Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
3 Март 2020, 13:35

БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ ГЕНӘ ЕТМӘЙ, УҒА ҒАШИҠ БУЛЫРҒА КӘРӘК! Стәрлетамаҡта XII Кейекбаев уҡыуҙары үтте

“Тел, үҙенең ҡулланыу өлкәһе ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттең иң ҡиммәтле хазинаһы һанала”, – тигән филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ленин һәм Почет Билдәһе ордендары кавалеры, оҫта тәржемәсе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев.

Ҙур ҡорға бар төбәктән килделәр
21 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында Халыҡ ара туған тел көнөнә, Башҡорт теле, Хәтер һәм дан йылдарына арналған XII Кейекбаев уҡыуҙарының сираттағы республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Телебеҙгә, Ж.Кейекбаевтың мираҫына, юбиляр яҙыусыларыбыҙҙың ижадына битараф булмаған республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан йәш эҙләнеүселәр ун икенсе тапҡыр ҡорға йыйылды. Конференцияның үткәреү урыны ла осраҡлы түгел, сөнки ул оло ғалим, профессор Ж.Ғ.Кейекбаев исемен йөрөтә. Ошо уҡыу йортонда туған теле, Тыуған иле өсөн янып йәшәгән башҡорт рухлы балалар белем ала.

2019-2020 уҡыу йылында XII Кейекбаев уҡыуҙары Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ғалимдары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының мәғариф бүлеге менән берлектә уҙғарылды.

Конференцияның әһәмиәте нимәлә һуң?
Был һорауға Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның директоры, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Айгөл Басир ҡыҙы Шаһисолтанова: “Кейекбаев уҡыуҙарының Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә үткәрелеүе осраҡлы хәл түгел, сөнки туған телдең теоретик, практик мәсьәләләрен, уның башҡа телдәр менән мөнәсәбәтен атаҡлы лингвист, башҡорт халҡының аҫыл улдарының береһе, профессор Жәлил Кейекбаев ентекле өйрәнгән. Уның “Башҡорт телен белеү генә етмәй, уға ғашиҡ булырға кәрәк” тигән һүҙҙәре көндән-көн көслө яңғыраш алған төҫлө. Ысынлап та, һәр милләт вәкиле үҙенең туған теленә тулы мәғәнәһендә ғашиҡ булырға тейеш. Тел серҙәренә өйрәнеү, киләһе быуынға тапшырыу – ул беҙҙең барыбыҙҙың да мөһим бурыс. Уҡыусыларҙың фән өлкәһендә һалған тәүге һуҡмаҡтары киләсәктә киң юлдар булып һуҙылыр, алдағы ғилми хеҙмәттәре өсөн нигеҙ булып торор ”, – тип яуап бирҙе.

Уҡыусылар һәм студенттар өсөн конференция эше ете секцияла ойошторолдо. Уларҙың бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, үҙ фекере булған сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде. Йәш эҙләнеүселәрҙең хеҙмәттәрен ғалимдарҙан һәм белгестәрҙән торған мәртәбәле жюри баһаланы.

Уҡытыусылар башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһен уртаҡлашыу маҡсатында түңәрәк өҫтәлгә йыйылды – был эш алымы ла бик һөҙөмтәле булды. Конференция сиктәрендә үткәрелгән “Башҡорт телен өйрәнеүҙә һанлы белем биреү мөхитен булдырыу” конкурсында иллегә яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты. Шуларҙың иң-иңдәре түңәрәк өҫтәлгә йыйылған ҡатнашыусыларға йөкмәткеле, заман та-лаптарына тап килгән оҫталыҡ дәрестәрен тәҡдим итте. Ҡатнашыусыларҙың эштәрен филология фән-дәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү инс-титутының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Эльвира Фидаил ҡыҙы Рәхимова, филология фәндәре докторы, про-фессор, М.Аҡмулла исе-мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты декан урынбаҫары Гөлнур Харун ҡыҙы Бохарова, филология фәндәре докторы, Почет Билдәһе орденлы тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлеге әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Гөлназ Нурфәйез ҡыҙы Йәғәфәрова, филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе Гөлназ Ринат ҡыҙы Абдрафиҡованан торған жюри баһаланы. Конкурста Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө лицей уҡытыусыһы Айгөл Миҙхәт ҡыҙы Байымова еңеүсе тип танылды.
Телде заманса шарттарҙа өйрәнеү
Хәҙерге заман шарттарында башҡорт теле йәмғиәттә тотҡан урынын күтәреү өсөн ниндәй эштәр башҡарыла, тигән һорауға Эльвира Рәхимова: “Башҡорт телен үҫтереү өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Төрлө конференциялар, семинарҙар даими үткәрелеп тора. Мәҫәлән, февраль айында “Ал да нур сәс халҡыңа!” форумын үткәрҙек. Шулай уҡ интерактив башҡорт теле буйынса вебресурс ойошторасаҡбыҙ”, – тип пландары менән уртаҡлашты.
Миләүшә ҒИРФАНОВА,
3-сө гимназияның
юғары категориялы уҡытыусыһы.
Автор фотолары.
Читайте нас: