Башҡорт теле йылы
29 Апреля 2020, 07:40

Күренекле ғалим, танылған яҙыусы, атҡаҙанған фән эшмәкәре булған ул…

Иртәгә әҙәбиәт белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре Морат РӘХИМҠОЛОВТЫҢ тыуыуына – 95 йыл.

Күренекле ғалим, билдәле әҙәбиәт белгесе, танылған яҙыусы, атҡаҙанған фән эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе Морат Ғәлим улы Рәхимҡолов 1925 йылдың 30 апрелендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһеедә тыуған. 1941-1945 йылдарҙа заводта токарь-гравер булып эшләй.Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт академия театрында дауам итә: режиссер ярҙамсыһы, сәхнә актеры була.1951 йылда ситтән тороп урта мәктәпте, унан рус теле һәм әҙәбиәте факультетын уңышлы тамамлап, Саҡмағош районы үҙәгендәге 1-се мәктәптә ике йыл балаларға белем бирә. 1957-1968 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Артабан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта Фән кандидаты булараҡ, Морат Рәхимҡолов үҙенең ғилми эшмәкәрлек йылдарын тулыһынса тыуған яҡты һәм уны данлаған рус әҙиптәренең ижадын өйрәнеүгә арнаны.Өфөлә рус телендә 1972 йылда донъя күргән уның беренсе ижад емеше – рус-башҡорт әҙәби-фольклор бәйләнештәрен тикшереүгә арналған «Страницы дружбы» монографияһы өсөн авторға 1975 йылда В.П.Бирюков исемендәге Урал төбәгенең әҙәби премияһы тапшырыла. Ә уның 1977 йылда Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә баҫылған «Литературное краеведение Башкирии» исемле уҡыу әсбабы әле лә юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары студенттары өсөн ҡулланма булып хеҙмәт итә. 1989 йылда Морат Рәхимҡолов «Башкирия в русской литературе» исемле йыйынтыҡ сығара башлай.Беренсе томға рус яҙыусыларының башҡорттар тураһында яҙылған әҫәрҙәре, йә әҫәрҙәренең өҙөктәре индерелә. Уның икенсе томы – 1990, өсөнсө томы 1993 йылда донъя күрә.
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы 1996 йылда булдырған Степан Злобин исемендәге әҙәби премияның беренсе лауреаты, ғалим һәм әҙип Морат Рәхимҡолов оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2015 йылдың 4 майында Өфө ҡалаһында вафат була.
«Ағиҙел» журналы буйынса әҙерләнде.
Читайте нас