Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
3 Март 2020, 13:55

Беҙ - бар!

Мин – бар, Һин дә – бар, Донъя – әйләнә. Туғандар – терәк Туйлап бәйләгән.

Һин – бар,
Мин дә – бар.
Донъя – түңәрәк.
Тик диңгеҙ гиҙер
Дуҫтар ҙа кәрәк.

Һин – бар,
Мин дә – бар.
Донъя – ҡуласа.
Тик ҡото китер,
Бала булмаһа.

Мин – бар,
Һин дә – бар.
Донъябыҙ – бөтөн.
Тик йәмен тапмаҫ
Һин минһеҙ бер көн!
Мин һинһеҙ бер көн!

Лариса Абдуллина
Читайте нас: