Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт теле йылы
8 Апрель 2020, 11:40

Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто...

Шығырым тулы оло залда, йөрәкһенеп, Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто.

Йәш-елкенсәк күрәләтә сығып китте,
Һөйләй, тиҙәр, шағир апай бушты-юҡты.

Арттарынан шап ябылған ҡалын ишек
Бикләр микән инде беҙҙең арабыҙҙы?
Эй, ҡөҙрәтле ил инәһе! Әйт һүҙеңде!
Кире борсо,
Уйландырып бынау уйһыҙ балаларҙы!

Эй, хөрмәтле ил ағаһы! Ҡайҙа һуң һин?
Әйтсе бер һүҙ! Оран булһын бүтәндәргә –
Иленән дә, теленән дә, көнөнән дә
Ваздар кисеп, күктән бәхет көткәндәргә.

Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто:
Эй, киленем! Ҡеүәт бирсе һүҙҙәремә.
Әйтсе бер һүҙ, йәндәремде мине аңлап,
Алдарыңа мин әҙермен теҙләнергә.

Эй, туғаным! Телһеҙҙәр бит балаларың...
Әйтә алмай: ҡайҙа яҡшы, ҡайҙа ялған.
Көн итеүсе үҙ тамағын уйлап ҡына
Кешеме ни? Ул – ҡурҡыныс, ул бит – яман!

Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто
Тыуып үҫкән ерҙәрендә Салауаттың.
Тыумаҫ микән йорт-еремдә яңы батыр
Яңыртырға Салауаттың аманатын?

Эҙләһәм дә, таба алмам халҡым рухын
Араһынан бейек-бейек таш йорттарҙың.
Йәнебеҙгә нисек итеп ҡайтарайыҡ,
Башҡортлоҡто ҡайтарайыҡ, башҡорттарым!
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА.
Читайте нас