Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
13 Ғинуар , 18:25

ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ ЮЛҒА СЫҠТЫ

Ҡәҙерле балалар! Әлеге сәхифәбеҙҙе беҙ етеп килгән Йылҡы йылына бағышлайбыҙ. Йылҡы йылы – 12 йыллыҡ мөсәлдә Йылан йылы менән Ҡуй йылы араһындағы етенсе йыл. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Ат һәм Яңы йыл тураһында яҙмаларҙы тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, балалар, был әҙәби күстәнәстәге шиғырҙарҙы отоп, ятлап алһағыҙ, Ҡыш Бабай һеҙгә шәп бүләк алып килер!

ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ ЮЛҒА СЫҠТЫ
ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ ЮЛҒА СЫҠТЫ

 

ҠАР БАБАЙ

Әҙер ишек алдында

Бына тигән Ҡар Бабай!

Ҡыҙыл шарф – муйын(ын)да,

Һепертке бар ҡуйын(ын)да.

Нимәнәндер күҙҙәре –

Көлөп тора үҙҙәре.

Танауы – ҡыҙыл кишер,

Һыуыҡтан бер аҙ өшөр.

Башында зәңгәр кәпәс,

Ҡаршыла – ике малай.

Әсәйҙәре тәҙрәнән

Уларға бармаҡ янай!

Кәпәсһеҙ ҡалдырҙылар,

Шарфты ла алдылар!

Ярай ҡалды күҙҙәре,

Бик килешле үҙҙәре!

Шуға ла шат Ҡар бабай,

Танауы матур ҡалай!

Эргәлә ике малай

Уға һоҡланып ҡарай.

Ғәлиә ҒӘЛИӘСКӘРОВА.

 

ТЫЛСЫМЛЫ ҠАР БАБАЙ

(Яңы йыл әкиәте)

Аяҙ ҡояшлы ҡышҡы көндә балалар ҡар бабай яһағандар. Өс ҡар тулағын бер-береһенә ҡуйғандар ҙа, танау урынына кишер тыҡҡандар, башына йәмшәйеп бөткән иҫке биҙрә ҡаҙағандар. Күҙ урынына – күмер. Шул уҡ күмер менән ауыҙын йырып төшөргәндәр. Ҡоро ботаҡтарҙы ҡул урынына тыҡҡандар, ҡулына һепертке тотторғандар. Иҫ киткес килеп сыҡҡан! Эре генә итеп, күңелле ҡарап тора ти был.

Көнө буйы балалар уның эргәһендә уйнағандар. Кис еткәс өйҙәренә таралышҡандар. Был хәл Яңы йыл алдынан булған, ти. Ә Яңы йыл, билдәле – мотлаҡ мөғжизәле була. Шуға күрә, ҡараңғы төшә башлағас, Ҡар Бабайҙың күмер күҙе ҡапыл ялтырап киткән. Тирә яҡҡа күҙ һалып, кишер танауы менән мышылдап, рәхәтләнеп, ботаҡ ҡулдарын киреп: “Көнө буйы шаҡ ҡатып тороп ойоп бөттөм!” тигән.

Шул саҡ бер бесәй балаһын көсөк баҫтырып килеп сыҡҡан.

– Сеү! – тип, Ҡар бабай, һеперткеһе менән, көсөккә аяҡ салған. Көсөк абынып, тәкмәс атып киткән. Абынырһың да! Бына һиңә мә! Тере Ҡар бабай бойороҡ биреп тора!

– Шулай булмай ни! – тигән булған был көсөк, ҡурҡыуын йәшерергә тырышып. –  Әллә ниндәй ҡар тулағына ғына миңә бойороҡ бирергә ҡалмағайны!

– Беренсенән, мин ҡар тулағы түгел, ә Ҡар бабай. Икенсенән, мин тылсымлы Яңы йыл Ҡар бабайы. Миңә йылына бер тапҡыр ғына, Яңы йыл төнөндә генә йән керә. Шул төн эсендә мин мөмкин тиклем күберәк изге эштәр эшләргә тейешмен.

– Йә, күпме изгелек эшләп өлгөрҙөң? – тип ҡуйған, ти көсөк.

– Өсөнсөнән, ололарҙың һүҙен бүлдереү килешмәй. Изге эш тигәндә, һеҙҙе татыулаштырырға уйлайым.

Бығаса Ҡар бабайҙың яурынында ауыҙ ҡыйшайтып, көсөктө үсекләп ултырған бесәй балаһы:

– Ә ниңә ул минең менән һуғыша! – тип ошаҡланы, ти.

– Ә ниңә ул мине үсекләй! – тип, яуап биргән көсөк.
Шул саҡ Ҡар Бабай бер генә сәпәкәй итеүе булған, икеһе лә татыулашып киткән. Һәм икәүләшеп, тағы ниндәй изге эш эшләргә икән, тип уйлаша башлағандар.

– 146-сы фатирҙа йәшәгән ҡыҙыҡай ярҙамға мохтаж! – тип ҡысҡырып ебәргән көсөк. – Атаһы командировкала, ә әсәһе Яңы йыл табынына әҙерләнеп, шул ығы-зығыла шыршы тураһында онотҡан. Өйҙә шыршы уйынсыҡтары туп-тулы, ә шыршыһы юҡ!

– Мин беләм уларға нисек ярҙам итергә икәнен! – тип, дәртләнеп ҡуйған бесәй балаһы. – Бынан ике кварталда бер ҡомһоҙ абзый урамда шыршылар һатып тора ине. Хаҡын ныҡ күтәргәнгә, ҡараңғы төшкәнсе бер шыршыһы һатылмай ҡалған. Йөкмәп йөрөтмәҫкә, ташлап киткән. Әле һаман шунда ята...

– Бәй! Әтеү ни эшләп бында торабыҙ! – тигән Ҡар бабай. – Киттек тиҙерәк, берәйһе алып китмәгәнсе!

...Өсәүләшеп шыршыны һөйрәп барған арала, теге бесәй балаһы тағы бер ваҡиға хаҡында һөйләп өлгөрҙө. Баҡтиһәң, шул уҡ йорттоң 10-сы фатирында бер малайға ата-әсәһе күптән көсөк бүләк итергә вәғәҙә биргән. Әммә нәҡ Яңы йыл алдынан икеһе лә туристик юллама отоп, Таиландҡа ял итергә киткән. Малайҙы өләсәһенә ҡалдырғандар.

– Бына нимә! – тип бойороҡ биргән Ҡар бабай. – Хәҙер 146-сы фатир ишегенә шаҡыйбыҙ ҙа, шыршыны ҡалдырып китәбеҙ. Ә һин, мамыҡ йомарлағы шыршыны бүләк итергә тороп ҡалаһың, – тип ҡуйған ул бесәй балаһына. – Был бик яуаплы эште беҙ һиңә тапшырабыҙ.
Улар ишеккә шаҡығандыр ҙа, дөбөр-шатыр йүгереп төшөп киткәндәр. Ҡыҙыҡай ишекте асып ебәрһә, ни күҙе менән күрһен, йәм йәшел шыршы тора, ти. Ә шыршы аҫтында ап-аҡ тере мамыҡ йомарлаҡы ултыра! Ҡыҙыҡай бесәй балаһын тотҡан да: “Әсәй! Беҙгә Ҡыш бабай бүләктәр ҡалдырған!” – тип ҡысҡырып ебәргән. Ҡыҙ баланың әсәһе лә, был мөғжизәне күреп, аптырап ҡалған. Икеһе лә, шатлана-шатлана шыршы менән бесәй балаһын өйгә алып кергән.

Ә Ҡар бабай шул саҡта күрше подъездағы 79-сы
сы фатирға шылтырата ине. Малай ишекте асты ла, иҫе китте. Көсөк тәүҙә бер нәмә лә аңламаны. Әйләнеп ҡараһа, Ҡар бабайҙың эҙе лә ҡалмаған.
Шул саҡ малай көсөктө ике ҡуллап ҡосаҡлап алған да: “Өләсәй, ҡара әле! Әсәйем менән атайым миңә Яңы йыл менән ҡотлап бүләк ебәргән!” – тип ҡысҡырып ебәргән. Әлбиттә, өләсәһе аптыраған аптырауын, ләкин һиҙҙермәгән. Подъезға сығып, кем шаярта икән, тип тә ҡарап кергән. Тик бер кемде лә тапмаған.

Иртәгәһенә Ҡар бабай – һин дә мин – белмәмешкә һалышып, үҙ урынында ауыҙ йырып, ҡыл ҡыбырҙатмай тора ине. Ә балалар уның эргәһендә гөж килеп уйнап йөрөнөләр. Барыһынан да бигерәк кисә генә бүләккә көсөк һәм бесәй балаһы алған малай менән ҡыҙыҡай шатланған. Шул саҡ икеһенә лә бер ыңғай, Ҡар бабай күҙ ҡыҫҡан кеүек булған. “Шулай тойолған ғыналыр” – тип уйлап ҡуйған икеһе лә. Тик балалар менән йүгереп уйнаған көсөк һәм уларҙы тәҙрә аша күҙәткән бесәй балаһы ғына үткән кистең серен белә ине. Ә хәҙер беҙ ҙә беләбеҙ инде.

Фаяз ЙОМАҒУЖИН.

 

ҠОЛОНCAҠ

Бигерәк матур ҡолонсаҡ,

Тояҡтары ғына аҡ.

Күҙҙәре - кескәй ҡояш,

Әсәһенә ныҡ оҡшаш.

 

Tырышып юртҡан була,

Кыуып етермен, тимә.

Йәшел үлән килтергәс,

Һаҡ ҡына килде миңә.

 

Йомшаҡ ялдарын үреп,        

Тағып ҡуйҙым ал таҫма.       

Колонсағым шул саҡта

Оҡшап ҡалды...ҡурсаҡҡа.

Мәрйәм КҮСМӘЕВА.

 


Икәү буламы үҫкәс?

Үәт ҡупшы икән дөйә:
Йомшаҡ йылы тун кейә,
Үксәле итектәре,
Ике рәт керпектәре.
Арҡаһында бер үркәс,
Икәү буламы үҫкәс?

Йомаҡтар
Һыуытҡас сисенә
Көйөнә-көйөнә,
Йылытҡас кейенә
Һөйөнә-һөйөнә.
(Ағас).

Яуап бирер кемегеҙ:
Дүрт тояҡ та ҡуш мөгөҙ,
Уртаһында бер оя,
Унда бар донъя һыя.
(Телевизор).

Өй эсендә аҡ йорт бар,
Йәй көнө лә унда ҡар.
(Һыуытҡыс).

Аяҡ-ҡулһыҙ бисура
Түр башында урындыҡта
Ҡуҡырайып ултыра.
(Мендәр).

Һибәм, баҫам, йәйәм, киҫәм,
Йәлләмәй һалам итен,
Төрәм, бөрәм, иң аҙаҡтан
Семәрләп ҡуям ситен.
(Билмән яһау).

Йәшәй күрше ике көрәк,
Көн итәләр тик һыу көрәп.
(Ишкәктәр).

Ҡороторға ярата,
Шуға гел дымлы ята.
(Иҙән йыуғысы).

Өйөрөлә-сөйөрөлә,
Бейей, ҡабарып китә.
Кирегә ул әйләнә лә,
Тағы ябығып бөтә.
(Орсоҡ).

Атай бөгөн ҡалалан
Алып ҡайтҡан ҙур йылан.
Ажғыра, борғолана –
Яман уҫал ҡылана.
Ләкин серен тиҙ таптым:
Кескәй төймәгә баҫтым.
Хәҙер уны һәр бала
Етеп йөрөтә ала.
Һайланмай бер ҙә һыйға,
Ул риза ябай ҡыйға.

Был ни була, кем белде?
(Саң һурғыс)

Мин йүгерәм – ул йүгерә,
Мин һикерәм – ҡабатлай,
Мин туҡтаһам, ул да туҡтай,
Мин атлаһам – ул атлай.
Көн эсендә бер ҡыҫҡара,
Бер оҙайып ер иңләй,
Өйгә инһәм, ҡасып ҡала,
Ут алмай, өйгә инмәй.
Шундай тыңлауһыҙ инде...
Был ни була, кем белде?
(Шәүлә)

Был нимә?
Аҡҡош тиһәң – йүне юҡ,
Өйрәк тиһәң – йөнө юҡ.
Балыҡтай һыуҙа йөҙә,
Уларҙан ҡалмай бер ҙә.
Тик тәпәйе ике пар,
Йәнә ҙур ҡойроғо бар.
Үҫкәс, ҡойроҡһоҙ ҡала,
Ерҙә лә йәшәй ала.
Туҡта, нығыраҡ уйла,
“Был – эт!” тип әйтеп ҡуйма! –
Тырнағы юҡ, теше юҡ,
Өй һаҡлауҙа эше юҡ.
(Сүмесбаш).

                    Рәмзәнә АБУТАЛИПОВА

Махсус бите Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ ЮЛҒА СЫҠТЫ
ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ ЮЛҒА СЫҠТЫ
ЙЫЛҠЫ ЙЫЛЫ ЮЛҒА СЫҠТЫ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас