Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
4 Апрель 2020, 14:40

БАШҠОРТСА ТАҠМАҠ ҺӨЙЛӘҮСЕЛӘРҘЕ «ТАҠМАҠ-БАТТЛ» БӘЙГЕҺЕНӘ САҠЫРАЛАР

Ҡонкурста ҡатнашыр өсөн 1-3 минутлыҡ видео төшөрөп, социаль селтәргә ҡуйырға кәрәк.

Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән «Таҡмаҡ-баттл» бәйгеһен ойоштора. Конкурс ойоштороусылары таҡмаҡтарҙың уникаль төрҙәре менән уртаҡлашырға йәки үҙҙәре ижад иткән таҡмаҡтарҙы тәҡдим итергә саҡыралар. Таҡмаҡтың бер-өс минутлыҡ видеоһын 30 июньгә тиклем бәйгенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә урынлаштырырға кәрәк.
Конкурста теләгән һәр кем - ижади коллективтар, ижади берекмәләр, түңәрәктәр, студиялар, балалар ижады үҙәктәре, сәнғәт мәктәптәрендә шөғөлләнеүселәр ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ, иң йәш ҡатнашыусыға махсус приз әҙерләнгән.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыласаҡ, призлы урындарға өлгәшеүселәрҙе бәйгенең партнерҙары әҙерләгән махсус бүләктәре көтә. Конкурстың төп бүләге – «Яҡты-Күл» шифаханаһына ике кешелек юллама.
Читайте нас