Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
10 Октябрь 2025, 12:00

БЕҘҘЕҢ ДӘРТЛЕ ҺӨЙӨҮ СҮРӘЛӘРЕН ТӘҢРЕ ТЫҢЛАР, ТӘҢРЕ АБАЙЛАР

Ркаил ЗӘЙҘУЛЛА Ркаил Рафаил улы Зәйҙуллин 1962 йылда хәҙерге Сыуаш Республикаһының Комсомол районындағы Чичкан (СИСҠАН) ауылында тыуған.  Ошо ауылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡазан университетының татар теле  һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡыған. Хеҙмәт юлы Татарстандың мәғариф тармағы, матбуғат баҫмалары, Яҙыусылар берлеге менән тығыҙ бәйле. Ул үткер ҡәләмле, тура һүҙле шағир, прозаик, драматург, шул уҡ ваҡытта әҙәби тәнҡит һәм публицистика жанрҙарында ла әүҙем эшләй. Уның китаптары, айырым әҫәрҙәре  башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк, сыуаш, әзербайжан, яҡут,төрөк, урыҫ, инглиз телдәренә тәржемә ителеп донъя күргән. Татарстандың халыҡ шағиры, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Йәлил һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге премиялар лауреаты әлеге ваҡытта Татарстандың Яҙыусылар союзын етәкләй.  

БЕҘҘЕҢ  ДӘРТЛЕ  ҺӨЙӨҮ СҮРӘЛӘРЕН ТӘҢРЕ ТЫҢЛАР, ТӘҢРЕ  АБАЙЛАР
БЕҘҘЕҢ ДӘРТЛЕ ҺӨЙӨҮ СҮРӘЛӘРЕН ТӘҢРЕ ТЫҢЛАР, ТӘҢРЕ АБАЙЛАР

 

КИТАП  БИТТӘРЕ

Китап биттәре бышылдай,

Өндәшә, тыңлай белһәң.

Йөҙөмдө йәшерәм уға:

«Һеҙ иҫән, - ти, - һеҙ иҫән…»

Китап битендәге юлдар –

Гүйә еңелмәҫ ғәскәр.

Сафтары төгәл, тоташтан –

Мәңгегә өҙөлмәҫтәр.

Китап биттәрен аҡтарам…

Сыға  ла һаҡһыҙ еле

Быуаттарҙы айҡап ҡайта,

Ҡойола  китап көлө.

Тарихтың оло юлынан

Мәхрүм булып ҡалһаҡ та.

Татарҙың түрендә китап

Торған, тиҙәр, һәр саҡта.

Китап биттәре бышылдай, -

Кемдең сәләм юллауы?

Бында дала сабырлығы,

Үлгән урмандар шауы.

Китап биттәре бышылдай,

Аңлай белһәң – өндәшә!.

Йөҙөмдө йәшерәм уға…

Ул илап бәхилләшә.

 

ҺҮҘЕМ

 

Йөрәгеңә бәрелеп, ситкә осто,
бер кемде лә хәҙер булмай тиргәп,
ергә
бөгөн ҡар һибәләй, туташ.
Ҡар һибәләй ергә...
Бер ҡасан да Мәжнүн булманым мин!
Ут элдереп булмай һулышымдан.
Тырыштым мин һине яратырға...
Артығыраҡ, ахры, тырышылған.
Үҙ һүҙемде хәҙер эҙләп йөрөймөн.
Өн һалаһы килә быуылып-быуылып.
Ә һүҙ
ҡар бөртөгө булып
бөтөрөләлер елдә,
бөтөрөләлер елдә
йә яталыр ерҙә,
иҫке аҡса булып.
... Йәнем рәсемен яһайым тәҙрәңә.
Тик көлмә һин, бул һин мәрхәмәтле.
Тының етмәҫ барыбер...
Ә донъяла
йыртыҡ кеҫәле тун йөрөй...
Таңға хәтле...

 

АЙЛЫ ТӨНДӘ

Айлы төндә һыу, өҫтөнә
Алтын нурҙар һуҙылған.
Иң яҡтыһы яҙмышыма
Яҙылаһы юл һымаҡ.
Айлы төндә тыуған илдә
Ниңә, ниңә яманһыу?
Ниндәй серен һөйләй икән
Яр аҫтында аҡҡан һыу?
Айлы төндә яҙ еткәндә
Күңелдәрем елкенә.
Йыуатһа ла, тик йыуатыр
Таңда иҫкән ел генә.
Айлы төндә яр өҫтөндә
Һандуғастар тауышы.
Уларҙың да зары барҙыр,
Миндә - илем һағышы.

ШӘҺРИ БОЛҒАР
Һалҡын ташҡа усты тейҙерҙем дә,
Зыңлап ҡуйҙы бейек манара…
Күҙен ҡыҫып ергә текәлгән ул,
Урын эҙләй гүйә ауырға.
Шәһри Болғар – татар милләтенең
Йән ерелер…
Шул хис был яҡта.
Үрсем орлоҡтарын илгә сәсеп,
Манараһы торған һәр саҡта.
Бер ҡыҙ менән үрмәләнем өҫкә, -
Аҫтыртын хис миңә күсмәҫме?
Тик диуарҙар шыма, баҫҡыс текә, -
Һынды ҡыҙҙың туфли үксәһе.
Ҡулын һуҙып миңә ауышты ул,
Бер миҙгелгә бары… Бер ара…
Күк көмбәҙе баш түбәмә тамды,
Йондоҙҙарға осто манара.
Эй табындыҡ зирәк бабайҙарға,
Беҙ теҙләнгән таштар ҡап-ҡайнар!
Беҙҙең дәртле һөйөү сүрәләрен
Тәңре тыңлар, Тәңре абайлар.
Диуарҙары шыма, баҫҡыс текә, -
Етәкләшеп төштөк.
Осорҙарҙы
Эйәрттек беҙ…Улар, ҡайнарланып,
Муйындарға килеп сорналды.
Беҙ китербеҙ әкрен генә бынан,
Ҡан уйнатып килер тағы яҙ…
Күмелер ҙә киткән һуҡмағыбыҙ,
Бер кем, бер кем беҙҙе һағынмаҫ.
Ләкин килер кемдер бер ҡыҙ менән,
Өҫтә уны алыр ҡосаҡҡа…
Мең йыл элек баҫҡан манаралар
Күккә алғыһыныр шул саҡта.

 

АУЫЛДАН КИТЕҮ

Ауылыма мин бик һирәк ҡайтам,
Урамдары хәҙер тар уның.
Ҡарап уҙам һеҙҙең уйсан йортҡа,
Тәҙрәңдә ут юҡ - ҡараңғы.
Сыр-су килеп әтей-әней сыға,
Әбей килеп етә…
Мин ҡайттым!
Ней таптым мин тыуған яҡтан китеп?
Беләм ләкин: ниҙер юғалттым.
…Иртән баҫыу ҡапҡаһына тиклем
Миңә күрше эте тағыла,
Һәм ҡағыла ҡояш нуры йөҙгә, -
Ул яғымлы бөгөн тағы ла…
Һеҙҙең уйсан йортҡа ҡарап уҙам,
Йоҡлайһыңдыр. Китәм күрешмәй.
Атлап уҙыр инем буҫағаңды, -
Ҡала кешеһенә килешмәй.
Күңелеңдә кемдер? – Мин түгелме,
Түгелгәндә төндә йәштәрең?
Таң атыуға кибер мамыҡ мендәр…
Мин дә һинһеҙ генә йәшәрмен.

 

БӘРӘҢГЕ БАҪЫУЫНДА

Һүрән генә үрләй төтөн
бәрәңге баҫыуынан…
Нескә билле ҡыҙый үтте,
Ут һалды йөрәгемә…
Сәйер бер маҙа ҡуҙғала
күңелем ыҙанында:
кәрәкмәҫте күп һөйләнем,
һүҙ тапмай кәрәгенә…
Ҡарасҡылай баҫып торам,
никтер тауышым һынған.
Һүрән генә үтте төтөн
бәрәңге баҫыуынан.

 

***
Үлән йырып йүгерҙек беҙ икәү –
Сиңерткәләр ҡанат ҡаҡтылар.
Еләҫ һауа эҙләп ауҙыҡ ергә, -
үлән араһында яҡты бар.
Аҡ ҡайындар һымаҡ яҡтырған көн!
Ерҙә август…Зәңгәр сатырҙа
тәбиғәт тә мөлдөрәмә, беҙҙе
үҙе ҡауышырға саҡыра!
Гөл таждары асыла ла һыуһап,
күҙҙәр бер-береһенә ымсына…
Яҡты һағыш, шыпырт ҡыуаныстар
төнгә тоташасаҡ тылсымда.

 

ЫШАНЫС

 

Томаланған ҡара болот...
Һиҙҙермәй һәм бик һаҡ ҡына
Ҡояш үтеп керә барыбер
Тыуған ерҙең тупрағына.
Элекке бабайҙар һымаҡ
Ергә ҡуйып ҡолағыңды,
Ишетәһеңме, йылы еҫкәп,
Бөжәктәрҙең илағанын?
Унда гел ҡыҫыр хәрәкәт, -
Шулмы күңелде елкетә?
Ә өҫтән энә ҡарағы,
Күгәүендәр осоп үтә.
Таралыр ул ҡара болот!
Ҡояш сығыр, һәм сылтырап
Ләйсән яуыр һөйөнөс булып, -
Фәҡәт ышанырға кәрәк.
Гөл асылыр, һыу яҡтырыр,
Гел яңыса балҡыр төҫтәр.
Япраҡ аҫтына күсенер
Мең күҙле был үрмәкестәр.
Ләкин бөгөн хәлдәр хәтәр,
Күренмәй бер терәге лә...
Таянаһы ҡалды бары
Һәркемгә үҙ йөрәгенә.

 

ҠУРҠЫУ


Ҡайҙа барып бәрелергә
Белмәгән саҡтар була.
Юлдар бикле, тел йоҙаҡлы,
Күҙгә ҡом еле тула.
Япраҡ аҫтына керһәң дә,
Унда - тышта бер тауыш
Ят телдә майтлап һүгенә...
Кескенәнән үк таныш.
Тышауланған аяҡ менән
Тик тапанып тораһың.
Ҡысҡыраһы килә лә бит...
Тик нисек ҡысҡыраһың?
Бүтәндәрҙең тыны ла, тип,
Сыҡмай ана, шым бул һин!
Һулама, күрмә, ишетмә! -
Ҡабырсағың йомолһон.
Ҡасаһы килә лә ҡайсаҡ...
Булмай яңынан тыуып.
«Тик тор, - тим, кайҙа ҡасһаң да
Ҡурҡыуың тотор ҡыуып».

 

КИТЕР ИНЕМ ХУШ ТИМӘЙСӘ

 

Кешеләрҙән ҡасып йыраҡҡараҡ,
Селек ҡыуаҡтары төбөндә,
Аяҡ бөкләп, бөжәктәргә ҡарап,
Ултыраһы килә тын ғына.
Унда, бәлки, тынлыҡ хөкөм һөрә,
Унда, бәлки, ғәҙел донъялыр...
Ҡалғанда ла таңда, йүгерә-йүгерә,
Аҡҡош сыңрауҙары уятыр.
Туптар гөрһөлдәүе ишетелмәҫ,
Ҡан еҫенән беркем иҫермәҫ.
Һыу буйында бары усаҡ дөрләр,
Тоноҡ ҡына уйсан һыу гөрләр.
Төтөн булып ялған кермәҫ күҙгә,
Яңағымды наҙлар тағын яҙ.
Китер инем «хуш» тимәйсә һеҙгә...
Ундай донъя ләкин табылмаҫ.

 

БОЛҒАР ЭРГӘҺЕНДӘ

 

«Илең Болғар булһа булһын,
Илде болғар булмаһын.»
. М. Аҡмулла.

 

Илем! Һин һаман - шул. Беҙ - шул!
Ул саҡта ла заман болғанған.
Алтын Урҙа. Болғар... Ауаз килә
Бик йыраҡта ҡалған йылдарҙан.
Һыны ҡатҡан һыңар манаранан
Яңы аҙан гүйә яңғырай.
Тыуған еребеҙҙән сихәт алған
Тамыр иҫән!
Нәҫел тамыры...
Шытып сыҡтыҡ тағын үлән һымаҡ,
Көләс таңдар менән йыуандыҡ.
Бураҙналар ярҙыҡ, йорттар һалдыҡ, -
Тамыр тәрән беҙҙең, иман ныҡ.
Күтәрелде ҡабат манаралар.
Яңғыраны аҙан - өр-яңы!
Майҙандарға сыҡтыҡ һөлгө тотоп -
Беҙ йәшәргә килдек донъяға.
Аяҡ тейҙе Болғар тупрағына,
Боронғонан килгән эҙҙәргә.
Беҙ теҙләндек бында. Мосолмандар
Тик сәждәлә генә теҙләнә.
Беҙ теҙләндек Аллаһ ҡаршыһында,
Бер ил булып тағын нығындыҡ.
Халыҡ булып йәнә сыҡтыҡ юлға, -
Тамыр тәрән беҙҙең,
Иман ныҡ!
Булһа булһын юлдар һикәлтәле,
Исемебеҙ барыр юғары.
Татар иле!
Яҡтыртып тор, зинһар,
Беҙ үтәһе йыраҡ йылдарҙы.


Римма Ғәлимова тәржемәһе.

 

 

БЕҘҘЕҢ  ДӘРТЛЕ  ҺӨЙӨҮ СҮРӘЛӘРЕН ТӘҢРЕ ТЫҢЛАР, ТӘҢРЕ  АБАЙЛАР
БЕҘҘЕҢ ДӘРТЛЕ ҺӨЙӨҮ СҮРӘЛӘРЕН ТӘҢРЕ ТЫҢЛАР, ТӘҢРЕ АБАЙЛАР
Автор: Римма Галимова
Читайте нас