

Марина Воронова Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Ленинград сәнәғәт-иҡтисад техникумын, ә һуңынан Урал дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай. Бөгөнгө көндә Марина Сергеевна “Стерлитамакский рабочий” гәзите журналисы булып эшләй, шиғырҙар ижад итә, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Әйткәндәй, күптән түгел Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы сиктәрендә Марина апайығыҙ менән “Сәнғәт оҫтаханаһы” мәғлүмәт-мәҙәниәт үҙәгендә “Мөхәббәтле ижад” тип исемләнгән осрашыу үтте. Осрашыуҙа 44-се балалар баҡсаһын тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре, ҡәләмдәштәре Ольга Емельянова һәм Римма Ғәлимова ҡатнашты. Марина Воронова кескәй балалар менән бик иркен аралашты, уларға үҙе яҙған шиғырҙарҙы ҙур оҫталыҡ менән уҡып ишеттерҙе. Балалар уның әсәйҙәргә, Тыуған илгә, Еңеү, яҙ, яратҡан уйынсыҡтар, йорт хайуандары тураһында шиғырҙарын ихлас тыңланы. Сарала ҡатнашыусыларҙың шиғырҙар уҡыуы күңелле сюрприз булды. Балаларға Марина Сергеевна күберәк уҡырға һәм китапханаға йышыраҡ йөрөргә кәңәш итте һәм был кәңәштәрен, ҡәҙерле кескәй дуҫтар, һеҙгә лә еткереп ҡала. Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарға уның бер шиғыр-күстәнәсен тәҡди итәбеҙ.
Ямғыр
Ҡойма ямғыр яуғанда
Бысыранды быуалар.
Аяҡтар еүешләнде,
Бар тарафта һыу аға.
Ямғыр тымғансы ғына
Ҡыйыҡ аҫтына боҫтоҡ.
Бесәй йоҡоға талды,
Ҡояш та беҙҙән ҡасты,
Ел япраҡты һелкетә,
Ямғыр тәҙрәгә сиртә.
Күкте болот ҡапланы –
Һағышланырға иртә…
Хуш еҫле сәй эсәбеҙ,
Ямғыр тымыр беләбеҙ.
Ҡояш ҡабат ҡалҡыр ул,
Күктә йәйғор балҡыр ул!
(Р.ҒӘЛИМОВА тәржемәһе).
Мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?
(Йомаҡтар)
Биш бесәйҙең биш башы,
Биш бесәйҙең биш башына,
Емерелмәһен мейес башы.
Үҙе бара юлы юҡ...
(Йомаҡтар)
Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /трактор/
Ҡара атым егеүле. /паровоз/
Үҙе бара, юлы юҡ. /самолет/
Махсус битте Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.