Һәр йылдағыса "Етегән-2020" байрамында "Әҙәби кофе"ға йыйылабыҙ. Быйыл да шиғри телдә мөхәббәт, башҡорт ғаиләһе, тоғролоҡ тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Татыу ғаиләләр үҙҙәренең мөхәббәт тарихын һөйләп үтһә, яратыу, һөйөү хис-тойғолары тураһында шағирәләр, яҙыусылар телмәр тотоп образдарҙы асты.