Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
18 Февраль 2020, 18:15

Телебеҙҙе кем яҡлар?

Берләшкән милләттәр ойошмаһы аҫаба халыҡтар телдәренең ун йыллығын иғлан итте.

БМО Генераль Ассамблеяһы 2022–2032 йылдарҙы аҫаба халыҡтар телдәренең Халыҡ-ара ун йыллығы тип иғлан итте. Был турала 2019 йылдың 6 ноябрендә БМО Генераль Ассамблеяһының 74-й сессияһындағы йомғаҡлау документында әйтелә.
Ун йыллыҡ ерле төп халыҡтарҙың телдәренең үтә тиҙ юғала барыу проблемаһына йәмәғәтселекте йәлеп итеү һәм был телдәрҙе һаҡлау, тергеҙеү, популярлаштырыу маҡсатында иғлан ителде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йыл БМО тарафынан Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре йылы тип иғлан ителгәйне.
Ул йылда уҙғарылған сараларҙың төп бурыстары булып Ер йөҙөндә юғалыу хәүефе аҫтында торған телдәрҙең хәле тураһында йәмәғәтселеккә еткереү, һәм шулай уҡ тел, йәмғиәт үҫеше, имен тормош араһында бәйләнеш булдырыу һәм халыҡ-ара конфликттарҙы яйға һалыу торҙо.
Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар телдәре йылын асыу тантанаһы 2019 йылдың 28 ғинуарында Парижда ЮНЕСКО һәм 1 февралдә Нью-Йоркта БМО штаб-квартираһында старт алды.
Рәсәйҙә ул 2019 йылыдың 21 мартында Ханты-Мансиҙа рәсми рәүештә асылды. 21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнөндә Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү Фонды рәсми рәүештә теркәлде. Милләттәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ һәм РФ Мәғариф министрлығы Рәсәйҙә халыҡ-ара телдәр буйынса сайт әҙерләне.
Йәшерен-батырын түгел, тел проблемаһы беҙҙең халыҡҡа ла хәүеф янай. Ә беҙҙә был тәңгәлдә нимәләр эшләнелә һуң? Уйлашайыҡ әле, йәмәғәт!
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: