Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
3 Март 2020, 12:50

ҮҘ ОРАНЫН КЕМ ҺУҢ ТАНЫМАҪ?

Һәр ҡәбиләнең үҙ ағасы бар, Йөрәктәрҙә - изге ораны. Ҡанатлы ҡош кеүек хәтер үҙе Сал тарихҡа ҡайтып ураны...

"Туҡһаба !" тип оран һалһа ҡыпсаҡ,
"Тайлаҡ !" икән ҡатай ораны.
"Салауат!" тип табын яуға сапҡас,
"Аҡтуған!" тип бөрйән урманы

Ҡосағына алғас уҙ башҡортон,
"Һандал!" булыр әйле яуабы...
"Аҡтайлаҡ!"тип һеҙ бит, юрматылар,
Ҡайтарҙығыҙ Күктәр сауабын.

"Алас!" тиһә меңле -
Мең һаҙаҡлы
Урҙас- бейҙәй* үрсер,
үҫер йән...
"Тутыя!" тип оран һалыр тамъян,
"Мәйтән!" тиеп ҡалҡыр үҫәргән.

Тарих шаңдауында түңгәүерҙең
"Ҡуң(ы)рат!" булыр изге ораны,
Монголдарға ҡаның уртаҡлығын
Дәлилләйме рухың бураны?!..

...Тамырҙарҙа - боронғолоҡ һуты!
Үҙ ораның булһа йөрәк уты:
Бөтәгеҙ ҙә - башҡорт!
Беҙҙеке!

* -Сыңғыҙ хан меңдәр батырына "Мең һаҙаҡлыУрҙас- бей " тип өндәшкән.


БЫНА НИНДӘЙ БЕҘҘЕҢ ТАМЫРҘАР...
Дәү йыһангир үҙ ҡорона алыр
Булған икән ғәййәр хакимдар,
Башҡортомдоң зирәк йәне Мүйтән* -
Алтын Урҙалағы хөкөмдар.

"Хаҡ эштәрҙә таянысым!"- тиеп,
Урҙа ханы үҙе әйткән ул,
"Икеһе лә Башҡорт бауырлылар:
Бүрекәй* ҙә менән Мүйтән ул!"

Сыңғыҙ-ханға тоғро дуҫ һәм яран,
Табынында - йырсы, ҡурайсы...
Үҙ илкәйен Иҙел ярҙан алып
Иртышҡаса барып урайсы...

Яу менән дә, дау менән дә түгел,
Ҙур килешеү менән уҙаман
Аҫаба ер! тигән Тамға* алған...
Килешмәле булған ул заман...

Ҡатай улы Сүбәдәй* ҙә башҡорт -
Ғәскәр башы Алтын Урҙала.
Булат - аға* әмир генә түгел,
Сәсән булып хаҡлы ҙурлана...

Батыр бабамдарҙы һанай китһәм,
Рухым артып, йәнгә көс алам:
Ил-йортома ҡотло яҙмыш теләп
Әйҙәп торған улар бер әләм!

... Нисә быуат үткән.
Ил яҙмышын
Яҡлар ғына ирҙәр тыуырмы,
Күк Уралын ҡалҡан күреп йәнгә
Бабаларым юлын ҡыуырмы?!...

Минзәлә Шөғәйепова

Мүйтән* - Туҡсаба бей улы, Алтын Урҙала Дәүләт судьяһы.
Бүрекәй* - Табын ырыуы башлығы, Сыңғыҙ хандың шәхси гвардияһы йөҙбашы.
Булат - аға* - Бүрекәйҙең улы, сәсән, Иранда әмир
Сүбәдәй*- Сыңғыҙхандың баш сәрғәскәре (главнокомандующий)
Тамға* - рәсми танытма, документ.
( Ошо һәм башҡа батыр бабаларыбыҙ хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Йыһат ағай Солтановтың "Башҡорт батшалары " китабынан уҡый алаһығыҙ).
Читайте нас: