Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
26 Март 2020, 21:51

VI БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫ ИКЕНСЕ ЙЫЛҒА КҮСЕРЕЛӘ.

Иң ҙур халыҡ-ара традицион мәҙәниәт фестивале – VI Бөтә донъя фольклориадаһы коронавирус пандемияһы арҡаһында быйыл булмаясаҡ, сара икенсе йылға күсерелде. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыу ваҡытында хәбәр итте.Бөгөн Башҡортостан Республикаһы хөкөмәте CIOFF халыҡ-ара ойошмаһынан сараны күсереү тураһындағы официаль тәҡдимен алған. Бөтә донъя фольклориадаһы 2021 йылға күсерелә.

«Ул быйыл июль айында үтергә тейеш булһа ла, икенсе йылға күсерелә. Коронавирус бер ай эсендә тамамланыр тип үҙебеҙҙе йыуатырға кәрәкмәй. Был ваҡиға оҙағыраҡ ваҡытты аласаҡ», - тип хәбәр итте төбәк башлығы.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәни сараға бер нисә йыл дауамында әҙерләнгән ине. VI Бөтә Донъя Фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июле-1 август ваҡыттарында үтергә тейеш ине. Фестивальдә 80-дән ашыу ил вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдергәйне.
Читайте нас: