

Үҙенә генә хас моңло шиғриәте, күркәм холҡо, баҫалҡы тәбиғәте менән арбап, үҙенә тартып торған Ишембай ҡыҙы ғүмеренең был түбәһен бөтә яҡлап лайыҡлы ҡаршылай: әҙәбиәт асманында Рәшиҙә йондоҙо күптән ҡабынған, ул һис кенә лә баҙыҡлығын юймай-юғалтмай, яҡтырғандан-яҡтыра, нурлана бара. Уның нуры изгелекте иш иткәндәргә, иманға йөҙ борғандарға, яҡшылыҡҡа ынтылғандарға, һәр нәмәнән тик ыңғай яҡ һәм матурлыҡ эҙләгәндәрҙең барыһына ла етә.Рәшиҙә Шәмсетдинова 1961 йылдың 24 октябрендә Ишембай районы Иҫәкәй ауылында тыуған. 1977 йылда Иҫәкәй 8 йыллыҡ, 1979 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1984 йылда Илеш районы Сеңрән 8 йыллыҡ мәктәбенә уҡыу – уҡытыу бүлеге мөдире итеп эшкә ебәрелә. 1987 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер БашГУ) башланғыс синыфтар факультетына башҡорт - рус кафедраһына эшкә саҡырыла. 1996 йылда Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант итеп тәғәйенләнә. 2002 йылдан – Стәрлетамаҡ медицина колледжында китапхана мөдире. 1997 йылдан – БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2010 йылдан – Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы отличнигы. Намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.Шағирә ете китап авторы: ”Ҡосағымда – ҡояш” ( 1992 й.), “Йыһанға хаж хаж” (1997 й.),“Мин – ҡояшҡай” (1998 й.),“Бейеүсе болан” ( 2007 й.),“Фәрештә ҡанатында” (2011 й.),“Ысыҡ һутындағы ҡисса” (2017 й.),
“Һандуғас сере” (2021 й.).
Һүҙҙең мәлендә әйтелеүе баһалы
Киләсәктә үҙенең уҡыусыларын тағы ла матур ижад емештәре менән һөйөндөрөргә уйы.Шундай тиҙлекле заманда йәшәйбеҙ –әсәйем мәрхүмә әйтмешләй, ауыҙҙы асҡансы нимә әйтергә уйлағанды онотабыҙ.Шулай ҙа һүҙҙең мәлендә һәм тәғәйен әйтелеүе баһалы.Йөрәк-сәпкә тейһен, уйға һалһын, ҡанат ҡуйһын, өмөт бирһен өсөн.Ҡәләмдәшем, тәҡдиренә яҙып, минең ише баш ҡаланан, әҙәбиәт ҡаҙанынан ситтә йәшәп ижад иткән, шулай ҙа һыр бирмәгән, ижад ҡомарынан яҙмаған, уҡыусыларын әленән-әле яңы ижад емештәре менән һөйөндөрөп торған шағирә, әҙибә хаҡында булыр һүҙем.
Был тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел, тиҙәр бит. Бының хаҡлығына йәшәгән һайын инана барыла. Алыҫ 1997 йылда сыҡҡан “Көмөш йөҙөк” йыйынтығында дүрт шағирәнең шиғырҙары урын алған: минең, Гөлназ Ҡотоеваның, Лилиә Ҡәйепованың һәм Рәшиҙә Шәмсетдинованың.Ана ошо мәлдән беҙ бер-беребеҙҙең ижадына иғтибар итеп, рухи бәйләнешебеҙҙе өҙмәй, күрешмәгән хәлдә лә, сәләмләшеп йәшәйбеҙ.
Был китап хаҡында мәрхүм шағир һәм тура һүҙле тәнҡитсе Ғәбиҙулла Зарипов “Шоңҡар” журналында (1999 йыл, 2-се һан, 30-34-се биттәр) “Шиғырҙар менән һөйләшеү” тигән бик елле мәҡәлә менән сығыш яһағайны.
Рәшиҙә Шәмсетдинованың “Йыһанға хаж” китабы хаҡында бына нимә ти автор:”Рәшиҙә Шәмсетдинованың исемһеҙ был шиғырын шартлы рәүештә “Аҫыл бетеү” тип атаным:
Һин шаярма әле берүк, йөрәк,
Эштәрем бит күбә түгел, кәбән.
Аҡыл, зиһенемә фарман биреп,
Һыҙам әле Туйралыма табан.
Унда бына-бына бесән етә,
Шүлгәнкүлдән кеүек ҡайта көтөү.
Сиңерткәләр йырын отайымсы,
Һағынғанда булыр изге бетеү.
Һуҙылып ҡына төшөп ятам әле.
Мең-мең сәскәләрҙән иҫерек аҡлан.
“Мин шаярҙым ғына һинең менән...”-
Тиеп, йөрәк, йә, тиҙерәк аҡлан!
Шул тиклем үҙәккә үткес, зыңлап торған шиғыр. Тулы камиллыҡ. Бер генә һөйләмдә лә буш хәбәр юҡ. Төп һынланыш – изге бетеүгә әйләнгән сиңерткә.Уның тирәһендә кәбән, фарман, Шүлгәнкүлдән ҡайтҡан көтөү, иҫерек аҡлан, йөрәк һүҙе ойошҡан. Әҙәби әҫәрҙең тәғәйенләнешен яҡшы белә Рәшиҙә. Һүҙ сәнғәтенең маҡсаты – үҙең өсөн яҙыу һәм башҡалар өсөн донъяға сығарыу. Кеше күңеленең асылы – шиғриәт. Ошо асылды бүләк итә беҙгә ҙур һәләткә эйә ҡәләмле, илһамлы ижадсы...”
Ул заманда тапҡыр һүҙле Ғәбиҙулланан бындай һүҙ ишетеү – оло мәртәбә, саманан ҙур баһа ине. Һәр хәлдә, ижадҡа яңы тотоноусылар, беҙ, уның ҡәләменән тамған һәр һүҙҙе закон итеп ҡабул иттек, ҡаты “эләгеү”ҙән шөрләнек, яҡшы һүҙенән күтәрелдек.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Камил Яйыҡбаев та:” Рәшиҙә Шәмсетдинованың китапты биҙәп торған “Йыһанға хаж” йыйынтығы темаларының бай, тормошсан булыуы менән айырылып тора. Йәшәйештең барлыҡ күренештәрен, тәбиғәт миҙгелдәрен, үҙенең уй-хистәрен һәм быларҙан башҡа һәммәһен дә шағирә тәрән мәғәнәгә төрөп яҡтырта, шиғриәт ҡанундары нигеҙендә һүрәтләй. Заманыбыҙҙың зәһәр күренештәре уны уйҙарға һала, һала, тетрәндерә”-, тип яҙып сыҡты “Башҡортостан” гәзитендә (1999йыл, 21 ғинуар).
Ғәзиз әсәһенә мәдхиә
Рәшиҙә Шәмсетдинова төрлө жанрҙа ҡәләмен һынай – ололар өсөн дә, балалар өсөн дә шиғырҙар ижад итә, парсалары тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, хикәйәләре лә уҡымлы. Ә әсәһе хаҡында яҙмалары – үҙе бер һоҡланғыс әҫәр. Үҙен тапҡан-баҡҡан әсәһенә һөйөүен Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы бай теле, моңло йөрәге, ҡеүәтле иманы аша шундай итеп биргән – уҡы ла ила, фәһем һәм аҡыл ал!
“...Әсәйем барҙа донъям түп-түңәрәк кенә булды.Бер ере лә китек түгел ине.Хәҙер ул юҡта әле бер ере, әле икенсе ере кителә.Ҡоршап ҡына өлгөр.
Нурҙарын бөтә ауылға, юҡ, бөтә донъяға сәскән бәхет эсендә йәшәнем,Әлхәмдүлилләһ!
6 тиҫтәне тултырып ҡартайғансы әсәң ҡосағында йәшә әле. Аллаһтың ҡөҙрәте киң! Бәхетем әсәйле булды.
Был фотоны төшкәндә, моғайын, Рамаҙан айы булғандыр.Улай тиһәң, Оло Кешем барҙа һәр көнөм Ураҙа ине.
Ожмахлыһыңдыр! Шуға Иманым камил!
- Тик бәхетле йәндәр генә Ураҙала китә.
Осъяҡ урамында йәшәгән саҡта ут күршеләребеҙ Ғәтифә апай, уның 3 улы Ғайфулла, Сайфулла, Нурулла ҡустылар ошо изге айҙа баҡыйлыҡҡа күсте.Аллаһы Тәғәләнең иң яратҡан бәндәләре булғандарҙыр инде, күрәһең,-тиер инең йыш ҡына. Шуға ла изге Ураҙаларҙы һағынып көтөп, тилмереп көтөп алыр инең.
Уның һәр көнөнөң, сәғәте, минутының шул тиклем ҡәҙерле икәнен һинән беләм, әсәй! Улар һинең уйҙарыңда, хыялдарыңда, күҙ
ҡараштарыңда, һәр хәрәкәтеңдә, ымыңда яғылғайны.
6 йылға яҡын аяҡтарың атламай түшәктә ятһаң да, һуңғы ярты йылында һуҡыр ҡалып күҙҙәрең күрмәһә лә, ошо фани донъяларға ныҡ ғашиҡ инең. Һис тә генә үпкәләмәнең, рәнйемәнең Раббыбыҙға! Киреһенсә, ошо ебәргән сирҙәрҙен "ниғмәт" итеп ҡабул итеп, УҒА рәхмәтле йәшәнең. Сөнки Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө ҡолдарының береһенә әйләнгәнеңде йәнең-тәнең менән тоя инең.
Күҙҙәрең күрмәһә лә, күңел күҙең менән бөтә ғаләмде айҡаның.
Хәлеңде белешергә килгән ауылдаштарҙың тауышынан танып, уларҙың ата-әсәләренең йәш саҡтарын һөйләп ер-һыу илатып ҡайтарыр инең.
Һуҡыр күҙҙәрең менән, күҙлеләргә ҡарағанда, атламаған аяҡтарың менән аяҡлыларға ҡарағанда ошо донъяларҙы шул тиклем дә мөкиббән китеп яраттың.
Шәкәрә ҡаплаған күҙҙәрең менән тәҙрәгә бағып оҙа-а-а-аҡ ултырыр инең.
- Тышты күрәһеңме ни, әсәй?-тиһәм,
- Мине донъя күрә бит, ҡояш күрә!
Шуға шатланып ултырам әле...-тигән булып, кет-кет көлгән булыр ине Оло Дөрөҫөм.
Аллаһ хозурына Ураҙала китмәһәң дә изге Йомала үттең.Әлхәмдүлилләһ!
Әжәлдең иң-иң ҡәҙерле ниғмәт икәнен аңлатып өлгөрҙөң беҙгә, әсәйем!
Элек унан шөрләңкерәй инем. Күрәһең, аңлау даирәм һай булғандыр. Хәҙер ҡурҡыуҙарым юҡҡа сыҡты. Йән алыусы фәрештәләрҙең иң гүзәл, иң аҫыл, иң һоҡланғыс заттар икәненә ышанам.
Урының Фирҙәүес йәннәттәрен бирелгәндер. Һүҙһеҙ! Унда осрашҡанға тиклем, Ғәзиз генәм!
Үҙекәйеңде шул тиклем юҡһынам. Һин етмәйһең беҙгә! Әммә әлегә мин балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә, ғаиләмә ныҡ кәрәкмен. Көнө-төнө доғаламын. Уларҙы нәҡ һинең кеүек тәрбиәләргә тырышып ятҡан булам.
- Атлап йөрөүең дә, хатта ҡалаҡ тотоп ашап ултырыуҙарың да, радио дикторы кеүек ҡысҡырып һөйләшеүең дә өләсәйемә оҡшай башланы хәҙер,-тиҙәр балаларым.
Оҡшаһын шул!
Оҡшарға тейеш!
Юҡҡа ғына 9 ай буйы күтәреп, 9 тулғанып тапмаған бит ул мине?!
Бөгөнгө көндә һинһеҙ көйө һинле бәхетемә "Әлхәмдүлилләһ!" тип йәшәйем. Биргән фатихаң йөрәгемдең төбөндә генә ята.
Үҙем хәҙер балаларыма фатихаламын.Ил-көнгә доғаламын.
Кискелеккә, Ифтарҙан һуң, Ахшам намаҙынан тулы Ураҙалы, Ҡөрьән Хатмлы буласаҡбыҙ.Ин шәә Аллаһ!
Һәр бер көнөмдөң, 6 тиҫтә ғүмеремдең иң-иң сағыу бер нуры булдың, әсәкәйем! Ҡөрьән уҡырға ултырһам, һәр хәрефе һайын һине күргәндәймен. Намаҙ уҡыған
сағымда, сәждәләргә киткәндә һине таныйым. Иманға бай булыуыңдан һәм мине иманлы итеп китеүеңдән ошо бәйләнеш хасил булалыр.
Балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә лә ошо байлыҡты тапшырыу бурысы ята иңдәремдә бөгөн.
Килер бер көн, осрашырбыҙ, ҡәҙерлем!
Һәм мин, нәҡ ошо фотолағыса тубыҡтарыңа ятып :
- Үлеп һағындым һине, әсәкәйем!- тип бәхетемдән илармын”-, тип яҙҙы ул үҙенең сәхифәһендә, ғәзизен юғалтҡас...
Был һүҙҙәргә башҡа бер хәреф тә өҫтәү артыҡ кеүек, тик ошоно күберәк кешеләр уҡып, фәһем һәм һабаҡ алһа, баланың әсәгә ҡарата оло һөйөүе ҡиссаһынан шәрбәт эсһә ине, тиеүем... Бәлки, ата-әсәһенә тейешле ҡәҙер-хөрмәт күрһәтмәгәндәр уфтаныр, үҙгәрер, ҡалған ғүмерҙәрендә хаталар өҫтөндә эш эшләр ине...
Балалар китабы хаҡында
2021 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән балалар өсөн шиғри йыйынтығы хаҡында – айырым һүҙ.
“Һандуғас сере” тип аталған китапҡа ингән динебеҙҙе, әҙәп-әхләҡ ҡанундарын, бала –ата-әсәй мөнәсәбәттәрен яҡтыртҡан, доғаның көсөн, динебеҙҙең матурлығын, иманлы кешенең дәрәжәһен ,
ғәләмдәр Раббыһы Аллаһты ҙурлауҙың ниндәй хәйерле һәм матур һөҙөмтәле булыуын бала теле менән генә асып биреүсе шиғырҙар – үҙе бер тәрбиә, дини ғилем. Шиғри тел менән яҙылған вәғәз дәфтәре, тип тә атар инем мин был китапты. Шағирә күпселек осраҡта диндар, ғүмер буйы туплаған салт һәм баһаһыҙ аҡылға эйә өләсәй образы аша дин тураһында хәбәрҙар үк булмаған балаларға ла байтаҡ мәғлүмәт бирә,
Аллаһҡа, динебеҙгә, иманға ҡарата һөйөү уята, яҡшылыҡ менән яманлыҡ сиктәрен билдәләп үтә, битараф һәм моңһоҙ булмаҫҡа өндәй. Шиғырҙар аша баланың теленә күп кенә дини терминдар килеп инә: Раббы, тәсбих,
аҙан,бисмилләһ, йәннәт, мәсет, фәрештә, “әлиф” хәрефе, “Ихлас” сүрәһе, вәғәз, аят, зекер, Аллаһү әкбәр, пәйғәмбәр һ.б.
“Раббыбыҙ исемдәре” шиғырында Аллаһтың исем-атрибуттары һаналып ҡына ҡалмай, шиғри юлдарҙа уларҙың асылы асыла:
“Йәә Ҡауиййү, тиҙер әле
Солтан , Ирек.
Гел “бишле”гә уҡыйҙар бит,
Ҡолас киреп”.
Ошондай строфалар аша шағирә һәр-исем атрибутҡа ябай тел менән аңлатма бирә, уларҙың фазыйләттәрен атап үтә.
Бына “Бисмилләһ” һүҙенең ҡөҙрәтен ниндәй ябай юл менән аңлата шағирә:
Утын ярҙы атай өйөп,
Тау булып ятты хатта.
Янында мин рәхәтләнеп,
Уйнаным ағас атта.
Ниңә тау хасил булдымы?
Ишеттем бына үҙем.
Эш башлар алдынан әйтте
“Бисмилла!” тигән һүҙен.
Ул изге һүҙҙе тиҙ генә
Мин дә алайым отоп.
Эшкә ярармын, моғайын,
Балта булһа ла тотоп.” (“Атайым сере” шиғырында шундай ябай,
тәбиғи итеп, атаһының һәр аҙымын күҙәтеп, уға оҡшарға тырышып ҡына торған малайҙың теле менән бөтә нәмәнең башы булған “Бисмилләһ” һүҙенең көсөн, томошобоҙҙан айырылғыһыҙлығын төшөндөрөп бирә шағирә.
“Намаҙға баҫтым” шиғырын уҡыған һәм динебеҙҙе аҙмы –күпме белгән кеше шундуҡ төшөнәсәк: иманлы шағирә Ҡөрьән аяттары менән бойоролғанды, хәҙистәрҙә әйтелгән аҡылды ябай тел һәм отошло һүрәтләү аша бала күңеленә күсерә. Был шиғырҙарҙа динебеҙгә һөйөү-дәғүәт тә, тәртипкә, иманға саҡырыу ҙа, белгәнең менән уртаҡлашыу ҙа бар.
“... Илаһ менән серләшергә
Әйҙә, килсе тиҙерәк.
Яулыҡ ябынған ҡыҙҙарҙы,
Түбәтәйле малайҙарҙы
Ярата Ул бигерәк!”
“Әнвәрүл-ғашиҡын” китабында (“Зәхрәтур-Рийәд” ) һандуғас тураһында бер тарих бәйән ителә.
“ Ибраһим ғәләйһис-сәләмде утҡа ташлағас, усаҡ өҫтөндә һауала бөтә ҡоштар йыйыла. Шул ҡоштар араһынан бер кескенә, көсһөҙ генә ҡош пәйғәмбәр янына утҡа ташлана. Аллаһы Тәғәлә Ябраил фәрештәгә өндәшә:” Йәә Ябраил, был сибек кенә ҡош, пәйғәмбәр менән бергә булам тип, үҙен-үҙе утҡа ташланы, уның ниндәй һорауы бар – үтәйем”, -ти.
Ябраил фәрештә теге ҡош эргәһенә төшә, уны ергә алып һала ла, ни теләйһең, тип һорай. “Мин Аллаһтың мең дә бер исеме бар, тип ишеттем. Уларҙың йөҙөн беләм, ҡалғандарын да белгем килә”, -ти.
Аллаһы Тәғәлә Үҙ фазыл-рәхмәте менән ҡалған исемдәрен дә өйрәтә теге ҡошҡа. Шулай итеп, Аллаһтың мең дә бер исемен белеүсе ҡош беҙ белгән моңло һандуғас булып сыға...
Тиккә генә шундай моңло түгел икән һандуғас. Тиккә генә моңло шағирәбеҙ Рәшиҙә Шәмсетдинова үҙенең сираттағы китабына “Һандуғас сере” тип исем бирмәгән – Аллаҡа дан йырлаусы,халҡыбыҙҙы иманға өндәүсе, бар булмышы, йәшәйеш-торошо менән ысын мөслимәләрҙән булған диндар ҡәләмдәшем Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Шәмсетдиноваға Аллаһы Тәғәлә, һандуғасҡа Үҙенең мөбәрәк исемдәрен асҡан ише, кеше күңелдәренә матур, иманлы, дәғүәтле шиғырҙары менән үтеп инеү һәләтен, тел асҡысын биргән!
Телеңә – ҡеүәт, ижадыңа –бәрәкәт, ижадташ әхирәт, алыҫтағы яҡын дуҫ!
Айһылыу Ғарифуллина, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы.