Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
15 Февраль 2020, 00:43

Стәрле йәштәре форумға йыйылды

Бөгөн «БАШҠОРТ ТЕЛЕ-ЗАМАНСА ТЕЛ» исеме аҫтында Стәрлетамаҡ йәштәр ҡоролтайы форум ойошторҙо. Сара «Башҡорт теле» йылына арналды һәм бында Стәрлетамаҡ студенттары һәм ғөмүмән башҡорт йәштәре йәшәйеше менән ҡыҙыҡыһыныусылар килде. #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашкирскийЯзык #БашҡортТеле #БашҡортТелеЙылы #ГодБашкирскогоЯзыка

Форумда замана тенденциялары менән файҙаланып башҡорт телен интернет киңлектәрҙә, заманса йүнәлештәрҙә эш алып барыу һорауҙары күтәрелде. Сарала йыйылыусылар алдында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостан Республикаһы йәштәр хөкүмәте рәйесе Ислам Төхвәтуллин, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, Стәрлетамаҡ Башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова, Стәрлетамаҡ Йәштәр ҡоролтайы рәйесе Эльдар Фәттәхов һәм «Ашаҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров сығыш яһаны. Үҙ һүҙен «Йөрәк һүҙе» проекты буйынса Наилә Сәфәрғолова ла әйтте, ул шулай уҡ оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте.
Башҡорт теленә арналған аралашыу йәнле үтте, барлыҡ теләктәр, тәҡдимдәр ҙә әйтелде. Шулай уҡ интернет селтәрендә эшләү, башҡорт теленә ҡағылышлы ойошторолған «Ҡыҙыу линия», «Айыҡ ауыл», «Хатыһыҙ ҡала», «Башҡорт ҡунаҡханаһы» кеүек йүнәлештәр ҙә ҡаралды.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә артабан да төрлө саралар ойошторолоп торасаҡ. Стәрлетамаҡтарҙың башҡорт телен популярлаштырыу, яңғыратыу буйынса пландары бик күп. Тиҙҙән «Етегән-2020» байрамы ла килеп етәсәк.
Читайте нас: