Ашҡаҙар
+21 °С
Дождь

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ

Еҙ ҡыңғырау бына яңғыраны… Күпме унда таныш тауыш бар! Ҡолағымдан китмәй зыңлап торор Мәктәптәге ирмәк тауыштар…

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ
ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ

Ҡасан ғына әле бала инек,

Һуңғы ҡыңғырау инде оҙата.

Мәктәбемдән – тормош ҡосағына,

Алда ауыр, оло юл ята.

Ләкин беҙ бит ҡурҡаҡтарҙан түгел

Фән тауында, хеҙмәт ҡырында.

Яңы асыш, яңы ҙур ҡалалар

Һөйләр беҙҙең йәшлек турында.

Һуңғы ҡыңғырау тормош поезына…

Тик беҙ түгел унда пассажир –

Беҙҙең белем, теләк әйҙәр уны,

Ҡапҡаларҙы әйҙә аса бир –

Эй мәктәбем!

Бар тәрбиәң өсөн

Килтермәбеҙ йөҙөңә ҡаралыҡ!

Еҙ ҡыңғырау, ана сигнал бирҙе,

Хуш, мәктәбем,

Хуш бул, балалыҡ!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

 

 

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ
ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас