Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
26 Август 2023, 23:12

Көтөлмәгән сәфәр. Хикәйә

– Айырылам! Айырылышабыҙ! – тип ҡысҡырҙы ул эре панелле биш ҡатлы йорттоң иң алыҫ подъездарында ишетелерлек итеп.Мөнирә бындай осраҡта икеләнеп тормай торған ҡатын. Әллә ҡайһы арала, айырыуҙарын һорап, ғариза яҙып та биргән.

Көтөлмәгән сәфәр. Хикәйә
Көтөлмәгән сәфәр. Хикәйә

Апрель аҙаҡтары етеп, Чернобылдәге фажиғә хаҡында һөйләй башлаһалар, Маннур, күңелһеҙ уйҙарға бирелеп, үткәндәрҙе иҫкә төшөрә. Бер ҡараһаң, ошо һәләкәттең уның яҙмышына бер мөнәсәбәте лә юҡ һымаҡ. Икенсенән, донъяны тетрәнергә мәжбүр иткән был ваҡиға уның тормошон да емерҙе һәм юҡҡа сығарҙы. 

...Заводта эшләп йөрөгән сағы, “бытовка”ға барып инһә, иптәштәре төркөм-төркөм булып нимәлер һөйләшәләр һәм, һағайып, бер-береһен тыңлайҙар. Маннур ҙа баҙап ҡалды.
– Егеттәр, нимә бар? – тине.
– Бәй, ишетмәнеңме ни? – тине Йәүҙәт исемле мастер. – Чернобылдә АЭС шартлаған.
– Чернобыль? Ә ҡайҙа ул Чернобыль?
– Көнбайышта икән. Украина менән Белоруссия сигендә.
Арлы-бирле һөйләштеләр ҙә оноттолар. Донъяның, илдең яҙмышында хәл иткес урын биләйәсәк был фажиғәнең оҙаҡламай 30–40 йәштәрҙәге ирҙәрҙең күбеһенә туранан-тура ҡағыласағын күҙ алдына ла килтермәнеләр улар. Июль-август айҙарында “Чернобыль”, “командировка”, “хәрби тәртип” тигән һүҙҙәр йышыраҡ ишетелә башланы. Унда эштәр бик ҡатмарлы икән. Көслө, һау-сәләмәт ирҙәрҙе көн һайын военкоматҡа повестка менән саҡырта башланылар. Ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ғына, сирлеләрҙе, әле өйләнеп тә, балалары булмағандарҙы саҡырмайҙар икән, тигән имеш-мимештәр ишетелеп ҡалды.


Маннурҙың өлкән улына 12 йәш, кесеһенә – 10. Шулай булғас, уны саҡырыуҙары бик ихтимал, ләкин заманында һалҡын алдырып, дауаханала ятып сыҡҡайны, бронхит, тип диагноз ҡуйҙылар. Үҙе менән эшләгән Данирҙы саҡырғайнылар, бронхит икәнлеген белгәс, шунда уҡ ҡайтарып ебәргәндәр.
Маннурҙың ҡатыны Мөнирә ҙур ғына аҙыҡ-түлек магазинында директор урынбаҫары булып эшләй. Эше ауыр һәм ҡатмарлы, ире ҡатынына, ҡулынан килгәнсә, ярҙам итергә тырыша. Ҡайһы ваҡыт дефицит әйбер тотоп ҡайтҡылай. Ҡыш көнө былай анһат ине, ҡараңғы тиҙ төшә, күпме күтәрһәң дә, күренмәй. Ә йәйгеһен ҡыйын. Шәкәр ҡомоноң дефицит сағы, Маннур килеүгә, Мөнирәһе ун бишәр килолы ике ыҡсым ғына тоҡто әҙерләп ҡуйғайны. Бик һаҡ ҡыланырға тура килә, ҡалала шәкәр етешмәй, тотолоп, телгә ҡалыуың бар. Ана, бер магазинда ун килограмм менән бер йөк бушатыусыны тотҡандар, үҙен гәзиткә яҙғандар, эштән ҡыуғандар.
Маннур кеше ыңғайына килеп тә сыҡты, киоскы артына боролғайны, ике мыҡты кәүҙәле ир, ҡулдарынан шаҡарып, тотоп та алдылар. Береһе: “Мин – дружинник Сәфәров”, икенсеһе: “Мин – Иванов”, – тип магазин эсенә яңынан алып керҙеләр.

Магазин директоры, Мөнирәнең күптәнге әхирәте, үҙенең урынын һаҡлап ҡалыр өсөн, барлыҡ ғәйепте ир менән ҡатынға һылтаны. Гәзиткә яҙҙылар, Маннурға ҙур ғына штраф сәпәнеләр, ә ҡатынын ябай һатыусы итеп күсерҙеләр.
– Асыҡ ауыҙ! Эшкинмәгән ир аламаһы! Шул шәкәрҙе лә алып ҡайта алманың! – тип ҡарғаны ҡатыны ирен, төшөмлө урынын юғалтҡас. – Хәҙер кеше һымаҡ йәшәп ҡара – шәкәрһеҙ, итһеҙ, майһыҙ, колбасаһыҙ күпмегә тартырһың икән?
Ир менән ҡатындың тормошо шул көндән шыпа насарланды. Мөнирә абруйлы директор урынбаҫары вазифаһынан ябай һатыусы булып ултырыуҙы күтәрә алманы. Торлаҡ йорттар идаралығына бухгалтер булып күсте. Ә унда магазин түгел, тәртип яғы самалы, хатта бөтөнләй юҡ икән. Тәүҙәрәк таныш-белештәре ярҙам иткеләне, колбаса тотоп ҡайтһалар ҙа, ҡыуана торғайнылар. Ләкин дефицит ярҙамында ғына мул тормошта йәшәп өйрәнгән ҡатыны ирен ғәфү итеү тураһында уйламаны ла. Инде онотолдо, ғәфү итте тигәндә тағы бер нәмәһе килеп сыға ла, ҡатын-ҡыҙҙы беләһегеҙ бит инде, һөйләй ҙә һөйләй, һөйләй ҙә һөйләй, барыһын да яңынан иҫкә төшөрә. Был юлы ла тап шулай булды. Ҡоймаҡ бешерергә йыйынғайнымы, иртән торһа, аҡ оно юҡ икән. Ҡасан ғына тоҡ-тоҡ ултырған он урыны буш. Ояты ни тора! Ҡоймаҡ ҡойорлоҡ та ҡалмаған. Китте тауыш, аралары тамам боҙолоп ҡуйҙы. Мөнирәһе шунда беренсе тапҡыр айырылышыу тураһында һуҙ ҡуҙғатты.

– Айырылам! Айырылышабыҙ! – тип ҡысҡырҙы ул эре панелле биш ҡатлы йорттоң иң алыҫ подъездарында ишетелерлек итеп.
Мөнирә бындай осраҡта икеләнеп тормай торған ҡатын. Әллә ҡайһы арала, айырыуҙарын һорап, ғариза яҙып та биргән.
Етмәһә, Чернобылдәге һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәрҙең иң ҡыҙыу һәм яуаплы ваҡыты. Хатта бер заман, йәшерен фарман булған, ҡатынын айырып, ғаиләһен ташлағандарҙы, алимент түләмәүселәрҙе күпләп Чернобылгә ебәрәсәктәр икән, тигән хәбәрҙәр ҡуйырып алды. Дөрөҫтөр, берәүҙәр Чернобылгә бармаҫ өсөн бисәләренә һыйынды, икенселәре алименттарын теүәл түләй башланы.
Ә Маннурҙы беренсе тапҡыр военкоматҡа саҡырҙылар һәм һаулығын тикшерә башланылар. Маннур алйот түгел, үҙен ниндәйҙер бер ҡапҡанға эләккән һымаҡ итеп тойҙо. Ғәжәпләнергә урын юҡ. Ул – яңғыҙ, алиментын теүәл түләй, эштә тәртип боҙғаны юҡ. Үткән йәй шәкәр менән тотолоуын иҫәпкә алмағанда, закон боҙоуҙа ла ғәйепләп булмай. Маннур ҡурҡаҡтарҙан түгел, ебәрә ҡалһалар, 4–5 ай оҙаҡмы ни, йөрөр ҙә ҡайтыр. Әле ҡайтҡандарҙан берәү ҙә үлгәне юҡ бит әле. Хәйер, бик маҡтағандары ла тойолмай.


Ай самаһы ваҡыт үткәс, Маннурҙы военкоматҡа тағы саҡырҙылар. Был юлы тиңдәштәре менән бергә ентекләберәк тикшерҙеләр. Хатта электән белгән таныш табип та аптыранып ҡуйҙы. Ғаилә хәлен белгәнгә, әллә үҙең барырға теләк белдерҙеңме, тип һорашып та торҙо.
– Юҡ, – тине Маннур, – унда миңә нимә ҡалмаған? Йәшем дә үткән, һаулығым да насар.
Ләкин ирҙең йәше лә, һаулығы ла уның яҙмышын хәл итеүсе ниндәйҙер ҡөҙрәтле көстәрҙе һис тә ҡыҙыҡһындырманы. Уны үҙе һымаҡ уҡ ирҙәр менән бергә самолетҡа ултырттылар ҙа көнбайышҡа оҙаттылар. Кәрәк икән, кәрәк, Маннур тағы ла дауаханаға барып, ғәҙеллек эҙләп, военкоматҡа инеп, хоҡуҡтарын даулап йөрөмәне.
Чернобылдә күргәндәре һәм кисергәндәре Маннурҙың хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Әле лә төшөнә инә, йыш ҡына һаташып уяна.
– Тамуҡ ҡайҙа башлана? – тип һораһалар, Маннур, һис икеләнеп тормайынса, Чернобылдән, тип яуап бирер ине.
Шунда күрҙе Маннур һаҡланыу сараларын кеймәгән йәш кенә ир-егеттәрҙе яңы һүнгән көл өҫтөнән тегеләй ҙә, былай ҙа ҡыуғандарын. Киләсәктә уларҙы ниндәй аяныслы яҙмыш көтөрөн улар белмәй ҙә, уйламай ҙа ине.
Маннурға бында бәхет йылмайҙы. Уны үҙе һымаҡ өс хеҙмәткәр менән комендатура ҡарамағында ҡалдырҙылар һәм тирә-йүнде йыйыштырыу, таҙартыу, һепереү бурысын ҡуйҙылар. Һалдат йоҡлай, хеҙмәт бара, тигән һымаҡ, Яңы йылдан һуң ҡайтыу хаҡында ла һөйләй башланылар. Оҙаҡламай ҡайтып та еттеләр.
Маннур, ҡайтыу менән, заводҡа эшкә
 сыҡҡайны, үҙеңде ҡара, бер аҙ ял ит, өлгөрөрһөң, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Аҡсаһын да еткереп түләнеләр. Хатта “Рәхмәт хаты” тотторҙолар. Эшкә сыҡҡас та, иң тәүҙә медкомиссия үтеүҙе талап итеп ҡуйҙылар. Теге таныш табип тағы тура килде. “Ғәжәпләнәм, һине кем Чернобылгә ебәрергә тырышҡандыр, – тине ул Маннурҙың тын юлдарын тыңлаған саҡта. – Һиңә бында ла үҙеңде һаҡлап, ҡарап ҡына йөрөргә кәрәк”.


Иҫән-һау ҡайтыу шатлығынан Маннур уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалманы. Ә бына ҡатыны Мөнирә хаҡында төрлө хәбәрҙәр элекке ирен килеп таба торғайны.
Алиментын теүәл түләп барғас, малайҙарын тәрбиәләүҙә ҡатнашҡас, уға дәғүәләр әллә ни булманы. Ҡатнашмай булмай, әсәләре эсә, йорттар идаралығындағы эшен ҡалдырырға булған. Баҙарҙа бер туңдырма һатып торғанын күрһә, икенсеһендә кеүәҫ ҡойоп тора ине. Элек алтын балдаҡ-йөҙөк тулы бармаҡтары, ҡиммәтле металдарҙан ҡотолғас, шәрә ҡалған ҡатынды хәтерләтә. Мөнирәне, бик үкенә икән, тип һөйләнеләр. Үҙе бер иҫерек сағында илай-илай, ҡайтһа, өйөмә индерер инем, саҡырһа, барыр инем, тип тә һөйләнгән, тип Маннурға апаһы килеп әйтте.


– Булмай, апай, күңелем һыуынды, – тине Маннур. – Улдарымдан күҙ яҙлыҡтырғаным юҡ, икенсе ҡатыным да улдарымды ситкә типкәне юҡ.
Байтаҡ йылдар үтте. Был ваҡиғалар онотолоп бөткәйне, тип әйтерлек. Онотолмай, Маннур ике улын да уҡытып, кеше итте, эшкә урынлаштырҙы, туйҙарын үткәрҙе. Һәр хәлдә, улдарының уға үпкәһе юҡ.
Бына Маннурҙың кесе улы кәләше менән бәпес алып ҡайттылар. Маннур менән ҡатыны, ейәнсәребеҙҙе күрәйек, тип бүләктәр, күстәнәстәр, сәскә күтәреп барһалар, Мөнирә йөрөп ята. Айныҡ. Хатта үҙгәргән, ҡартайған. Маннур үҙе лә танымаҫ ине, тауышынан сырамытты. Матур ғына ултыралар ине, шул, өҫтәлгә шешә ултыртыу һаман бөтмәй бит, әллә улы үҙе алған, әллә кемдер килтергән, өҫтәлдә бер шешә барлыҡҡа килде.
– Быны ни эшләп буш ултыртабыҙ? – тип тотондо уға өләсәй булаһы кеше. – Әйҙә, сабыйыбыҙҙы йыуайыҡ!


Башҡалар тартынып ҡына рюмкаға ирен тейҙергеләгәнсе, йә уртлағансы, Мөнирә мул ғына рюмканы “һуғып” та ҡуйҙы, күҙ алдында иҫерҙе һәм нимә һөйләгәнен белмәй башланы:
– Минең арҡала ултыраһың! Һинең миңә бурысың бар! – тип иҫереп лығырҙаны ул. – Теге ваҡыт Чернобылгә һине мин ебәрҙем! Военкоматта таныш майор бар ине. Ҡыш көнө ике тоҡ шәкәр алғайны. Шуға барҙым. Үҙе һораны, ҡайҙа ебәрәйек, тине. Бер аҙ йөрөһөнмө, әллә шунда уҡ ҡатһынмы, тип һораны. Ә мин әйттем, һине яҡланым. Балаларымдың атаһы, алименты килеп тора, йөрөһөн, иҫән-һау ҡайтһын, тинем. Минең арҡала ҡайттың!
Маннур һиҫкәнде. Тәүҙә ишетмәмеш булырға теләгәйне, ләкин табындаштарының һораулы ҡарашын күреп, әйтмәй булдыра алманы:
– Рәхмәт, Мөнирә, – тине ул ҡалтыранған тауыш менән. – Мин был хаҡта белә инем. Һинең арҡала, тамуҡты күрергә, тормоштоң ҡәҙерен белергә насип булды.
Чернобылдә йөрөп ҡайтыуының ҡайһы бер файҙалы яҡтары бар – төрлө түләүҙәргә ташламалар яһайҙар, путевка ла бүләләр, бәләкәй булһа ла, фатирын да бирҙеләр. Тормошонан ҡәнәғәт Маннур. Улдары ла, үҙенә оҡшап, йәшәү өсөн тырышалар. Тик бына әсәләре генә ҡыуандырманы. Көҙгө һыуыҡтар еткәс, үҙе һымаҡтар менән йыйылышып эскәндәр, Мөнирә сығып киткән, икенсе көнөнә, яҡтырғас ҡына табып алалар.
Ә Маннур йөрөй әле. Ышаныслы баҫып атлауына, ҡулды ныҡ ҡыҫып күрешеүенә ҡарағанда, һис тә “тамуҡ”та булған кеше тип әйтмәҫһең.
Йөрөһөн, иҫән-һау булһын.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Автор:
Читайте нас: