-17 °С
Болотло
Тирбәлткәндәй ерҙең үҙен
Йыһан-әсә,
Ойоттороп йомшаҡ мамыҡ
Ҡарын сәсә.
Аҡ юрғанға баштан аяҡ
Сума ерем.
Тыныс ҡына төштәр күреп,
Итә серем.
Күңелемде тилертәлер
Был тамаша,
Шатлыҡ тула йөрәгемә,
Хистәр таша!
Шағир өсөн етте илһам
Килер сағы.
Таң атыуға күпме шиғыр
Тыуыр тағы!
Сәкинә Тотманова.