Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
17 Март 2020, 18:25

ЭПОСы булған халыҡ - боронғо халыҡ

Эпостар башҡорт халҡын Урал-Тауға мәңгегә ҡаҙаҡлап ҡуйған. Әхмәт Сөләймәнов.

1-се бүлек
Борон-борон борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын дингеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Унда булған, ти, борон,
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ
Ҡайҙа барһа, уларға
Ул урында юл асыҡ.
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Үҙҙәре лә онотҡан, ти;
Икәүҙән-икәү шул ерҙә
Башлап ғүмер иткән, ти.
Тора-бара ул икәү
Ике уллы булып киткән, ти:
Шүлгән булған олоһо,
Урал булған кесеһе;
Бүтән кеше күрмәйсе,
Тик йәшәгән дүртеһе.
Донъя-маҙар йыймаған,
Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,
Ҡаҙан аҫып, ут яғып,
Улар донъя көтмәгән.
Ауырыу-һыҙлау күрмәгән,
Үлем барын белмәгән,
Барлыҡ нәмәгә үлем
Үҙебеҙ, тип һанаған,
Һунарҙа ат менмәгән,
Ҡулға һаҙаҡ тотмаған;
Менәренә — арыҫланды,
Балығына — суртанды,
Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,
Ҡан һурырға һөлөктө
Үҙ иштәре яһаған.
Бик борондан булғанмы,
Йәнбирҙе үҙе ҡылғанмы,
Бара-тора шул ерҙә
Йола булып киткәнме,
Йыртҡыс йәнлек тоттониһә,
Йәнлек иркәк булдыниһә,
Ирле-бисәле икәүһе
Башын сәйнәп ашаған,
Шүлгән менән Уралға,
Эте менән арыҫланға,
Шоңҡар менән суртанға
Бүтән һанын ташлаған;
Йыртҡыс йәнлекте тотһа,
Йәнлек орғасы булһа,
Ирле-бисә икәүһе
Йөрәгене һайлаған.
Үлән емшәр йән тотһа,
Ҡара һөлөк ҡаҙаған,
Һөлөгөнән һурҙырып,
Ҡанды һыуһын яһаған.
Бала үҫеп еткәнсе,
Үҙе йәнлек тотҡансы,
Баш-йөрәкте ашауҙан,
Һыуһынға ҡан эсеүҙән
Уландарын тыйғандар,
Һис ярамай, тигәндәр.
Ай үҫәһен көн үҫеп,
Балалары иҫ белеп,
Шүлгәненә ун ике,
Уралына ун тулып,
Береһе, арыҫлан менәм, тип,
Береһе, шоңҡар сөйәм, тип,
Маҙаһына тейгән һуң,
Ике улына Йәнбирҙе
Төшөндөрөп биргән, ти.
Икегеҙ ҙә — баламһыҙ,
Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ,
Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ ҡатмаған;
Ҡулға суҡмар тоторға,
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Әле арыҫлан менергә
Миҙгелегеҙ етмәгән.
Мин ни бирһәм, ашағыҙ,
Мин ни ҡушһам, эшләгеҙ:
Күнегергә һыбайға —
Ана, болан менегеҙ,
Сыйырсыҡтың тубына
Яғылбайҙы сөйөгөҙ;
Һыуһаһағыҙ уйында,
Ана, аҡ һыу эсегеҙ,
Ҡабырсаҡҡа тултырған
Ҡандан ауыҙ тартығыҙ», —
Тип быларға тағы ла
Йола өйрәтеп ҡуйған, ти.

1. Дауамы https://wikisource.org/wiki/Урал_батыр_(эпос)
2. https://vk.com/wall-69344323_1659?w=wall-69344323_1659
3. https://vk.com/wall-69344323_2286?w=wall-69344323_2286

#Башҡорт_халыҡ_ижады #bashkort_halyk_izady #ЭпосУралБатыр #УралБатыр #Урал_батыр_эпосы #Башҡорт_халыҡ_әкиәттәре
Читайте нас: