Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
13 Март 2020, 16:55

Үҙ халҡыңа, үҙ телеңә хеҙмәт итеү үҙе – ҙур бәхет!

Ҡалабыҙҙың 5-се мәктәбендә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Альмира Хәйбрахман ҡыҙы Аҡсулпановаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ошо уңайҙан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылы ҡыҙы Альмира бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. “Атайым ғүмер буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Шуғалыр инде, мин дә үҙ һөнәремде киләсәктә тик уҡытыусы итеп кенә күрергә теләнем, - ти ул үҙе был хаҡта. – Шуға күрә һөнәр һайлауҙа икеләнеү булманы.
Айыусы урта мәктәбен тамамлағас, Альмира 1977 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының яңы ғына асылған башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. Уҡып бөткәс, йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында бер йыл эшләгәндән һуң, ошо ауыл егете Аҡсулпанов Фуат Мәжит улына кейәүгә сыға. Өйләнешкәс, йәштәр ҡалаға күсеп килә. Башта Альмира 11-се мәктәптә (хәҙерге 4-се гимназия) башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо йылдарҙа бер-бер артлы ике улдары тыуа.
1989 йылда улар йәшәгән ВТС биҫтәһендә яңы мәктәп төҙөлөп бөткәс, Альмира Аҡсулпанова шул 5-се мәктәпкә күсә. “Ошо йылдарҙа башҡорт телен үҫтереү буйынса ҙур эштәр башланып тора ине. Яңы районда һалынған өр-яңы мәктәптә, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Рауил Ниғмәтуллин һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән бергәләп, башҡорт теле класын астыҡ. Ошо яңы ғына асылған башҡорт класына мине уҡытыусы итеп ҡуйҙылар, - тип һөйләй Альмира Хәйбрахман ҡыҙы республикалағы үҙгәртеп ҡороу йылдарын иҫкә төшөрөп. - Ата-әсәләр башта уйландылар, балаға ауыр булмаҫмы, көс төшмәҫме тип икеләнделәр. Рауил ағай үҙе ата-әсәләр йыйылышына килеп, ялҡынлы телмәрҙәр тотоп, ата-әсәләрҙе күндерҙе, ризалаштырҙы.
Шулай итеп, 1989 йылда Стәрлетамаҡта беренселәрҙән булып башҡорт класы асылды. Был минең өсөн бик яуаплы, мөһим эш ине. Ата-әсәләрҙең, мәктәп администрацияһының, ниһайәт, балаларҙың алдында торған ауыр, яуаплы эште йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй башҡарып сығыу, балаларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, яҡшы белем биреү – төп маҡсатым ошо ине.
Ошо мәктәптә эшләү дәүерендә бик күп асыҡ дәрестәр, саралар уҙғарырға тура килә уға. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, райондарынан йыйылған уҡытыусылар, Өфөнән БИРО вәкилдәре, Ҡоролтайҙан килгән ҡунаҡтар, ҡалала эшләгән уҡытыусылар, завучтар, директорҙар, педагогия институты студенттары алдында асыҡ дәрестәр бирә. Ул уҡытҡан башҡорт кластары алты сығарылыш була.
Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, байрамдарын тергеҙеү маҡсатында йыл һайын уҡыусылар менән “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Науруз”, “Һабантуй” байрамдары үткәрә. Хәҙер был саралар күптән традицияға әүерелгән ғәҙәти байрамдар булып күренһә лә, совет заманында онотолоп бөткәйне тиерлек. Ошо йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе халыҡа яңынан ҡайтарыу өсөн күпме эҙләнергә кәрәк булған бит!
“Балалар бик әүҙем ҡатнаша торғайны, әлбиттә, ата-әсәләрҙең ярҙамы ла булды. Костюмдарҙы ата-әсәләр үҙҙәре тегә ине, - тип һөйләй Альмира Хәйбрахман ҡыҙы ул шанлы йылдар тураһында. - Эшләй башлағандың беренсе көндәрендә үк мәктәптә заманса йыһазландырылған, тормош талаптарына ярашлы кабинет күҙ алдына килеп баҫты. Мәктәп администрацияһы ярҙамында кабинетты этнографик музей-класс итеп йыһазландырҙыҡ. Был музей ерле халыҡтың тормош-көкүрешен, йорт-ҡураһын, өй йыһаздарын, табаҡ-һауыттарын, кейем-һалымдарын өйрәнеүгә йүнәлтелгәйне. Класҡа тирмә ҡуйып, боронғо башҡорттарҙың йәшәгән осорон кәүҙәләндерҙек. Музейҙы тергеҙеүҙә ҙур ярҙам итеүсе коллегам Зильфира Нәһәрей ҡыҙы Ғилманова булды. Ул яҡын-тирәләге ауылдарҙан, тыуған ауылынан бик күп экспонаттар алып ҡайтты. Был музей-кабинет ҡалала ғына түгел, республикала берҙән-бер кабинет ине.
Уҡыусылар өлкән класҡа күскәс тә тәртипле булыуы, үҙ туған телен яҡшы белеүе һәм яратыуы менән айырылып торҙо.
Альмира Хәйбрахман ҡыҙының уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән ҡала күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа һәр ваҡыт тәүге урындарҙа була. Улар “Кейекбаев уҡыуҙары”, “Ибраһимов уҡыуҙары”, “Ломоносов уҡыуҙары”, Рәсәй һәм республика күләмендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, төбәк фестивалдәрендә, конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдар, призлы урындар ала. “Уҡыусыларым “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурстарында беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Үҙем дә профессиональ яҡтан үҫешеү өсөн төрлө конкурстарҙа ҡатнаша инем. Мәҫәлән, “Мөғәллимә – 94”, “Йыл педагогы – 2007” конкурстарында еңеүсе булдым, - тип һөйләй талантлы педагог, үҙ эшенең оҫтаһы.
Альмира Аҡсулпанова ун бер йыл үҙе эшләгән мәктәптәге башҡорт теле уҡытыусыларының методик ойошмаһы етәксеһе, ҡаланың методик ойошмаһы ағзаһы, оҙаҡ йылдар ҡала уҡытыусыларының башҡорт теле буйынса аттестация комиссияһында ағза була. Башҡорт теленән уҡытырға ҡурҡа-ҡурҡа ғына эшкә килгән йәш уҡытыусыларға юл күрһәтеүсе, алға әйҙәүсе лә ул була.
Һәр эштә лә башҡарған эшеңде күрә белгән етәксең булыуы мөһим. Альмира Хәйбрахман ҡыҙының эшләгән эштәрен мәктәп администрацияһы иғтибарһыҙ ҡалдырмай, ул ҡала мәғариф бүлеге исеменән күп кенә маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Шулай уҡ республика күләмендә уҙғарылған “Эврика” клубында дәрес биреп БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына, “БР мәғариф отличнигы” знагына лайыҡ була.
“Шуны әйтергә теләйем: әгәр ҙә киләсәккә ҡуйған пландарың, уйлаған уйҙарың тормошҡа ашһын тиһәң, алда торған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнергә кәрәк, - ти ҡалабыҙҙың беренсе башҡорт теле уҡытыусыларының береһе. - Әгәр ошо изге эшкә йөрәгең менән бирелгәнһең икән, тимәк, һин тормошта үҙ урыныңды тапҡанһың. Үҙ халҡыңа, үҙ телеңә хеҙмәт итеү – үҙе ҙур бәхет бит!
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: