыр хәстәләрҙән моң үҫә.

Бишкә генә төрләнһәсе дәүер!

Һынсыл күсәм һымаҡ юл бағып,

Үҙең – ялпы, үҙең – дәүләт булып,

Ырай килмәгәндә юғалып…

Үҙ заңыңды күҙ ҡараһы итеп,

Бурандың да сығып алдына,

Түң ғәрешкә ҡалып ҡәҙер төнөн,

Үтеп йондоҙ аҡҡан ялдымдан;

Хыял ҡошон ергә ылыҡтырып

Ҡоло ише үтәп теләген,

Өмөтөнән яҙған күңелдәргә

Тигеҙ бүлеп шиғыр икмәген;

Бер тынаға таж кейгәндәй булып,

Йылмаяһың илаҡ буранға…

Маңлай терәп тәҙрә аша бағам

Аҡ хыялдар яуған урамға.

 

Ижад

Гәлсәр һындар әле ҡауырһында,

Усаҡ йоҡлай шулай боҫҡан ҡуҙҙа.

Ҡауышыуҙың ижад мәлен көтөп

Мең йыл тарҡау ғәләмдәге туҙан.

Тартылыштан  донъя хасил, тиҙәр.

Сыңлар һиңә көмөш йүгән-эйәр,

Фарман булыр рухҡа ошо ендә,

Ҡойонланып бейер төҫлө елдәр.

Гәлсәр һындар йәнгә эйә булыр,

 Йылы төҫтәр тәндәренә ҡуныр.

Сәнғәт илен сәләмләгәс улар,

Хоҙай-йәнең арып, ҡабат һулыр.

Сифат бирә шағир, һанды йыйып,

Ошо мәлдә һыя йырға халыҡ.

Тарҡау миҙгел, тыныс диңгеҙ-күңел…

Тик төпкөлдә геүләй изге ялҡын.

Эльмира СӘСӘНБАЕВА.

“ЗАРЛАНМАЙЫМ, ЮҠ-ЮҠ, ЗАРЛАНМАЙЫМ, ӨМӨТ ИТЕП ӘЛЛӘ НИҘӘРГӘ”
“ЗАРЛАНМАЙЫМ, ЮҠ-ЮҠ, ЗАРЛАНМАЙЫМ, ӨМӨТ ИТЕП ӘЛЛӘ НИҘӘРГӘ”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: