*Ятлап алайыҡ әле
Рауил БИКБАЕВ
Тыуған илде һаҡлағыҙ
Һуғыш суҡмарҙары беҙгә
Ҡорал менән янайҙар.
Илдең сиген, керпек ҡаҡмай,
Һаҡлай беҙҙең ағайҙар.
Атайҙар йорттар һалалар,
Иген игәләр ҡырҙа.
«Тырыш булып үҫегеҙ!» - тип
Һөйәләр арҡабыҙҙан.
Ололаоҙың ышанысын
Тырышып уҡып аҡларбыҙ.
Ағайҙарға алмаш булып,
Тыуған илде һаҡларбыҙ.
БАШҠОРТ ТЕЛЕМ
Ата- бабаларҙан ҡалған
ҡомартҡы,
Башҡорт ҡына сисә алған
йомаҡтыр,
Оҙон көйгә һалып йырлар
моңло йыр,
Тынды асып ебәрерҙәй
шифа быу,
Йәнде имләп яғылырҙай
зәм -зәм һыу,
Мәңге һүнмәҫ баҙлап янған
йылы ҡуҙ,
Ҡолаҡты иркәләп иҫкән
йылы ел,
Эй ҡәҙерле, минең ғәзиз
туған тел.
Рузалия НИҒМӘТУЛЛИНА
БИШЕК ЙЫРЫНЫҢ КӨСӨ
Юҡ, мин ышанмайым, улымдың үле кәүҙәһен күрмәйенсә ышанмайым. Нисек инде кеше хәбәрһеҙ юғалһын? Ул бит бесәй балаһы түгел, тип, түгелеп иланы Рәсимә бөгөн военкоматтан шылтыратҡандарынан һуң.
"Үҙем барам һуғышҡа, эҙләп табасаҡмын Алмасымды... Ул иҫән булырға тейеш, әгәр бер-бер хәл булһа, әсә йөрәге һиҙер ине". Тормош иптәше Айҙарҙы, улы Айгизде лә тартып алды был һуғыш, Алмасы иҫәндер, тик хәбәрһеҙ юғалған, эҙләп табырға кәрәк үҙен.
Һөнәре буйынса хирург Рәсимә. үҙ теләге менән барам тиһә, ҡуш ҡуллап аласаҡтар. Ауылда ҙур дауахана булмағас, бына 25 йыл инде фельдшер булып эшләй.
...Рәсимә — ҡала ҡыҙы. Ата-әсәһенең берҙән-бер һөйөклө, иркә ҡыҙы булып үҫте, яҡшы уҡыны, мәктәпте тамамлағас, медицина университетына уҡырға инде. Атаһы менән әсәһе ғүмер буйы заводта эшләне, отпускылары ла гел генә йәйгә тура килмәй ине, шуға йәйге каникулдарҙа Рәсимә һәр саҡ ауылда, өләсәһендә булды. Ауылды бик ярата ине, өләсәһе менән күңелле, кистәрен ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләһә, көндөҙ эшкә, аш-һыу оҫталыҡтарына өйрәтә.
— Ҡыҙым, эшләгәнең минең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн, бәлки, ауыл егетенә кейәүгә сығырһың, ә ауылда һыйырын да һауа, икмәк тә бешерә белеү кәрәк, — ти торғайны.
Фәрештәләрҙең “Амин!” тигән сағына тура килгәндер инде: икенсе курсты тамамлап, йәйге ялға ҡайтҡанда таныштылар ҙа инде буласаҡ тормош иптәше Айҙар менән.
Яңы армиянан ҡайтҡан гармунсы егет бер ҡараштан ғашиҡ иттерҙе. Айҙарҙы ла Рәсимәнең ҡыйғас ҡаштары, ҡуйы бөҙрә сәстәре арбаны. Айҙар армиянан алда Аграр институтта уҡый ине, академик отпуск алып, үҙ йәштәштәре менән барам тип, хеҙмәткә китте. Ҡайтҡас, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, совхозда агроном ярҙамсыһы булып эшкә сыҡты.
Рәсимә уҡығанда йәштәр өс йыл ялдарҙа ғына осрашып йөрөнө. Ҡулына ҡыҙыл диплом тотоп сыҡҡан көндө Айҙар ҙур гөлләмә менән ҡаршы алды ла: “Рәсимәкәй! Сыҡ кейәүгә миңә!” — тине.
Рәсимә мөхәббәте хаҡына хирург булыу хыялын да онотоп, ата-әсәһен шаҡ ҡатырып, ауылға кейәүгә сығырға риза булды. Айҙар уны ата-әсәһе йортона түгел, ә үҙенең яңы йортона алып ҡайтты. Сөнки тырышып эшләгәс, совхозда уны ике йылдан агроном итеп үрләттеләр, эш еренән өй төҙөргә бура бирҙеләр. Айҙар бер йыл эсендә дуҫтары, туғандары ярҙамында ҡур¬саҡтай йорт һалып та ҡуйҙы, өйҙөң эсендә ванна, бәҙрәф бүлмәләре эшләне, Рәсимәкәйе ҡала ҡыҙы бит, тышҡа бәҙрәфкә йөрөүе ҡыйын булыр, тип уйланы.
Матур ғына итеп туй үткәреп, гөрләтеп йәшәп тә киттеләр. Рәсимә ауылда фельдшер булып эшкә урынлашты, ауыл халҡы бик йылы ҡаршы алды йәш белгесте.
Мөхәббәттәренең емеше булып, ғаиләгә бәхет өҫтәп, игеҙәк улдары Айгиз менән Алмас донъяға ауаз һалды. Ғүмер бит ул аҡҡан һыу кеүек! Малайҙар икеһе лә яҡшы уҡыны, тәртипле, тәрбиәле булды. Мәктәптән һуң аталары уҡыған институтҡа уҡырға инделәр, тамамлағас, икәүлә¬шеп хеҙмәт итергә, Ватанды һаҡларға киттеләр. Үҙ ваҡытын тултырғас, өс йылға контракт төҙөп, армияла ҡалырға булдылар. Һуғыш башланыр тип кем уйлаған инде. Егеттәр баштан уҡ һуғыштың иң ҡыҙыу еренә эләгә.
Мобилизация башланыу менән ире Айҙарҙы ла саҡыр¬ҙылар: ярай, барайым, бәлки, уланда¬рым¬ды күрермен, тип китте.
... Тик шул китеүҙән ҡайта алманы шул, өс айҙан һуң батырҙарса һәләк булды тигән хәбәре килде. Айҙарҙы ауылға алып ҡайтып ерләгәндән һуң бер аҙнанан тағы яман хәбәр килде: Айгиз улы геройҙарса һәләк булған. Нисек шул ваҡытта Рәсимәнең йөрәге шартламағандыр. Илай торғас, күҙ йәштәре бөттө, күңелендә бушлыҡ урынлашты. Әммә, Алмас улым бар бит әле, уның хаҡына ныҡ булырға, бирешмәҫкә кәрәк, тип уйланы.
Тик бына бөгөн военкоматтан шылтыраттылар: “Алмас улығыҙ хәбәрһеҙ юғалған”, — тинеләр. Бына шунда инде ул ныҡлы ҡарар итте: юҡ, ул бирешмә¬йәсәк, һуғышҡа үҙ теләге менән барырға, медсестра йәки хирург булып.
Рәсимә тиҙ арала мал-тыуарын, ҡош-ҡортон күршеләренә таратып бирҙе, иҫән-имен ҡайтһам, яңынан донъя йыйыр¬мын әле, тине.
Уны, һорауы буйынса, Алмасы хеҙмәт иткән часҡа ебәр¬ҙеләр. Рәсимә унда көн-төн тип торманы, һалдаттарҙың һәр береһен улдары кеүек итеп тәрбиәләне. Ҡайһы саҡта ауыр операциялар ҙа эшләргә тура килде. Килеү менән Алмасын эҙләне, һорашты: ҡасан, ҡайҙа юғалған, кемдәр
менән бергә булған?
Ә ул ваҡытта яралы Алмасты бер украин ҡатыны, урманда табып, өйөнә алып ҡайтып, йәшереп дауалаған. Үҙенең улы шул һуғышта вафат булған, шуға Алмасты улы һымаҡ күреп тәрбиәләгән.
Тик ул хәтерен юғалтҡан була, шуға һауыҡҡас та тағы бер нисә ай яҡшы күңелле Таня апайҙа йәшәй, ихата тирәһендә ярҙам итә. Ҡатын уға Иван тип өндәшә. Ә шулай ҙа үҙе, был урыҫ түгелдер, ҡап-ҡара сәсле, ҡара күҙле, башҡорт йәки татар егетелер, тип уйлай.
Алмастың әсәһе хеҙмәт иткән хәрби часть шул ҡасаба эргәһендә генә, ул магазинға шунда йөрөй. Бер ауыл буйлап үтеп барғанда ихатала утын ярып йөрөгән Алмас улын күреп ҡалды ла, йүгереп барып, улын ҡосаҡлап алды.
— Улым, Алмасым минең, улыҡайым! Бына мин һине таптым, — тип, шатлығынан илай башланы. Тик егет әсәһен таныманы. Был күренеште күҙә¬теп торған Таня апай, яндарына килеп, бар хәлде һөйләп бирҙе. Рәсимә, шатлығынан Таняны ҡо¬саҡ¬лап, рәхмәттәрен уҡый-уҡый, илауын дауам итте.
Кис көнө Таня апайҙың өйөндә йоҡларға ятыр алдынан Рәсимә улына бәләкәй сағында йырлаған сәңгелдәк йырын йырланы. Ә иртән инде Алмастың хәтере ҡайтҡан ине. Бына шулай ҙа була икән: әсәйҙең бишек йыры мөғжизә тыуҙыра.
Таня апайға күп рәхмәттәр әйтеп, Алмастың хеҙмәт иткән еренә барып, медицина тикше¬реү¬ҙәре үтеп, осрашҡанға бер ай тигәндә ауыл¬дарына ҡайтып киттеләр.
...Шулай ул — балаһының иҫән икәнен әсә йөрәге һәр саҡ һиҙә, әсәнең генә бишек йыры хәтерҙә ҡала, йәшәргә көс бирә....
Илгизәр Шәйәхмәтов,
Стәрлетамаҡ физик культура колледжы студенты.
«Аманат» журналынан алынды.
Ҡышҡы кистәр балалар менән
Хәҙерге шарттарҙа балалар ата-әсәләрен бик аҙ күрә. Ҡышҡы һыуыҡтар башланғас, күп кенә ата-әсәләр балалар менән буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнергә белмәй. Тормошобоҙ төрлө ваҡиғалар менән тулы, улар беҙҙең көндәлек тормошобоҙға һәм кәйефебеҙгә йоғонто яһай. Күңелһеҙ ҡышҡы осорҙо ҡыҙыҡлы ял итеү, шулай уҡ балалар менән күберәк ваҡыт үткәреү мөмкинлегенә әйләндерергә мөмкин.
Өйҙә лә, урамда ла шөғөлләнергә мөмкин.
Сер түгел, физик үҫеш, организмды нығытыу өсөн балаларға мөмкин тиклем күберәк ваҡытты саф һауала үткәрергә кәрәк. Ҡышҡы шарттарға яраҡлы махсус уйындар, заданиелар, күңел асыуҙар һайлағыҙ. Ҡышҡыһын бит ҡар, боҙ, боҙ юлдары бар бит! Ҡар ҡоролмаларын файҙаланыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ: тауҙар, боҙ юлдары, валдар, саңғы трассалары.
Өлкәндәр етәкселегендә һәм ярҙамында йәштәштәре менән бергә тау эшләү балаларға ҙур рәхәтлек килтерә. Сөнки тау бер аҙ туңғас, улар үҙ хеҙмәтенең емештәре менән файҙалана ала.
Ҡар ҡәлғәһе төҙөү.
Тағы ла бер мауыҡтырғыс шөғөл - ҡар ҡәлғәһе төҙөү. Һәр йәштәге балалар һәм өлкәндәр өсөн бик яҡшы шөғөл. Ҡәлғәне көрәк ярҙамында йәки ҙур ҡар шарҙарынан төҙөргә мөмкин. Ҡәлғәне боҙҙан да төҙөргә була.
Лабиринттар, тоннелдәр төҙөү.
Ҡар ҡатламының ҡалынлығы ун биш сантиметрға еткәс, унда лабиринттар һәм туннелдәр тишеп сығырға мөмкин. Балағыҙға ҡарҙа төҙөргә теләгән лабиринт планын эшләргә ярҙам итегеҙ. Лабиринт әҙер булғас, уның эсендәге стеналары шыма булһын өсөн һыу ярҙамында шымартып сығырға була. Аҙаҡ инде ҡоролма юлдары буйлап шыуышырға мөмкин.
Тауҙан шыуыу һәм ҡар бабай эшләү.
Боҙло тауҙан шыуыу балаларҙың ҡышҡы иң яратҡан күңел асыуҙарының береһе. Тауҙан боҙлоҡтарҙа, саналарҙа, ватрушкаларҙа, ҡаргиҙәрҙәрҙә шыуырға мөмкин. Был шөғөлдө яратҡан балалар тауҙан туҡтауһыҙ шыуырға әҙер һәм өйҙәренә китергә теләмәйҙәр.
Ҡыш көнө урамға сыҡҡанда һәр бала ҡар бабай йәбештерергә теләй. Бының өсөн төрлө ҙурлыҡтағы киҫәктәрҙе бер-береһенең өҫтөнә ҡуйырға кәрәк. Ҡар бабайҙың күҙҙәрен, танауын, ауыҙын (кишер һәм күмерҙән) эшләргә һәм эшләпә (биҙрә) кейҙерергә була.
Кем тиҙерәк.
Тигеҙ майҙансыҡ һайлап, старт һәм финишты билдәләү өсөн 2 һыҙыҡ һыҙырға була. Уйынсылар парлап берләшә һәм бер-береһенә арҡаһы менән санаға ултыра. Ярышыусы парҙарҙың маҡсаты – финишҡа беренсе булып барып етеү, шул уҡ ваҡытта аяҡтары менән генә этәрелеү. Финиш һыҙығын барыһынан да алдараҡ үткән пар еңә.
Конькиҙа шыуыу - ул рәхәтлек!
Хатта тәжрибә булмаһа ла, бындай ваҡыт үткәреүҙән бик күп ләззәт алырға мөмкин. Бынан тыш, конькиҙа йөрөү һаулыҡты нығыта, сәләмәт йәшәү рәүешенә күнектерә, физик күнекмәләрҙе үҫтерә, ә иң мөһиме, ата-әсәләрҙе, балаларҙы яҡынайта һәм үҙ-ара аңлашыу һәм хеҙмәттәшлек атмосфераһын булдырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек бирә. Конькиҙа шыуыу аяҡтарҙы нығыта, шуға күрә һәр балаға файҙалы. Әгәр бала йөн ойоҡбаш кейгән булһа, аяҡ кейеме тығыҙ ултырырға тейеш.
Хоккей уйыны.
Күп кенә өлкәндәр балаларының хоккейҙа яҡшы уйнарға өйрәнеүен теләй. Баланы хоккейға өйрәтеүҙе ихатала хоккей ҡумтаһындағы ябай һәм мауыҡтырғыс уйындарҙан башларға мөмкин.
Саңғы - иң файҙалы шөғөл.
Саңғыла йөрөү балаларҙың физик һаулығын нығыта, бик яҡшы сыныҡтырыусы сара булып тора. Ул тиҙлек, сыҙамлыҡ, координация үҫешенә, терәк-хәрәкәт аппаратын нығытыуға булышлыҡ итә, ә саф һауаның йоғонтоһо тын алыу органдары эшмәкәрлеге өсөн айырыуса файҙалы. Бөтә ғаилә менән саңғыла йөрөү – ул уртаҡ шатлыҡтар, хәтирәләр, тәьҫораттар тупланмаһы.
Балаларҙың уйынға йәлеп ителеүенә иғтибар итегеҙ: ул үҫтерә һәм тәрбиәләй генә түгел, ә һалҡын көндә йылыта ла.
Яңы йыл алдынан өйҙә байрамға әҙерлек кисәһен үткәрергә мөмкин. Балалар менән бергә ҡар бөртөктәре ҡырҡырға, гирлянда, ҡулдан декоратив шыршы, бала сағыбыҙҙағы фонарҙар, сылбырҙар һәм башҡа күп нәмәләр эшләргә тырышығыҙ... Баланы бүләктәрҙе төрөү өсөн бантик бәйләргә өйрәтегеҙ, был күнекмә уға артабан аяҡ кейемендә бау бәйләгәндә бик кәрәк буласаҡ.
Баланы ғаилә тарихы менән таныштырығыҙ. Ғаилә альбомындағы фотоларҙы ҡарағыҙ, фотолар төшөрөлгән урындар тураһында һөйләгеҙ. Иң ҡыҙыҡлы йәки иҫтә ҡалырлыҡ фото өсөн картондан бала менән бергә фоторамка йәбештерегеҙ, уны ғәҙәти булмаған ысул менән йылға таштары, төймәләр һәм хатта макарондар менән биҙәп була. Балаға үҙенең фантазияһын күрһәтергә рөхсәт итегеҙ!
Ғаилә менән бергә ял үткәреү - ата-әсәләрҙең үҙ балаһын аңлау, уның нимә менән йәшәүен күреү һәм ишетеү мөмкинлеге. Бергәләп ял итеү ата-әсәләр һәм балалар араһында дуҫлыҡты, ышанысты нығытыуға булышлыҡ итә. Буш ваҡытты ғәҙәти булмаған рәүештә үткәреү бөтә ғаиләгә сағыу тәьҫораттар бирә.
Бергәләп ял итеү балалар тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Бала саҡтан килгән бәхетле хәтирәләр ғүмер буйы һаҡлана. Шулай итеп ғаилә традициялары барлыҡҡа килә, улар быуындан-быуынға тапшырыла һәм ғаилә ҡиммәттәре формалаша.
Флүзә Кәримова,54-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Махсус битте Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.