АУЫЛЫМ
Ҡыйшайған тәҙрә ҡапҡасы,
Буяуы уңған ҡапҡалар.
Эстән тауыш биреүсе юҡ,
Тыштан ишек ҡаҡһалар.
Ҡойма төптәре кесерткән,
Үлән баҫҡан баҡсалар…
(Етем иткән уландары,
Ситкә тарта аҡсалар).
КӨТ, ӘСӘЙ!
Бына, тағы юлдар төшмәне…
Үпкәләмә, әсәй, ҡайтырмын!
Ишек ҡағып матур бер көндә,
Ҡулдарымды һуҙып, әйтермен:
- Һаумы, әсәй, бигерәк һағындым,
Көтә-көтә арып бөттөңмө?
Устарыңдыҡуйып маңлайға,
Тышта йөрөп көндәр иттеңме?
Һиҙәм инде, иртүк торғас та,
Юрай-юрай күргән төштәрең,
Бер асыу йә ябыу һандығың
Булғандыр ҙа әле эштәрең.
Бүләк көтә, беләм, һандыҡта,
Яҡынайтып оҙон юлдарым.
Һағышланма, әсәй, ҡайтырмын,
Бушағас та эштән ҡулдарым.
ӘСӘ ҺАҒЫШЫ
Уландарын яуға оҙатҡан әсәләргә арнайым
Йөрәк әйней. Һыҡрап-һыҡрап әрней…
Был ҡәһәрле һуғыш… Йән ҡыйыш!
Ниҙәр өсөн яҙа алабыҙ һуң,
Ҡайһы яҡҡа боролғанбыҙ ҡыйыш?
Һәр күҙәнәк янып йәнде өтә,
Ут эсендә, әйтерһең, үҙем.
Көнбайышҡа текләп көнө-төнө,
Төҫһөҙләнеп ҡалғандай күҙем.
Тик бер генә доға: «Үҙең һаҡла,
Раббым, зинһар, минең улымды!»
Әсе йәштәр йотоп ҡабатлайым,
Күккә һуҙып ике ҡулымды.
АЯМАЙҺЫҢ, ЯҘМЫШ!
Нишләйһең һин, яҙмыш, тағы ниңә
Терәп ҡуйҙың ҡыҫыҡ мөйөшкә?
Йырып сыҡмаҫ тормош лабиринты
Төшкән мәллә минең өлөшкә?
Нишләйһең һин, яҙмыш? Һынау. Һынау…
Күпме тағы була һынарға?
Түгелмен дә йәш тал! Бер көслө ел,
Дауыл етә шыртлап һынырға.
Аяһаңсы, яҙмыш…