Ашҡаҙар
+21 °С
Дождь
Әҙәби күстәнәс
10 Июня , 05:25

Шағир ҙа ул, башҡа жанрҙа ла - ҡәләм оҫтаһы!

Оҙаҡламай Татарстанда ҙур әҙәби форум үтәсәк. Ошо айҡанлы Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының татар телендә ижад иткән ағзаларының береһе менән таныштырып үтәбеҙ. Авторҙың был мәртәбәле форумда делегат булыуы ла ихтимал…

Шағир ҙа ул, башҡа жанрҙа ла -  ҡәләм оҫтаһы!Шағир ҙа ул, башҡа жанрҙа ла -  ҡәләм оҫтаһы!
Шағир ҙа ул, башҡа жанрҙа ла - ҡәләм оҫтаһы!

Аҡбашев Вәрис Йәғәфәр улы

Аҡбашев Вәрис Йәғәфәр улы 1959 йылдың 5 авгусында Ауырғазы районының Атйетәр ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Яңы Атйетәр ауылының Батыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1975 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының химик-технологик техникумына уҡырға инә. 1978 йылда Совет Армияһына хеҙмәткә алына һәм 1980 йылға тиклем Уссурийск ҡалаһында хеҙмәт итә. Әрме хеҙмәтен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының химия заводында эшләй. Аҙаҡ Ямало-Ненецк автономлы округында урынлашҡан НГДУ “РИТЭКНадымнефть”тә вахталы рәүештә эшен дауам итә. Уның шиғырҙары “Башҡортостан”, “Ҡыҙыл таң”, “Когалым хәбәрҙәре”, “Туҡай яҙы”, “Толпар”, “Тамаша” һ.б. гәзит һәм журнал биттәрендә даими баҫылып тора.

1996 йылдан Ауырғазы районының “Зәңгәр шишмә” тип аталған әҙәби берекмә етәксеһе. 2007 йылда Ямало-Ненецк автономиялы округының “Приозерный” ҡасабаһында “Башҡорт-татар” клубын ойоштора.

Ул бер нисә шиғри йыйынтыҡ һәм проза китабы авторы. Ололар өсөн дә, кескәйҙәргә лә шиғырҙар һәм әкиәттәр яҙа.

Вәрис Аҡбашев шиғырҙарына байтаҡ композиторҙар йыр  ижад иткәндәр, клиптар сығарғандар.

Ул Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты.

 

 

Талйән–Тальян

Әллә борон замандамы, әллә яңыраҡ уҙған хәл-әхеүәл микән, уныһын әйтә алмайым, бер әбей һыйырын эҙләп, ауылдан алыҫ булмаған таллыҡҡа килеп сыҡҡан. Һыйыр мөңрәгән кеүек ишетелгәс, ҡыуаҡлыҡтарҙы асып ҡараһа – ағас ботағына талдан үрелгән бишек эленеп тора, ти, ә бишектә бер сабый гөр-гөр килә. Әбей тегеләй ҡараған, былай ҡараған, тирә-яҡта һис кем юҡ, ти. Ҡайҙан килгән был сабый? Кем ҡалдырған? Әллә әсәһенә бер-бер хәл булып, Аллаһы тәғәлә тарафынан был әбей һуҡмағына килтерелеп ҡуйылғанмы?! Аңлатыусы  юҡ. Шулай ҙа, оло кеше, үҙе лә ҡасандыр уландарын яратып-һөйөп үҫтергән, бишек янына килеп баланы ҡулына алған. Сабый шунда уҡ шатлығынан көлөп ебәргән. Тал бишектә табылғас, әбей өйөнә алып ҡайтып, балаға Талйән тип исем ҡуштырған. Малай иҫкиткес һөйкөмлө, йөҙө яҙғы таң нурындай яҡты: күркәм, ихлас, саф булған. Ай үҫәһен көн үҫкән. Бер аҙҙан бишегенә төшкән ҡояш нурҙарына тотоноп аяғына ла баҫҡан. Көн дә ниндәйҙер һөнәре менән шатландырған ул үҙен тәрбиәләгән әбей-әсәһен: ҡараңғы, ҡояш яҡтыһы төшмәгән, яртылаш ергә һеңгән өйгә тәҙрә уйып нур балҡытҡан, таң менән һандуғастар һайрауын тыңлап, көндөҙҙәрен уларҙың көйөн ҡабатлап моң сығарған, ҡулынан килмәгән эш юҡ, ти.

Халыҡ Талйәнде бик яратҡан, сөнки ул барыһына ла ҡайғы-шатлыҡ ваҡыттарында күңел терәге булған, кәрәккәндә һыуын да ташыған, утынын да ярған, бик тә оҫта ҡуллы ла булған, төрлө-төрлө һауыт-һаба яһаһынмы ағастан. Тал сыбыҡтарынан  тәтәйҙәр яһап шатландырһынмы сабыйҙарҙы, ололар күңел төшөңкөлөгөнә батһа – күңелле таҡмаҡтар әйтеп бейетеп тә алған, моңло итеп оҙон көйҙәрҙе  лә башҡарған.  

Егет ҡояш, ай, йондоҙҙарҙы тыңлап, уй-хистәрҙе аңлап, кешеләрҙе, тәбиғәтте шатлыҡ тойғоларына килтерерлек итеп көйләй алған. Талйән йырлағанда һәр кем, һәр нәмә: һандуғастар, бар ҡош-ҡорт тынып ҡала торған булған, уның моңон ишеткән кешеләр үҙен ожмах донъяһында итеп тойған, ти. Моң эйәһе күпме генә маҡтау, йылы, ысын күңелдән баһалау һүҙҙәре ишетһә лә, уның йөҙөндә ниңәлер ниндәйҙер борсолоу һыҙаттары һиҙелгән.

Ауыл эргәһендә генә башы болоттарға терәлгән Сафлыҡ тип аталған тау бар икән. Сафлыҡ тип аталһа ла, уның итәгенә лә аяҡ баҫырға баҙнат итеүсе табылмаған, сөнки унда менергә тырышҡандар һәр ваҡыт бәләгә тарыған. Тик Талйәндең күңеле ниңәлер ошо тауға тартылған, ошо мөһәбәт урын үҙенә әйҙәп торғандай тойолған.

Ниңә икәнлеген егет үҙе лә аңламай һәм бер генә минутҡа ла уның күңеленән тауға үрләү теләге китмәй икән. Шундай бейек, башы болоттарға тейә яҙған тауҙың кешегә насарлыҡ килтереренә ул ышанмай ҙа.

Берҙән-бер көндө Талйән тауға күтәрелә башлай. Ниндәй сихри донъя! Һәр ҡоштоң һайрауы үҙенсә йәм бирә, төрлө-төрлө емеш ағастарының иҫәбе-һаны юҡ. Һәр бер йән эйәһенең һыуһынын ҡандырырлыҡ шишмә лә сылтырап ағып ята икән. Был инеш үҙенең ағышын төрлө сихри көйҙәргә һалып тауға ҡабатланмаҫ йәм, моң өҫтәгән. Талйән тәбиғәтте тәүге тапҡыр күргәндәй үргә ашҡына. Атлаған һайын егет тәнендә, йәнендә ниндәйҙер рәхәтлек тоя, тауҙанмы, күктәнме ғүмере ишетмәгән, тоймаған көй ишетә, тик аңлай алмай – ҡоштар һайрауымы был, шишмә сылтырауымы, әллә ағас емештәрен иркәләп һыйпаған ел сығарамы был моңдо?

– Йә, Хоҙай, нимә был?! Нишләп был көйҙө бығаса ишетмәгәнмен? Ниндәй хозур моң ?!

Талйән тәрән хистәренән айнып атлауын дауам иттермәк була, тик, ҡыҙғансыҡа ҡаршы, аяғын урынынан да ҡуҙғалта алмай, ти. Кемдер, нимәлер ебәрмәй ҙә ҡуя. Аптырағас, көсөргәнештән, арып-талып ергә ауа һәм ҡаты йоҡоға тала. Ҡасандыр үҙен талбишектә табып тәрбиәләп үҫтергән, күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән әбейҙе төшөндө күргән ти.

Эй, улым, был тауға менер өсөн һиңә ошо ишеткән көй-моңдарҙы халыҡ күңелендә ҡалдырырҙай уйын ҡоралы яһап уйнарға кәрәк, шунда ғына тауҙың иң бейек нөктәһенә үрләй алаһың. Тик шуны бел, тауға күтәрелгән һайын көндән-көн ҡартая барасаҡһың, шуға отҡан моңоңдо халыҡҡа тиҙерәк ишеттерергә тейешһең. Быны эшләй алмаһаң, һәләкәткә осрайһың! Ауыл халҡына лә бәлә-ҡаза киләсәк, – тигән.

Минең йәнем түҙмәй, көйҙөң дауамын ишеткем килә! Мин уйлап табырмын уйын ҡоралын, ҡәҙерле әсәкәйем-әбекәйем минең! – ти ҙә, уянып китеп, кире ауылға ҡайта.

Ауылда төндәр буйы ултырып бер уйын ҡоралы эшләй, уның төймәләренә баҫһа, тау битләүендә ишетелгән моң сыға, ти. Тик егет был көйҙө аҙағына тиклем уйнай алмай туҡтай ҙа ҡала. Таң атыр-атмаҫтан уйын ҡоралын тотоп тағы ла тауға үрләй башлаған егет. Юғарыраҡ күтәрелергә лә, тағы ла көйҙөң дауамын ишетергә ашҡына Талйән.

Көн артынан көн, айҙар, тиҫтәләгән йылдар үткәндәй булған. Талйән дә ҡартайғандан ҡартая, ләкин туҡталмай, көн һайын юғарынан юғарыраҡҡа күтәрелә, көй ҙә өҫтәлгәндән өҫтәлә бара ти уның уйын ҡоралына. Егет ашыға, сөнки моңло көйҙөң аҙағын ул тау башына менеп еткәс кенә ишетә аласаҡ.

Үҙе ҡартайһа ла, уның күҙҙәре йәш балаларҙыҡы кеүек саф, изге ҡарашлы булып ҡалған икән. Арып-талып инде ҡарт бабай төҫөнә ингән ап-аҡ сәсле, аҡ һаҡаллы Талйән ергә ауған. Ятҡан килеш көс-хәл менән уйын ҡоралына үрелеп уның төймәләренә баҫҡан. Тау аҫтында ҡалған халыҡ тыйыла алмай илай, ти, хатта кешеләргә ҡушылып бар тәбиғәт илаған, һыҡтаған һымаҡ тойолған. Барыһы ла инде Талйәндең ғүмеренең һуңғы минуттары килеп еткәнен аңлаған, тик береһе лә ярҙам ҡулы һуҙа алмай, уның янына тауға үрләргә ҡурҡалар.

Кинәт ап-аяҙ күк йөҙөндә йәшен йәшнәп, күк күкрәй, күҙ асып йомған арала көслө ел сығып дауыл башлана: ағастарҙы тамыры-ние менән ҡутарып ташлай, хатта мал-тыуарҙы күтәреп, күтәреп алып бәрә, йорт-ҡураларҙы юнысҡы һымаҡ өйөрөлтөп-өйөрөлтөп ҡутара һуға икән. Аҙаҡ тауыҡ йомортҡаһынан дә эрерәк боҙ яуа башлаған – өй ҡыйыҡтарын тишкеләп бөтөргән. Халыҡ ҡурҡыуға төшкән:

Әллә ахыры заман башланды микән?!

Был бәхетһеҙлек Талйәндең Сафлыҡ тауына менеүенең әтнәкәһе! Ата-бабаларҙың һүҙен һанға һуҡмай, быуаттар буйына кеше аяғы баҫмаған тауға менеп, бәхетһеҙлек килтерҙе! Барса халыҡтың тыныс тормошон боҙҙо. Ә хәҙер ахрызаман етте, уның тыңлауһыҙлығы арҡаһында!

Бер кеше ишетмәгән әллә ниндәй уйын ҡоралы уйлап сығарып көйҙәр яңғыратып, бар йән эйәһен ҡуҙғытты.

Был иблес ҡағылышы, беҙҙең үҙебеҙҙең ғүмер буйы көйләгән көйҙәребеҙ бар һәм уларҙы үҙгәртергә теләмәйбеҙ! – тип ҡысҡырыша икән аҫта кешеләр.

Тауыш ҡуптарыусыларҙың береһе алға сығып:

Халыҡ!!! Әле һуң түгел, Талйән үҙе үлгәнсе үҙ ҡулы менән иҙеп, тапап ташлаһын ул ен ҡағылған уйын ҡоралын, шайтан бейеткесен! Кәрәкмәй беҙгә уның йыр-моңдары! – тип ғәйрәтләнә ти.

Ығы-зығы башланған. Талйән үҙенең уйын ҡоралында уйнаған көйҙәр күптәрҙең күңеленә хуш килгән, уларҙы йәшәүгә дәртләндергән, күңелдәрендә киләсәккә өмөт уятҡан. Егет сығарған көй-моңдарына ғашиҡ әҙәмдәр янъял ҡуптарыусыларға ҡаршы баҫҡандар.

– Туҡтатығыҙ тауышты!!!

Егеткә үҙенең көйҙәрен уйнап бөтөрөргә ирек бирегеҙ!!!

Тиҙерәк менеп етһен тау башына!!!

Йыр-моң кәрәк!– тип ҡысҡырышалар ти.

Бына-бына үҙ-ара һуғыш башлана тигәндә, кинәт барыһы тынып ҡала, һуғышырға тотҡан таяҡ-таштары, уларға буйһонмайса, ҡулдарынан аллы-артлы ергә ҡойолалар. Ниндәйҙер ер тетрәндерерлек тауыш ишетелә, бар халыҡ эҙләнә, тирә-яҡтарына ҡараналар, тик бер нәмә лә күрмәйҙәр. Ауаз тағы ла ҡабатлана:

Талйән!!! Һин барлыҡ ғүмереңде тулыһынса кешеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланың. Аллаһ Тәғәлә юлынан сыҡманың. Шуның өсөн үҙеңә йәшәргә бер кеше ғүмере бирәм Аллаһ Тәғәлә исеменән. Тик шуны бел: әгәр ҙә мәгәр һин шул үҙең яһаған уйын ҡоралына тағы ла бер ҡағылһаң, һинең ғүмерең шунда уҡ өҙөләсәк. Һин ризамы?!

Барса халыҡ күҙҙәрен Талйән ятҡан тау битләүенә төбәй.

Егет көс-хәл менән генә күҙен аса һәм ҡарашы менән ризалығын белдерә. Һаман да тынмаған дауыл болоттарҙы ашыҡтыра-ашыҡтыра тау артына ҡыуып батыра, яуған боҙҙоң һәр бөртөгө ап-аҡ умырзаяларға әйләнә. Ҡояш иң наҙлы нурҙары менән батырҙың биттәренән наҙлай. Талйән әкрен генә тороп баҫа.

Аҫта күҙәтеп тороусылар араһынан бер нисәһе шикләнеп артҡа сигенә.

Ҡотҡарығыҙ! Иблес! – тип ярҙам һорап ауыл яғына аҡ-ҡара күрмәйенсә ташлана ҡайһы берәүҙәр.

Ел тына. Ысынлып та кешеләр генә түгел, хатта барлыҡ йән эйәләре тымып ҡала.

Талйән төҫө-тәне менән йәшлек сырайына ҡайта. Ул тирә-яғында ни булғанын да һиҙмәй. Ҡулына уйын ҡоралын ала. Шомло тынлыҡ урынлаша, бер генә кеше лә ауыҙ асып хатта шыбырҙамай ҙа. Барса халыҡ аңлай: әгәр егет яңылыштан ғына булһа ла уйын ҡоралының төймәләренә баҫһа, бирелгән ғүмере өҙөләсәк. Талйән ашыҡмай, ул бәхетле йылмайып Сафлыҡ тауына менеүен дауам итә, аҙым һайын йөҙө яҡтыра бара. Һәлмәк кенә сихри аҙымдар менән тау башына яҡынлаша. Халыҡ үҙе лә аңламаҫтан, уның артынан эйәрә башлай.

Тауҙың иң бейек нөктәһенә баҫырға бер генә аҙым ҡала. Егеттең күңеле гел алға атларға өндәгән төҫлө тойола, ҡолағында моң яңғырай, үҙенең баш өҫтөнән бер тотам ҡалмайса осҡан һандуғастар: “Талйән, кире төшә күрмә, тағы ла алға, тик алға атла!” – тигәндәй булалар. Егет шикләнеп кенә аяғын ҡуҙғалта ла ҡапыл үргә артыла. Уның ҡолағында, һушында йәнендә мөғжизәле моң-йыр. Ул ялғышмай, ғүмере буйы зарығып эҙләгән көйҙөң аҙағын ишетә.Талйән күккә күҙҙәрен төбәй:

– Көй-моңом минең, берүк китмә, мин ишетәм һине! Мин бит һине ғүмерем буйы эҙләнем! Әле генә Хоҙай мәңгегә ҡауыштырҙы беҙҙе. Һинән башҡа йәшәү, һине ишетмәй үлеү – ул үҙе бәхетһеҙлек! Юғалма, моңом минең! Әгәр мине ташлаһаң, йыр-моңһоҙ тормош миңә кәрәк түгел!

Егеттең бармаҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре уйын ҡоралының төймәләрен ҡапшайҙар һәм егет үҙе ишеткән көйҙө өҙҙөрөп уйнап та ебәрә. Үҙәктәргә үтеп инерлек моң ишетелә һәм көсәйгәндән көсәйә. Аҫтағы кешеләр һағайып ҡына тау башына ҡарайҙар. Егет уйнаған көй тау башынан, урман-болондарҙы буйлап талғын ғына ағыла ла ағыла. Талйән баҫып торған Сафлыҡ тауы өҫтөндә йәйғор-күпер ҡалҡа. Егет уйнаған көй ошо йәйғор-күпергә ҡағылып тағы ла сағыуыраҡ, моңлораҡ булып яңғырай. Талйән үҙе генә көй араһына, һауаға, ҡояш нурҙарына, үҙенең көйөнә ҡушылып һайраған һандуғастарҙың моңона иреп юғала. Кешеләр инде бер ниндәй ҡурҡыуһыҙ тау башына йүгерешеп килеп етһәләр, егет баҫып торған урында уның үҙ ҡулдары менән яһаған уйын ҡоралы ғына ятып ҡалған, ти. Шул уйын ҡоралын алып ҡайтып ауыл егеттәре Талйәндән отҡан көйҙәрҙе уйнай башлағандар. Ә уйын ҡоралын егет хөрмәтенә Тальян тип атағандар. Ә егет ҡасандыр йәшәгән ауылды Талбазы тип атай башлағандар, ти.

Вәрис АҠБАШЕВ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Шағир ҙа ул, башҡа жанрҙа ла -  ҡәләм оҫтаһы!
Шағир ҙа ул, башҡа жанрҙа ла - ҡәләм оҫтаһы!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас