Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
10 Апрель 2025, 10:45

МАҠАРҘАН СЫҠҠАН УЛАР

Март урталарында Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә яҙыусы-шағирҙарыбыҙ менән бик фәһемле әҙәби осрашыу булды. Сара сығыштары менән Ишембай районы Маҡар ауылынан булған юбилярҙар - Фаяз Йомағужин һәм Рита Фәтҡуллинаны ихлас ҡотлауҙан башланды.

МАҠАРҘАН СЫҠҠАН УЛАР
МАҠАРҘАН СЫҠҠАН УЛАР

Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы” муниципаль бюджет учреждениеһы исеменән Рәхмәт хаттарын методика библиография бүлеге мөдире Рәмзиә Хәмитова тапшырҙы. Ошо күркәм сараға йыйылыусыларҙы БР Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы исеменән Римма Ғәлимова ҡотланы. Шулай уҡ, юбилярҙарға Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡортттары ҡоролтайы, “Ағинәйҙәр” йәмғиәте исеменән Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр ҙә тапшырылды.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы яҙыусыларҙың биографияһы һәм ижады менән таныштырҙы. Бай йөкмәткеле китап күргәҙмәһе һәм презентация ойошторолдо.

Фаяз Фуат улы билдәле журналист, БР һәм РФ Журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы, БР Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары ағзаһы. Бынан тыш ул – БРҙың тыуған яҡтарҙы өйрәнеүсеһе, Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһы лауреаты. Уның ижады күп ҡырлы: үҙнәшер менән сығарған 20-нән ашыу китап авторы, байтаҡтары тыуған яҡтарына һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы тарихына арналған.

Ә Рита Харис ҡыҙы – танылған шағирә, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, доцент, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге китап нәшриәтендә уның ике китабы сыҡҡан, бынан тыш ул – монографиялар авторы ла.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре шағирҙарыбыҙҙың тормош һәм ижад юлдарына ҡыҫҡаса байҡау яһағандан һуң, артабан һүҙ авторҙарҙың үҙҙәренә бирелде: улар шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, хәтирәләре менән уртаҡлашты, сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Кисә аҙағында Рита Фәтҡуллина һүҙҙәренә яҙылған бик матур йырҙар, шулай уҡ Фаяз Йомағужиндың үҙе ижад иткән йырҙары автор башҡарыуында яңғыраны.

– Авторҙарҙың китаптарын китап уҡыусылар йылы ҡабул итә, бер генә китап та кәштәлә саңланып ятмай, барыһы ла ҡулда, барыһы ла уҡымлы, – тине китапхана мөдире Гүзәл Ишбулдина. Беҙ уларға иҫәнлек, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Яңы китаптар менән беҙҙе артабан да һөйөндөрөп торһондар.

Р.БАЙРАМОВА.

МАҠАРҘАН СЫҠҠАН УЛАР
МАҠАРҘАН СЫҠҠАН УЛАР
Автор: Римма Галимова
Читайте нас