Йыландағы аҡыл үткерлеге
Тик көсәйтә генә ихтыярҙы.
Ул ярата беҙҙең йомартлыҡты,
Булайыҡсы уға иғтибарлы.
Аҡ йыланмы, зәңгәр, ҡыҙылмы ул?
Мөһим түгел беҙгә улары ла.
Уты, һыуы афәт килтермәһен,
Ҡояш торһон Ерҙән юғарыла!
Йәшел ағас йыланынан күсә
Күңелдәргә йәшел өмөт хисе.
Һуғыш бөтһөн, именлектәр генә
Яңы йылым, беҙгә алып килсе!
Ҡыш Бабайҙы, Ҡарһылыуҙы алып
Кем уҙарҙан аттар ҡыуыша бит.
Донъяларҙы аҡ бәхеткә төрөп,
Йәшел ағас йылан шыуыша бит!
Римма ҒӘЛИМОВА.