Марина Воронова Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Ленинград сәнәғәт-иҡтисад техникумын, ә һуңынан Урал дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай. Хәҙер Марина Воронова «Стерлитамакский рабочий» гәзите журналисы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, БР һәм РФ яҙыусылар союзы ағзаһы, «Бельские просторы» журналдарында, республика матбуғатында баҫыла. Осрашыуҙа 44-се балалар баҡсаһының мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм тәрбиәселәре, ҡәләмдәштәре: педагог, тәржемәсе, шағир Ольга Емельянова, «Ашҡаҙар» гәзите журналисы, шағирә, ҡала яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, БР һәм РФ яҙыусылар союзы ағзаһы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Ғәлимова ҡатнашты. Марина Воронова кескәй балалар менәг бик иркен аралашты,уларға арналғаг шиғырҙарын ҙур оҫталыҡ менән уҡып ишеттерҙе.