Ошо һәм 21 февраль – Халыҡ – ара телдәр көнө уңайынан, ҡалабыҙҙың 1-се китапханаһында “Тел – халҡымдың хазинаһы” тип аталған шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙғарылды.
Башланғыс кластар араһында еңеүсе – 20-се мәктәп уҡыусыһы Кәримова Карина, урта класс уҡыусылары араһында - 5-се мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Ҡотлобирҙина Әҙилә булды.
Бына ошондай үҙ телен һөйгән балалар һаҡлаясаҡ илебеҙҙе, телебеҙҙе!, - тине Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әхсән Хәлилов һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә шиғыр китаптары бүләк итте. Сараны “Шишмә”ансамбле солисы Зөһрә Янышева йәнләндереп ебәрҙе. Бәйгеселәрҙең һәммәһе лә дипломдар менән бүләкләнде. Зильфира Ғилманова, 5-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы