Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
19 Февраль 2020, 15:00

Башҡортостан халҡы 6 телдә диктант яҙа ала

Ошондай сара 21 февралдә – Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә үтә.

Акция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап ойошторола. Диктант өсөн яҙыусы-яугир Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған. Уны башҡорт, рус, татар, марий, сыуаш һәм удмурт телдәрендә яҙырға мөмкин.
Акция өсөн төп майҙансыҡтар Өфөлә була. Башҡорт дәүләт университетында рус, сыуаш, удмурт телдәрендә, Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт, татар һәм марий телдәрендә диктант яҙырға мөмкин.
bash.news
Читайте нас: