Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
16 Февраль , 17:11

«Мин гел глаунай юлдан йөрөйөм»

Рәхмәтулла бабайҙың ғүмер юлы машина менән айырылғыһыҙ бәйле. Яу юлдарын полуторкала үткән. Ҡайтҡас оҙаҡ йылдар «Москвич»та йөрөнө, шунан «Жигули» һатып алды, бөйөк Еңеү байрамы алдынан техникаһын яңыртырға теләп, район үҙәгенән ҡаҡшауы еткән, номерһыҙ «десятка» ишаратын алып ҡайтты. Ветераныбыҙ тәүәккәл холоҡло, башкиҫәр рухлы, яндырай әҙәм. Һәр тотонғанын, үҙе әйтмешләй, «саң борхотоп, ат өркөтөп» башҡарырға ярата, туҡһанын теүәлләһә лә һис тә бирешергә теләмәй, өҙә баҫмаһа ла теремек кенә ҡымғырлай. Әбейе лә уға күнеп бөткән. Шулай булмай тағы, етмеш йылдан ашыу бергә йәшәйҙәр. Һуңғы алған машинаһы сығынлаған аттай өҙлөкһөҙ бер яҡҡа тартһа ла уны йүнәтергә ашыҡмай Рәхмәтулла, рулен уң яҡҡа шаҡара тартып елдерә. Мөлкәтенә дәүләт номеры һуғыуҙы ла үҙенсә ыңғай хәл итте – ал яҡҡа иҫке «Москвич»ыныҡын беркетте, артҡа уртансы «Жигули»һыныҡын таҡты. «Яттыҡы түгел, әүәле үҙемдең хәләл аҡсаға алғандарҙыҡы», тип аңлатты ул был зирәк алымын эштең айышына төшөнөп етмәгәндәргә. Яңыраҡ:

– Олатай, водитель танытмаң бармы ул? тип һорарға йөрьәт иттем.

– Ә кәк же, һәр нәмәлә теүәл тәртип кәрәк.

– Ҡарт белекле төҫтә һуҡ бармағын юғары күтәрҙе.

– Һуғыш йылында алған дөкәминт күптән туҙып эшлектән сыҡҡас, хәҙер ветеран танытмаһын ғына ҡулланам. Юлда туҡтата һалып бармайҙар.

Күптән түгел бабайыбыҙ юлда ҡазалана биреберәк ҡуйҙы. Ауыл юлынан асфальтҡа сыҡҡан ерҙә ниндәйҙер иномаркаға барып бәрелгән. Иномарканы һөҙгән «десятка» бирешмәгән, ветераныбыҙ ҙа имен-аман. Юл хәрәкәте боҙолған ергә инспектор килә һалып еткән дә бабайыбыҙға ғәйеп таға икән:
– Иномарка ехала по главной дороге, Вы нарушили дорожное движение, – ти икән был.
– Күреп торам, мосолман балаһыһың, бәс, шулай икән ниңә беҙ үҙебеҙсә, әсә телендә аңлашмаҫҡа, аралашмаҫҡа тейеш?
– Дед, давайте по существу, – ти икән иномарка хужаһы.
– По существу булһа шул, атаң башын ҡарап миңә килеп бәрелдеңме? Күрмәйһеңме ни, мин килә ятам?! Һин миңә юл биреп, кеселекле баш эйеп, ихлас иҫәнләшеп ҡалырға обязан!
– Яңы ғына инспектор аңлатты бит, төп юлдан мин килгәс, һеҙ туҡтап үткәрергә бурыслыһығыҙ.
– Һин кем, Алланың ҡашҡа тәкәһеме? Көтөп тор, үткәрҙем, ти, үткәрмәй ҙә! Теләһә ниндәй әтрәгәләмдәр, бурҙар оло юлдан йөрөгән саҡта ветеран ниндәй йүнәлеште тоторға тейеш? Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек һуҡмағын! – тип янып киткән бабайыбыҙ.

– Мин ғүмер баҡый глаунай юлды һайланым, унан һис ҡасан, ауыр шарттарҙа ла тайпылманым!

– Һуң олатай юл ҡағиҙәһендә шулай яҙылған… – тип мығырҙай икән өлкән лейтенант.

– Ғәҙеллек ҡағиҙәһен беҙ һуғыш яландарында ҡаныбыҙ менән яҙҙыҡ бик беләһең килһә. Ул саҡта һин генә түгел, һинең атай-әсәйең дә тыумаған булғандарҙыр әле. Хәҙер был иномаркалағы нарушителде ебәр, тотҡарлама, мин уны ғәфү итәм, ә һин, кисекмәҫтән, район башлығына шылтыратып техника саҡырт. Машинамды ҡараштырып, рәткә килтереп бирһендәр! Был малай килеп бәрелгәйне, рулем дә бер яҡҡа тарта башланы, уны ла бер юлы көйләһендәр, сайпылған майҙы, түгелгән яғыулыҡты элекке кимәленә еткерһендәр, бына шул!
Ысынлап та, бер нисә көндән ремонтланған машинаһына ҡырын ята биреберәк ҡайтып төштө Рәхмәтулла бабай. Ана ул урам тултырып саң борхотоп килә ята. Сәләмәт кенә була күрһен инде, һайлаған һуҡмағында ла мажараһыҙ ғына йөрөһөн.

Хәйҙәр Тапаҡов.

Автор:
Читайте нас: