Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
3 Апрель , 19:01

МӘШҺҮР МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ҮҘЕ МЕНӘН ОСРАШҠАНДАЙ БУЛДЫҠ

Исеме нисек кенә аталһа ла, кеше хәтерендә мәңге ҡалырҙай осрашыуҙар була.

МӘШҺҮР МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ҮҘЕ МЕНӘН ОСРАШҠАНДАЙ БУЛДЫҠ
МӘШҺҮР МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ҮҘЕ МЕНӘН ОСРАШҠАНДАЙ БУЛДЫҠ

Стәрлетамаҡтың 1-се полилингваль күп профилле гимназияла Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы сиктәрендә 2 апрелдә үткән «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип аталған әҙәби ҡунаҡханаһындағы сара – тап шундайҙарҙан. Бөйөк һүҙ оҫтаһы, Башҡорт һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған осрашыуҙа абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар араһында шағирҙың ҡыҙы -  Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Өфө» журналы һәм «Уфимские ведомости» гәзите мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова, «Инеш» нәшриәте директоры Гөлнара Белозерова, сценарист, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире, шағир һәм драматург Айҙар Хөсәйенов, Мостай Кәрим исемендәге фонд вәкиле Нәфисә Билалова, ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ҡотлошин, гимназия директоры Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһының мәғариф отличнигы Илдар Вәлитов.  мәғлүмәт-методика үҙәге бүлеге мөдире Ольга Алиева бар  ине.

Билдәле булыуынса, быйыл Рәсәйҙә - халыҡтар берҙәмлеге йылы, Ә Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Тап ошо ҡиммәттәр Мостай Кәрим ижадында асыҡ сағыла ла инде. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе, ҡаланың почетлы гражданы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Риф Тажиев быйыл 35 йәш тулған гимназия өсөн мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ошо уҡыу йортонда ҡаршылау ҙур хөрмәт, тип билдәләне.

- Икенсе йыл инде ошо корпуста эшләйбеҙ, беҙҙә перспективалар ҙур. Беҙ полилингваль мәктәпкә әйләндек, - тине  Риф Рәхим улы. Ул шулай уҡ  Мостафа Сафа улы менән осрашыуҙары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. "Беҙ төрлө темаларға һөйләштек. Йәш айырмаһына ҡарамаҫтан (ул минән 30 йәшкә олораҡ), ул минең менән тиңдәш һымаҡ һөйләште, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул әҙиптең кешелек сифаттарының береһен. Уҡыусылар уның ижади биографияһы этаптары тураһында һөйләне.  Сараның мәртәбәле ҡунағы,яҙыусының ҡыҙы -  Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова атаһы хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Сара һуңында «Стерлитамакский рабочий» гәзите журналисы, БР һәм РФ яҙыусылар союзы,  БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, яҙыусы Фаяз Йомағужин әҙиптең ҡыҙына үҙенсәлекле бүләк тапшырҙы. Осрашыу барышында гимназияла иғлан ителгән конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәренә Мостай Кәрим фондының дипломдары һәм бүләктәре тапшырылды. Сарала төрлө телдә әҙиптең  шиғырҙары яңғыраны. Был хаҡта баҫмабыҙҙа ла уҡырһығыҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

А.АДАДУРОВА фотолары.

 

 

 

МӘШҺҮР МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ҮҘЕ МЕНӘН ОСРАШҠАНДАЙ БУЛДЫҠ
МӘШҺҮР МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ҮҘЕ МЕНӘН ОСРАШҠАНДАЙ БУЛДЫҠ
МӘШҺҮР МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ҮҘЕ МЕНӘН ОСРАШҠАНДАЙ БУЛДЫҠ
МӘШҺҮР МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ҮҘЕ МЕНӘН ОСРАШҠАНДАЙ БУЛДЫҠ
МӘШҺҮР МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ҮҘЕ МЕНӘН ОСРАШҠАНДАЙ БУЛДЫҠ
МӘШҺҮР МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ҮҘЕ МЕНӘН ОСРАШҠАНДАЙ БУЛДЫҠ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас