Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
11 Март 2020, 13:20

Ҡурған башҡорто нисек йәшәй?

Тарихи Башҡортостандың бер сигендә йәшәп ятҡан милләттәштәребеҙ милли асылын, боронғо тел үҙенсәлеген, йолаларҙы, ата-бабалар рухын һаҡлап, быуаттарҙы быуаттарҙы ялғап, башҡорт милләте тарихын яҙа. Бөгөн төбәк башҡорттары ҡоролтайына Ильяс Йомабай улы Бәҙретдинова етәкселек итә.

Зинфира Искәндәр ҡыҙы Хафизова-Стукова – Сафакүл районы ҡыҙы. Ул уҙған быуаттан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә ҡатнашып, әле лә халҡыбыҙ ғәме менән йәшәй. Ул - Ҡурған өлкәһе халыҡтары ассамблеяһы Советы ағзаһы. Белеме буйынса математика һәм физика уҡытыусыһы булһа ла, башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡытыу өсөн Башҡортостанда махсус курстарҙа белем алып, оҙаҡ йылдар балаларға телебеҙҙе, моңобоҙҙо һеңдерә.
“Мин балаларға грамматика өйрәтеүҙән тыш, йырлап, моң аша рух тәрбиәләргә тырыштым. Тап милли моңдар аша балаға үҙ милләте асылы һеңә!” – ти ул.
Бөгөн Ҡурған өлкәһендә күпме башҡорт йәшәгәнен йыл аҙағында үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу сараһы күрһәтер. Ә 1959 йылда – 12 748, 1970 йылда – 17525, 1979 йылда – 17664, 1989 йылда – 17548, 2002 йылда – 15343, 2010 йылда 12257 башҡорт иҫәпләнгән. Был - рәсми мәғлүмәттәр. Бер мәл төбәктә башҡорттарыбыҙ һаны артып киткән: 20 меңдән дә ашҡан булған. Ә бына бөгөн күпме икән? Артҡандарҙыр, тип әйтеп булмай. Ни өсөн тигәндә, төбәктә эш юҡ, ир-егеттең күпселеге ҡырҙа – Себерҙә эштә. Әммә барыбер башҡортлоғона тоғро ҡалып, бында халыҡ һандыҡ төптәрендә милли кейемдәр һаҡлап, шундай матур тел үҙенсәлеген ҡот итеп йәшәп ята.
Зинфира Искәндәр ҡыҙы бына инде 22 йыл Ҡурғанда “Туған яҡ” радиотапшырыуын алып бара, уның аша милләттәштәре, уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй. Әйткәндәй, радио тапшырыуҙарҙы башҡа милләттәр ҙә асҡан булған, әммә башынан алып эшләгәне – “Туған яҡ”. “Ҡай саҡ күңел дә төшөп китә торғайны, әммә ирем Александр Иванович һәр саҡ ҡеүәтләп торҙо, һин эшләмәһәң, кем һөйләр башҡорттарҙы борсоған мәсьәләләр тураһында, тип тағы дәрт өҫтәп ебәрер ине”, – ти ул.
Һуңғы йылдарҙа бында ла башҡортса һөйләшкән балалар һаны кәмегән. Нимә генә тимә, глобалләшеү шарттарында үҙ телеңде һаҡлап ҡалыу бер батырлыҡҡа тиңләшеп бара. Шулай ҙа Ҡурған төбәге менән республика араһында килешеүҙәр яңыртылһа, милләттәштәребеҙгә иғтибар артһа, телде өйрәнеү өсөн ярҙам булдырылһа, хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрер тигән өмөт ҙур.
Лариса Абдуллина
Читайте нас: